From Wikipedia, the free encyclopedia
Серб эпик халыҡ поэзияһы, серб эпик халыҡ йыры (сер. Српске епске народне песме) — был сығышы менән хәҙерге Сербия, Босния һәм Герцеговина, Хорватия, Македония һәм Черногориянан булған серб халҡы тыуҙырған эпик поэзия формаһы. Төп циклдары исемдәре билдәле булмаған авторҙар тарафынан XIV һәм XIX быуаттарҙа ижад ителгән. Улар күп дәрәжәлә тарихи ваҡиғалар һәм шәхестәр менән бәйле. Поэмалар, ғәҙәттә, гусли (серб. гусле) оҙатыуында речитатив менән уҡыла.
Серб эпик халыҡ поэзияһы милли үҙаң үҫешенә булышлыҡ иткән[1]. Марко Кралевич, гайдуктар һәм ускоктар тураһындағы шиғырҙар циклы сербтарҙы үҙ азатлығын һәм героик үткәнен тергеҙергә илһамландыра[1]. Гайдуктар милли оҡшашлыҡтың идентичность айырылғыһыҙ өлөшө булараҡ ҡарала; гайдуктар хикәйәләрҙә батыр итеп һүрәтләнә: улар Ғосман империяһы хакимлығы аҫтында йәшәгәндә идара итеүсе элита ролен уйнаған, сербтарҙы ғосман иҙеүенән һаҡлаған, милли азатлыҡ көрәшенә әҙерләнгән һәм Серб инҡилабына булышлыҡ иткәны[2].
Серб эпик поэмаһының иң тәүге яҙмаһы — ул
Георгий Бранковичтың Янош Хуньядиҙы әсирлеккә алыуы тураһындағы бугарштица — серб эпосы йырының 1497 йылғы фрагменты[3][4]. Ғосман империяһы дәүерендә сербтарҙың гуслела уйнап йырлағаны билдәле. Атаҡлы серб башҡарыусылары XVI—XVII быуаттарҙа поляк король һарайында, һуңыраҡ Украина һәм Венгрияла йырҙарын гуслела уйнап башҡарған[5]. Венгр тарихсыһы Тиноди Себастьян 1554 йылда «Венгрияла гуслела уйнағандарбик күп, ләкин Димитрие Караман кеүек серб стилендә оҫтараҡ башҡарыусы юҡ» тип яҙған. Ул Карамандың 1551 йылда Липовела төрөк лорды Оломан алдында сығыш яһағанын тасуирлаған: гусляр гуслеһын тубыҡ араһына ҡуйып уйнаған, ул бик көслө хис-тойғоға бирелеп башҡарған, ә йөҙөндә ҡайғылы кисерештәр сағылғана[6]. Тарихсы һәм шағир Матейя Стрыйковский (1547—1582) үҙенең 1582 йылғы йылъяҙмаһына хроника ата-бабаларының төрөктәргә ҡаршы батырҙарса көрәше тураһында бәйән иткән эпик шиғырҙарҙы индергән[7].
1824 йылда Вук Караджич үҙенең халыҡ йырҙары коллекцияһы күсермәһен Якоб Гриммға ебәрә, һәм Гримм бигерәк тә «Скадар ҡәлғәһе» «Здание Скадар» йырын мактап туя алмай. Гримм уны немец теленә тәржемә иткән һәм тип атала һәм «бөтә замандар һәм халыҡтарҙың иң тулҡынландырғыс шиғырҙарының береһе»[8][9] тип билдәләгән.
Эпик шиғырҙарҙың күпселеге ғосман иҙеүе дәүеренә һәм унан азат булыу өсөн көрәшкә бағышланған. Этнограф Караджич Вуктың тырышлығы арҡаһында, был эпостарҙың күбеһе йыйылған һәм XIX быуаттың тәүге яртыһына һәм уртаһында китаптпрҙа баҫтырып сығарылған. Караджич был поэмаларҙы «халыҡ ауыҙынан сыҡҡанса» «из уст народа» яҙып алған. Серб шиғриәте Европала илтифатлы благосклонно ҡабул ителә, сөнки был ваҡытта романтизмдың сәскә атҡан осоро була. Якоб Гримм шиғырҙарҙы оригиналда уҡыу маҡсатында, серб телен өйрәнә башлаған. Ул һәр яңы серб эпик шиғырҙар йыйынтығына ентекле анализ яһаған. Ул, һуңғараҡ Гёте әйткәнсә, йырҙарҙы йырға тиң тип атаған. Якоб Гримм һәм словениялы Йернер Копитар арҡаһында, серб халыҡ әҙәбиәте донъя әҙәбиәтендә үҙ урынын тапты[10].
Эпик эпик шиғриәте циклдарға бүленә:
Шиғырҙар тарихи ваҡиғаларҙы дөрөҫлөккә төрлө кимәлдә тап килтереп һүрәтләй.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.