1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы крәҫтиәндәр һуғышы (Пугачёвщина, Пугачёв болаһы, Пугачёв ихтилалы) — казактарҙың, крәҫтиәндәрҙең һәм Урал менән Волга буйы халыҡтарының императрица Екатерина II хөкүмәтенә ҡаршы оло масштаблы һуғышҡа әүерелгән ихтилал.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |
Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы крәҫтиәндәр һуғышы | |||
Дата |
17 сентябрь (28 сентябрь) 1773 — 1775 йыл уртаһы | ||
---|---|---|---|
Урыны |
Ырымбур крайы, Урал, Кама буйы, Тарихи Башҡортостан, Волга буйы | ||
Нәтижә |
Ихтилалды баҫтырыу. | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы Викимилектә | |||
1772 йылда Яйыҡ ҡаласығында ғәскәрҙең юғары старшиналар ҡатламына һәм хөкүмәт вәкилдәренә ҡаршы казактарҙың ихтилалы башлана. Ихтилал баҫтырыла, әммә казактар баш эймәй, ә яңы сығышҡа сәбәп көтөп шымалар. Бындай сәбәп Яйыҡта үҙен Пётр III тип иғлан иткән Дон казагы, ҡасҡын Пугачев килеп сығыуы менән яңыра. 1773 йылдың 17 (28) сентябрендә Бударин форпосынан башланған Яйыҡ казактарының яңы сығышы бик тиҙ Ырымбур крайын, Уралды, Кама буйын, Башҡортостанды, Көнбайыш Себерҙең бер өлөшөн, Урта Волга буйын ялмап ала. Ихтилал барышында агитация һәм иң мөһим хыялдарҙы тормошҡа ашырыу буйынса вәғәҙәләр һөҙөмтәһендә казактарға башҡорттар, ҡалмыҡтар, ҡаҙаҡтар, сыуаштар, татарҙар, Урал заводтары крәҫтиәндәре ҡушыла. 1773 йылдың сентябренән 1774 йылдың мартына тиклем ихтилалдың беренсе этабы баш күтәреүселәрҙең уңыштары менән билдәләнә, әлеге уңыштар иррегуляр казак һәм урыҫ булмаған частарҙың тәжрибәле вәкилдәренең күп һанлы булмаған һәм рухи яҡтан тарҡатылған хөкүмәт ғәскәрҙәренән өҫтөнлөклө булыуы менән бәйле. Ихтилалсылар Ырымбурҙы, Яйыҡ ҡаласығын, Өфөнө баҫып алалар, күп һанлы ҡаласыҡтарҙы, нығытмаларҙы һәм заводтарҙы яулайҙар.
Хәлдең бөтә етдилеген аңлаған хөкүмәт империяның көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш сиктәрендәге ғәскәрҙәрҙе туплай башлай һәм тәжрибәле булған генерал-аншеф А. И. Бибиковты етәксе итеп тәғәйенләй. Бының һөҙөмтәһендә 1774 йылдың март айында баш күтәреүселәр бөтә урындарҙа ла уңышһыҙлыҡҡа тарый, күп кенә күренекле ихтилал етәкселәре һәм ябай ҡатнашыусылар ҡулға алына йәки үлтерелә, ҡалғандары тарҡатыла. Әммә Бибиковтың вафатынан һуң, 1774 йылдың апрелендә, ихтилал Көньяҡ Урал завод крайында һәм Тарихи Башҡортостанда яңы көс менән ҡабынa. Пугачев тарҡатылған отрядтарҙы берләштереүгә өлгәшә һәм ауыр еңелеүҙәргә дусар булыуына ҡарамаҫтан, Урал һәм Кама буйындағы походтарҙан һуң 1774 йылдың июлендә империяның иң эре үҙәктәренең береһе булған Ҡаҙанды баҫып ала.
Баш күтәреүселәрҙе крепостнойