Уразай[3] [4] (татар. Уразай, рус. Уразаево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ үҙәге ...
Уразай
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Уразаевское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Уразаевское сельское поселение[d][1]
Халыҡ һаны 637 кеше (2020)[2]
Почта индексы 423330
Thumb
Ябырға

География

Ауыл Стәрле йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан көньяҡҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан[5].

Тарих

Ауылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1765 йылдан билдәле. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҙнаҡай административ-территориаль улусы составына керә[6].

XX быуат башында ауылда 2 мәсет, мәктәп, 4 һыу тирмәне теркәлгән[5].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[5].

Халҡы

1795 йылда ауылда 35 башҡорт, 15 хеҙмәтсе татар, 72 яһаҡлы татар һәм 150 типтәр; 1859 йылда — 87 ир затлы аҫаба башҡорт, 5 ир затлы керҙәш башҡорт, 229 типтәр һәм 9 дәүләт крәҫтиәне иҫәпләнгән[6].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [5][4])
1795185918971920192619381949195819701979198920022010
27277312151465150414451018942817667591726753

Иҫкәрмәләр

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.