From Wikipedia, the free encyclopedia
Симонов Константин (Кирилл) Михайлович (28 ноябрь 1915 йыл — 28 август 1979 йыл) — рус совет прозаигы, шағир, драматург һәм киносценарист. Йәмәғәт эшмәкәре, журналист, хәрби корреспондент. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974). Ленин (1974) һәм алты Сталин премияһы (1942, 1943, 1946, 1947, 1949, 1950) лауреаты. Халхин-Гол (1939) һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында (1941—1945) ҡатнашыусы. Совет Армияһы полковнигы. СССР Яҙыусылар союзының генераль секретары урынбаҫары[5].
Константин (Кирилл) Михайлович Симонов 1915 йылдың 28 ноябрендә Петроградта тыуған, уның атаһы — генерал-майор Михаил һәм әсәһе — кенәз ҡыҙы Александра Оболенская[6].
Кирилл Симонов үҙ атаһы тәрбиәһен белмәй үҫә, сөнки ул Беренсе донъя һуғышында хәбәрһеҙ юғала (яҙыусының рәсми биографияһынан, уның улы А. К. Симонов ҡартатаһының эҙҙәре Польшала 1922 йылда юғала, тигән мәғлүмәт бирә[7][8]). 1919 йылда әсәһе улы менән Рязань ҡалаһына күсеп китә һәм Рус император армияһының элекке полковнигы, хәрби эштәр буйынса уҡытыусы А. Г. Иванишевҡа кейәүгә сыға. Һуңғараҡ РККА командиры булып киткән үгәй атаһы Константинды үҙ улы һымаҡ яҡын күрә, улар бер-береһен ярата[9]). Әсәһе улын тәрбиәләү менән шөғөлләнә һәм йорт хужалығын алып бара. Үгәй атаһы хәрби кеше булғанға күрә, Кириллдың бала сағы хәрби ҡаласыҡтарҙа һәм командир ятаханаларында үтә. Ете класс тамамлағандан һуң социалистик төҙөлөшө идеяһы менән янған үҫмер[10] эшсе һөнәрен үҙләштерергә була һәм ФЗУ-ға уҡырға инә. Башта Һарытауҙа металл буйынса токарь булып эшләй, ә һуңғараҡ Мәскәүҙә ошо уҡ эштә була. Мәскәүгә ғаилә 1931 йылда күсенә. Күсенгәнгә тиклем дүрт ай дауамында үгәй атаһы ҡулға алынған була, уны эштән сығаралар һәм фатирҙарынан ҡыуалар.
Шул уҡ йылда Симонов СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә һәм ИФЛИ (Мәскәү философия, әҙәбиәт һәм тарих институты) аспирантураһына уҡырға инә, «Павел Черный» поэмаһын баҫтыра.
Кировты үлтергәндән һуң, 1935 йылда дворян сығышлы кешеләр Ленинградтан һөрөлә, улар араһына әсәһенең өс апаһы ла эләгә. Уларҙы Ырымбур өлкәһенә һөрәләр, уларҙың икәүһе, Дарья һәм Софья, репрессиялана һәм шунда төрмәлә вафат булалар (1938 йылда). Иҫән ҡалған өсөнсө инәһе, Людмила Леонидовна Оболенская, 1955 йылда ғына һөргөндән ҡайтарыла. Был ғәҙелһеҙлектәр Симоновтың күңелендә ғәҙелһеҙлек тойғоһон уята.
1935 йылда Симонов А. М. Горький исемендәге Әҙәби институтының киске бүлегенә уҡырға инә, бер йылдан көндөҙгө бүлеккә күсә[11].
1938 йылда Кирилл Симонов Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. Был ваҡытҡа инде ул бер нисә әҫәр авторы була —1936 йылда «Молодая гвардия» һәм «Октябрь» жураналдарында Симоновтың тәүге шиғырҙары баҫтырыла.
