From Wikipedia, the free encyclopedia
Мариҙар (мар. марий, мары, маре, мӓрӹ; элегерәк: рус. черемисы, төрки тел. чирмыш[8][9][комм. 1])) — Рәсәйҙә фин-уғыр халҡы, Марий Эл Республикаһының төп халҡы. Рәсәйҙә 643 мең кеше, шул иҫәптән Марий Элда 324 мең кеше, Башҡортостанда 106 мең кеше иҫәпләнә.
Йыван Кырла • Чавайн Сергей | |
Үҙ атамаһы |
мар. Марий, Мары, Маре, Мӓрӹ |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Барлығы: 675 000
Ҡаҙағстан: | |
Археологик культура |
Ананьин мәҙәниәте, Городецк мәҙәниәте, Боронғо мари мәҙәниәте |
Тел | |
Дин |
Mажоритар: |
Раса тибы |
Европеоид расаһы, Субурал тибы |
Халыҡ | |
Туғандаш халыҡтар |
әрзә, муҡшы, меря, мурома |
Мариҙарҙың дүрт төркөмөн бүлеп йөрөтәләр: тау (Марий Элдең көнбайышында һәм күрше райондарҙа, Волганың уң һәм өлөшләтә һул ярында йәшәй), төньяҡ-көнбайышта (Киров өлкәһенең көньяҡ-көнбайышында һәм Түбәнге Новгород өлкәһенән төньяҡ-көнсығышта), болон (мари халҡының күпселеген тәшкил итә, Волга-Вятка йылғалары араһын биләй) һәм көнсығыш (Волганан Башҡортостанға һәм Уралға иммигранттарҙан барлыҡҡа килгән). Һуңғы ике төркөм тарихи һәм лингвистик яҡтан яҡын.
Мари халҡы вәкилдәре Башҡортостанда башлыса Балтас, Бөрө, Дүртөйлө, Краснокама, Ҡалтасы, Мишкә, Нуриман, Шаран, Яңауыл райондарында йәшәй. Дөйөм алғанда, республикала 240-тан ашыу мари ауылы иҫәпләнә.
Мари халҡының күпселеге бөгөн ике телле — урыҫ телендә лә һөйләшәләр.
Мариҙарҙың күпселеге мәжүси, бер өлөшө христиан, ҡалғандары ислам динен тота.
Мари исеме прото-һинд-иран тамырынан *márya-, «кеше» тигәнде аңлата, һүҙмә-һүҙ «хоҙай бәндәһе». Ул фин-уғыр һәм һинд-иран телдәрендә һөйләшеүселәр араһындағы иртә бәйләнештәрҙе күрһәтә[11].
Беҙҙең эраның беренсе мең йыллығында мари ҡәбиләләре Унжи, Ветлуга йылғаларының бассейны һәм Сура һәм Цивил тамағы араһында (Волганың уң ярында) барлыҡҡа килә. Мариҙарҙың нигеҙен көнсығыш дьяковтар, ананьиндар вариҫтары һәм һуңғы городецтар ҡәбиләләре тәшкил иткән[12].
Мариҙарҙың төп өлөшө Марий Эл Республикаһында йәшәй (290 мең кеше). Байтаҡ өлөшө Киров һәм Түбәнге Новгород өлкәләрендә. Иң ҙур мари диаспораһы Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан (103 мең кеше). Мариҙар Татарстанда (18,8 мең кеше), Удмуртияла (8 мең кеше), Свердловск өлкәһе (23,8 мең кеше) һәм Пермь крайында (4,1 мең кеше), Ханты-Манси автономиялы округы, Силәбе һәм Томск өлкәләрендә тығыҙ йәшәй[1]. Шулай уҡ Ҡаҙағстанда (4 мең, 2009 йыл һәм 12 мең, 1989 йыл), Украинала (4 мең, 2001 йыл һәм 7 мең, 1989 йыл), Үзбәкстанда (3 мең, 1989 йыл) йәшәйҙәр.
Халыҡтың иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса мариҙар һаны (кеше):
1897[13][14] | 1926[15] | 1939[16] | 1959[17] | 1970[18] | 1979[19] | 1989[20] | 2002[21] | 2010[22] | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
СССР | — | 428192 | ▲ 481587 | ▲ 504205 | ▲ 598628 | ▲ 621961 | ▲ 670868 | — | — |
Рәсәй Федерацияһы (Рәсәй империяһы, РСФСР) | 375439[23] | ▲ 428001 | ▲ 476382 | ▲ 498006 | ▲ 581082 | ▲ 599637 | ▲ 643698 | ▼ 604298 | ▼ 547605 |
Марий Эл Республикаһы (Мари автономлы өлкәһе, Мари АССР-ы) | — | 247979 | ▲ 273332 | ▲ 279450 | ▲ 299179 | ▲ 306627 | ▲ 324349 | ▼ 312178 | ▼ 290863 |
Киров өлкәһе (Вятка губернаһы) | 144918[24] | ▼59741 | ▼57008 | ▼52570 | ▼51682 | ▼47910 | ▼44496 | ▼38930 | ▼29598 |
Башҡортостан (Өфө губернаһы, Башҡорт АССР-ы) | 80608[25] | ▼79298 | ▲ 90163 | ▲ 93902 | ▲ 109638 | ▼ 106793 | ▼ 105768 | ▬105829 | ▼103658 |
2002 йыл: район, иҫәп, районда өлөшө:
Иҫәбе (Киров өлкәһе): 2002 йыл — 38 390, 2010 год — 29 598.
