From Wikipedia, the free encyclopedia
Голованов Александр Евгеньевич (7 август 1904 йыл — 22 сентябрь 1975 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың хәрби етәксеһе. Авиацияның баш маршалы (19 август 1944). СССР-ҙың алыҫ ара авиацияһы командующийы (1942—1944), 18-се һауа армияһы командующийы (1944—1946), СССР-ҙың алыҫ ара авиацияһы командующийы (1946—1948). СССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы (1946—1950) депутаты.
Голованов Александр Евгеньевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 7 август 1904 |
Тыуған урыны | Түбәнге Новгород, Рәсәй империяһы[1] |
Вафат булған көнө | 22 сентябрь 1975 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр, сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | главный маршал рода войск[d] |
Һуғыш/алыш | Рәсәйҙә Граждандар һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм Совет - Финляндия һуғышы (1939—1940) |
Ғәскәр төрө | СССР хәрби-һауа көстәре[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Голованов Александр Евгеньевич Викимилектә |
РККА-ның ғәскәр төрҙәре тарихында иң йәш маршал.
Алекса́ндр Евге́ньевич Голова́нов 1904 йылдың 7 авгусында Рәсәй империяһының Түбәнге Новгород ҡалаһында опера йырсыһы һәм буксир пароходы капитан ғаиләһендә тыуа. Һигеҙ йәшендә уны Александр кадет корпусына бирәләр[2].
1917 йылдың октябрендә 13 йәшлек Голованов ҡыҙыл гвардияға инә — буйы ике мет рға яҡын булғас, ул 16 йәшлек булып күренә[3]. 1918 йылдан Аҙыҡ-түлек халыҡ комиссариатының «Профсохлеб» контораһында курьер булып эшләй. 1919 йылдың майынан Ҡыҙыл армияла[4]. Көнсығыш фронтта 28-се уҡсылар дивизияһының 59-сы уҡсылар полкында разведчик булып хеҙмәт итә, һуңынан шул уҡ полкта Көньяҡ фронттың 7-се уҡчылар дивизияһында разведчик була, 1920 йылдың сентябрендә контузия ала. 1920 йылдың октябрендә демобилизациялана. Һуңынан, үҙенең автобиографияһы һәм шәхси эше материалдарына ярашлы, Ҡыҙыл Армия һәм Флоттың Үҙәк идаралығында — курьер, Центропечаттә — агент, Волгосудстройҙа — урман ағыҙыуҙа, агент булып һәм Түбәнге Новгородта ГПУ-ның 5-се Волга полкында электромонтер булып эшләй. Ҡайһы бер мәҡәләләр буйынса, 1920 йыл һуңында махсус тәғәйенләнештәге частарға (ЧОН) инә[2]. 1924 йылда Түбәнге Новгородта Я. М. Свердлов исемендәге урта мәктәпте тамамлай.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.