1940 йылда Симонов үҙенең тәүге «Бер мөхәббәт тарихы» («История одной любви») исемле пьесаһын ижад итә, уны сәхнәгә Ленин комсомолы исемендәге театр ҡуя; 1941 йылда «Беҙҙең ҡала егете» («Парень из нашего города») пьесаһын яҙа. Бер йыл дауамында В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияһы ҡараамағындағы хәрби корреспонденттар курсында уҡый. Халхин-Голдағы совет-япон низағы барышында «Героическая красноармейская» гәзитендә практика үтә. 1941 йылдың 15 июнендә уға икенсе рангы хәрби интендант званиеһын бирелә.
Һуғыш башланғас, ғәмәлдәге армия хәбәрсеһе булараҡ, «Известия» гәзитендә баҫыла, «Боевое знамя» фронт гәзитендә эшләй[7].
1941 йылдың йәйен, «Ҡыҙыл йондоҙ» гәзитенең махсус хәбәрсеһе булараҡ, ҡамауға эләккән Одесса ҡалаһында үткәрә[12]. 1941 йылдың сентябрендә Л-4 Гарибальдиец һыу аҫты кәмәһендә хәрби походта ҡатнаша. 19 сентябрҙә «Ҡыҙыл йондоҙ» гәзитендә ошо хаҡта «Румыния ярҙарында» очергы сыға[13].
1942 йылда уға — өлкән батальон комиссары, 1943 йылда — подполковник, ә һуғыштан һуң полковник исеме бирелә. Һуғыш йылдарында Симонов «Урыҫ кешеләре» («Русские люди»), «Көт мине» («Жди меня»), «Шулай буласаҡ» («Так и будет») исемле пьесаларын, « Көндәр һәм төндәр»(«Дни и ночи») повесын, ике шиғырҙар йыйынтығын («Һинең менән һәм һинһеҙ» («С тобой и без тебя») нәшер итә.
Көнбайыш фронты Хәрби советының 1942 йылдың 3 майындағы 482-се бойороғона ярашлы өлкән батальон комиссары Симонов Кирилл Михайлович Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[14]. Хәрби хәбәрсе К. Симоновтың башлыса «Ҡыҙыл йондоҙ» гәзитендә баҫтырыла.
«Ҡыҙыл йондоҙ» гәзите хәбәрсеһе булараҡ, 1943 йылда Харьков хәрби енәйәтселәр процесы барышын яҡтырта[15].
1944 йылдың 4 ноябрендә подполковник Симонов Кирилл Михайлович, «Ҡыҙыл Йондоҙ» гәзитенең махсус хәбәрсеһе булараҡ, «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[16].
4-се Украин фронтының Хәрби Советының 1945 йылдың 30 майындағы 132/н бойороғона ярашлы «Ҡыҙыл йондоҙ» гәзите корреспонденты подполковник Симонов 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә, был орден уға 4-се Украин фронты частары һәм 1-се Чехословак корпусы яугирҙары тураһында очерктар серияһын яҙыу, 101-се һәм 126-сы уҡсылар корпусының командирҙар күҙәтеү пунктында алыштар ваҡытында 1-се Чехословак корпусы частарында һөжүм алыыштары ваҡыттарында булған өсөн бирелә.
РККА Баш сәйәси идаралығының 1945 йылдың 19 июлендәге бойороғо менән подполковник Кирилл Михайлович Симонов «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[17][18].
Һуғыштан һуң «Чехословакиянан хаттар» (1945)[19], «Славян дуҫлығы» (1945)[20], «Югославия дәфтәре» (1945)[21], «Ҡара диңгеҙҙән Баренц диңгеҙенә тиклем. Хәрби хәбәрсе яҙмалары» очерктар йыйынтыҡтары нәшер ителә.
Һуғыштан һуңғы өс йылда Симонов сит илдәрҙә командировкаларҙа була (Япония, АҠШ, Ҡытай) «Яңы донъя» журналында баш мөхәррир булып эшләй. 1958—1960 йылдарҙа Ташкентта «Правда» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе сифатында йәшәй һәм Урта Азия республикаларында йөрөп эшләй. Махсус хәбәрсе булараҡ, «Правда» гәзитендә Даманский утрауындағы ваҡиғаларҙы яҡтырта (1969 йыл)[22].
