From Wikipedia, the free encyclopedia
Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы (15 сентябрь 1913 йыл — 15 ғинуар 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсы, гвардия ҡыҙылармеецы. Һуғышҡа тиклем — уҡытыусы. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
Үтәғолов Зөбәй Төхвәт улы | |||
Тыуған ваҡыты | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны | |||
Үлгән ваҡыты | |||
Вафат урыны |
Ростов өлкәһе) Тарасов районы Донской ҡасабаһы (Красновка ст. янында) | ||
Хеҙмәт иткән урыны | |||
Хеҙмәт итеү йылдары |
1942—1943 | ||
Хәрби звание | |||
Хәрби алыш/һуғыш | |||
Наградалар һәм премиялар |
| ||
Связи |
Зөбәй Төхвәт улы Үтәғолов 1913 йылдың 15 сентябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Баҡый ауылында крәҫтиән ғаиләһендә[1] тыуған. Маҡар районының Маҡар ауылында икенсе баҫҡыс мәктәбендә уҡый (һуңынан белем усағы беренсе баҫҡыс мәктәп менән ҡушылып, Маҡар урта мәктәбе булып китә). Мәктәптән һуң Башҡорт педагогия институтына уҡырға инә һәм унда Һәҙиә Дәүләтшина, Ғәлимов Сәләм, Хәниф Кәрим кеүек буласаҡ билдәле яҙыусылар, шағирҙар менән бергә юғары һөнәри белем ала. «Шоңҡар» әҙәби түңәрәгенең беренсе ҡарлуғасы[2]. Институтты тамамлағас, Салауат районы Арҡауыл урта мәктәбенә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп ебәрелә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан уны Мәләүез районының Юлдаш урта мәктәбе директоры итеп күсерәләр[3].
1942 йылдың авгусында Мәләүез военкоматынан Ҡыҙыл Армияға алына, шул уҡ йылдың ноябренән башлап Көньяҡ-Көнбайыш фронтында хеҙмəт итə.
Ҡыҙылармеец Зөбәй Үтәғолов 1943 йылдың 15 ғинуарында Дон тимер юлы ҡасабаһы (хәҙер Ростов өлкәһенең Тарасов районы, Красновка станцияһы) өсөн барған алыштарҙа айырылып айырылып тора. Тиңһеҙ алышта башҡа яугирҙар менән бергә батырҙарса һәләк була[4]. Красновка станцияһында туғандар ҡәберлегендә ерләнә[5].
«Советтар Союзы Геройы» исеме 1943 йылдың 31 мартында бирелә.
Шағир Хәниф Кәрим һабаҡташына «Хәтерләү» тигән шиғырын бағышлаған. Унда шундай юлдар бар:
Автоматын тотҡан килеш
Атлай Зөбәй мәңгелеккә,
Әйтә һымаҡ,
Әй, дуҫтарым,
Яуҙа ҡурҡыу белмәнек беҙ,
Уттарҙа ла янманыҡ беҙ,
Үлгәндә лә үлмәнек беҙ...[6]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.