Нуриман районы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Нуриман районы (рус. Нуримановский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Ҡариҙел йылғаһының һул яры буйлап түбәнге ағымында урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығышта Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылдың авгусында Иҫке Күл районы итеп ойошторолған, 1933 йылда хәҙерге исеме бирелә. Район үҙәге — Ҡыҙылъяр ауылы, Өфөнән — 100 км, иң яҡын тимер юл станцияһы Иглиндән 40 км алыҫлыҡта ята.
Ҡыҫҡа факттар Нуриман районы рус. Нуримановский район, Ил ...
Нуриман районы рус. Нуримановский район | |
---|---|
Ил | Рәсәй |
Статус | Муниципаль район |
Төбәк | Башҡортостан |
Эске бүленеш | 12 ауыл биләмәһе |
Административ үҙәге | Ҡыҙылъяр ауылы |
Халыҡ һаны | 31247 кеше |
Халыҡ тығыҙлығы | 8.1 |
Майҙаны | 2634 км² |
Сәғәт бүлкәте | MSK +2 |
Автомобиль коды | 02, 102 |
Ябырға
Халыҡ һаны 2010 йылда 21,5 мең кеше (1970 — 34,3 мең; 1979 — 28,1 мең; 1989 — 22,9 мең; 1995 — 22,4 мең).
Районда 2 ҡасаба — Ҡыҙыл Шишмә (3,1 мең кеше), Павловка (1989 — 3,9 мең кеше) һәм 50 ауыл бар. Халҡының күпселеген татарҙар, башҡорттар, урыҫтар, мариҙар тәшкил итә.