Сталин үлгәндән һуң Симонов яҙа[23]:
Нет слов таких, чтоб ими описать
Всю нетерпимость горя и печали.
Нет слов таких, чтоб ими рассказать,
Как мы скорбим по Вас, товарищ Сталин…
«Товарищи по оружию» исемле тәүге романы 1952 йылда донъя күрә, һуңынан «Терләр һәм һәм үлеләр» (1959, «Живые и мёртвые» китабы сыға. 1961 йылда «Замандаш» («Современник») театры «Дүртенсе» («Четвертый») пьесаһын ҡуя. . 1963—1964 йылдарҙа Симонов «Һалдат булып тыумайҙар» («Солдатами не рождаются»), 1970—1971 йылдарҙа «Һуңғы йәй» ("Последнее лето) романдарын яҙа. Симоновтың сценарийҙары буйынса бер нисә фильм ҡуйыла: «Парень из нашего города» (1942), «Жди меня» (1943), «Дни и ночи» (1943—1944), «Бессмертный гарнизон» (1956), «Нормандия-Неман» (1960, Ш. Спаак һәм Э. Триоле менән берлектә), «Живые и мёртвые» (1964), «Возмездие (1967)», «Двадцать дней без войны» (1976).
1946—1950 һәм 1954—1958 йылдарҙа Симонов — «Новый мир» журналының баш мөхәррире; 1950—1954 йылдарҙа — "Литературная газета"ның баш мөхәррире.
1946—1959 һәм 1967—1979 йылдарҙа Симонов — СССР Яҙыусылар союзы секретары[24].
1978 йылда Яҙыусылар союзы Симоновты шағир Александр Блоктың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы әҙерлек буйынса комиссияһы рәйесе итеп тәғәйенләй[25].
2—3 саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1946—1954), 724-се Ишембай һайлау округы буйынса 4-се саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты (1955). КПСС Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат (1952—1956).КПСС Үҙәк Ревизия комитеты ағзаһы (1956—1961 һәм 1976—1979 йылдарҙа). Константин Симонов 1979 йылдың 28 авгусында Мәскәүҙә үпкә рагынан вафат була[7]. Васыятына ярашлы, К. Симонов кәүҙәһенең көлө Буйничск яланы өҫтөндә һибелә (Могилёв ҡалаһы тирәһендә). Уның һуңғы ҡатыны Лариса ла тормош иптәшенең янында булырға теләй. Симонов яҙып ҡалдырған:
«Я не был солдатом, был всего только корреспондентом, однако у меня есть кусочек земли, который мне век не забыть, — поле под Могилёвом, где я впервые в июле 1941 года видел, как наши в течение одного дня подбили и сожгли 39 немецких танков…»
Сталинград һуғышы ваҡытында 214‑се уҡсылар дивизияһында һәм 112‑се Башҡорт кавалерия дивизияһында була һәм шуға арнап «Башҡорт дивизияһында» («В Башкирской дивизии», 1942; башҡортса 1942) очеркын яҙа. 1955 йылда Башҡортостанға килә, Өфөлә башҡорт яҙыусылары менән осраша. Әҫәрҙәре Рәми Ғарипов, Хәким Ғиләжев, Ғариф Ғүмәр, Мостай Кәрим һәм башҡалар тарафынан башҡорт теленә тәржемә ителгән. «Урыҫ кешеләре» («Русские люди») пьесаһы 1942 йылда — Башҡорт академия драма театрында, 1970 йылда — Урыҫ драма театрында, «Прага каштандары аҫтында» («Под каштанами Праги») пьесаһы 1946 йылда БАДТ-та ҡуйыла[28]. 1955 йылда К. Симонов 724-се Ишембай һайлау округы буйынса 4-се саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
Симонов космополитизм менән — Ленинградтағы йыйылыштарҙа Михаил Зощенко һәм Анны Ахматоваға ҡаршы көрәштә, Борис Пастернакты эҙәрлекләүҙә, 1973 йылдың 31 авгусында «Правда» гәзитенә Солженицын һәм Сахаровҡа ҡаршы хаттар яҙыуҙа ҡатнаша[29].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.