From Wikipedia, the free encyclopedia
Түбән Стәрле[3] (Түбәнге Стәрлетамаҡ, Түбәнге Стәрле[4]; татар. Түбән Эстәрле, рус. Нижнее Стярле) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.
Ауыл Стәрле йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан көнсығышҡа табан 38 км алыҫлыҡта урынлашҡан[5].
Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1786 йылдан билдәле. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Стәрлетамаҡ административ-территориаль улусы составына керә[6].
XX быуат башында ауылда 2 мәсет, 2 мәктәп теркәлгән[5].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Тымытыҡ районы, 1958 йылдан — Ютазы районы, 1963 йылдан — Бөгөлмә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[5].
1816 йылда ауылда 26 ир затлы аҫаба башҡорт, 21 ир затлы керҙәш башҡорт, 112 типтәр һәм 166 дәүләт крәҫтиәне; 1859 йылда — 28 ир затлы башҡорт, 36 ир затлы керҙәш башҡорт, 201 типтәр һәм 406 дәүләт крәҫтиәне иҫәпләнгән[6].
1795 | 1889 | 1910 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
570 | 649 | 907 | 926 | 429 | 490 | 367 | 284 | 279 | 207 | 126 | 112 |
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.