Мари теле Урал телдәренең фин-уғыр тармағы фин-Волга төркөмөнә ҡарай.
1938/1939 уҡыу йылынан мари мәктәптәрендә урыҫ алфавиты нигеҙендә берҙәм алфавит индерелә[26].
1958 йылғы СССР-ҙың мәғариф тураһындағы законы урыҫ милләтле булмаған балаларҙың ата-әсәләренә балалар өсөн туған телде һайлау хоҡуғы бирә, был мари телендә уҡытҡан мәктәптәрҙең бер өлөшөн ҡыҫҡарта. 1988/1989 уҡыу йылында Мари АССР-ында 255 милли мәктәп эшләй. Мари телен күпселек осраҡта айырым предмет булараҡ өйрәнәләр. Башланғыс мәктәптә туған тел булараҡ Мари АССР-ында һәм күрше төбәктәрҙә 12 000 бала өйрәнә[27].
Мари Эл Республикаһында 2000 йылдар уртаһында мари теле туған тел итеп 163 мәктәптә, айырым предмет булараҡ 125 мәктәптә өйрәнелә[28].
Рәсәйҙә 2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса мари телендә 487 855 кеше һөйләшә. Рәсәйҙә 604 298 мари кешеһе араһында 464 341 кеше (76,8 %) мари телендә һөйләшә, 587 452 кеше (97,2 %) рус телендә һөйләшә, йәғни мари-рус ике теллелеге киң таралған[29][30]. Марий Элдағы 312 195 мари кешеһе араһында мари телендә 262 976 кеше (84,2 %) һөйләшә, шул иҫәптән болон-мари телендә — 245 151 кеше (93,2 %) һәм тау-мари телендә — 17 825 кеше (6,8 %); урыҫ телендә — 302 719 кеше (97,0 %)[31][32].
Православиенан тыш мариҙарҙың үҙ традицион дине бар, ул хәҙерге ваҡытта ла үҙҙәренең рухи мәҙәниәтендә билдәле бер роль уйнай. Мариҙарҙың үҙ традицион диненә тоғролоғо Европа һәм Рәсәй журналистарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Мариҙарҙы хатта «Европаның һуңғы мәжүсиҙәре» тип тә атайҙар[33].
XIX быуатта мариҙарҙың традицион дине ҡыҫырыҡлауҙарға дусар була. Мәҫәлән, 1830 йылда Эске эштәр министры күрһәтмәһе буйынса (уға Изге Синодтан мөрәжәғәт килә) ғибәҙәт ҡылыу өсөн урынын — Чумбылат курыкты шартлаталар. Шуға ҡарамаҫтан, Чумбылат ташын юҡҡа сығарыу көтөлгән һөҙөмтә бирмәй, сөнки мариҙар ташҡа түгел, ә ундағы аллаға табына[34].
Элек-электән мариҙарҙың милли исемдәре булған. Уларҙың исем формалашыуының үҙ формаһы бар, патроним һәм үҙ исемендәге йыйылмаһынан тора. Ул күп йәһәттән исланд теленә оҡшаған. Мәҫәлән, Абай Имансар (Имансар Абаевич), Яҥграват Токтар (Токтар Яҥграватович), Темрай Саркандай (Саркандай Темраевич). Ҡатын-ҡыҙ исемдәре: Лари Салима (Салима Лариевна), Кыркылай Лыставий (Лыставий Кыркылаевна), Гельсий Агави (Агави Гельсиевна) һ. б.
Рәсәй мариҙарының белем кимәле Рәсәй Федерацияһы халҡына ҡарағанда күпкә түбәнерәк. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, мариҙар араһында 11,7 % ғына юғары йәки юғары уҡыу йортонан һуң белемле булған (15 йәштән өлкән 470 834 кешенән 55 277 кеше белем кимәлен күрһәтә)[35]. Рәсәй халҡы араһында 2010 йылда юғары йәки аспирантурала белем алған кешеләрҙең өлөшө 23,4 % тәшкил итә (15 йәштән өлкәнерәк 117 639 476 кешенән 27 540 707 кеше белем кимәлен күрһәтә)[36].
Башҡортостан — Мари Элданн һуң Рәсәйҙә йәшәүсе мариҙар һаны буйынса икенсе урында. Башҡортостанда 105 829 мари йәшәй (2002)[37][38], Башҡортостан мариҙарының өстән бер өлөшө ҡалаларҙа йәшәй.
Мариҙарҙың Уралға күсеүе XV—XIX быуаттарҙа бара һәм уларҙы Урта Волгала көсләп христианлаштырыу менән аңлатыла. Башҡортостандың мари халҡы күпселек осраҡта традицион инаныуҙарын һаҡлап ҡалған.
Мари телендә белем алыу милли мәктәптәрҙә, Бөрө һәм Благовещен урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында бар. Өфөлә «Марий ушем» Мари йәмәғәт берекмәһе эшләй.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.