Ҡырғыҙстан географияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡырғыҙстан — диңгеҙгә сығыу юлы булмаған Урта Азия иле. Милли биләмә көнсығыштан көнбайышҡа яҡынса 925 саҡрымға һәм төньяҡтан көньяҡҡа табан 454 саҡрымға һуҙыла.
Ҡырғыҙстан географияһы | |
---|---|
Донъя ҡитғаһы | Азия |
Регион | Урта Азия |
Координаталар | {{{координаты}}} |
Майҙаны |
|
Сиктәре | 4508 км |
Иң юғары нөктә | Еңеш суҡыһы 7439 м |
Иң түбән нөктә | Ҡолондо, 401 м |
Иң ҙур йылға | Сөй (яҡынса 1300 км) |
Иң ҙур күл | Эҫек-Күл (6236 км²) |
Ҡырғыҙстан көнсығышта һәм көньяҡ-көнсығышта — Ҡытай, төньяҡта — Ҡаҙағстан, көнбайышта — Үҙбәкстан һәм көньяҡта Тажикстан менән сиктәш. Фирғәнә үҙәнендәге Үҙбәкстан менән Тажикстан араһындағы сиктәр үтергә ауыр. Сталиндың Үҙәк Азияны биш республикаға бүлеүе арҡаһында күп кенә этник ҡырғыҙҙар Ҡырғыҙстанда йәшәмәй. Өс анклав булдырыла, улар рәсми яҡтан Ҡырғыҙстан территорияһының бер өлөшө булып тора, әммә йәғрәфи яҡтан бер нисә километр алыҫлыҡта: икеһе Үҙбәкстан менән, берәүһе Тажикстан менән уралған.
Ҡырғыҙстан рельефында Тянь-Шань һәм Памир тау системалары өҫтөнлөк итә, улар илдең яҡынса 65 фаизын биләй. Алай һыртының бер өлөшө илдең көньяҡ-көнбайышында өҫтөнлөк итә, ә көнсығышта Тянь-Шаньдың төп һырты Көньяҡ Ҡырғыҙстан менән Ҡытай сиге буйлап үтә, артабан көнсығышҡа тура Ҡытайҙың Шеңжан-Уйғыр автономиялы районына тиклем һуҙыла.
Ҡырғыҙстандың уртаса бейеклеге — 2750 метр. Иң бейек тауы — 7439 метрлыҡ Еңеш суҡыһы. Ил еренең 90 фаиз самаһы диңгеҙ кимәленән 1500 метрҙан ашыу бейеклектә ята.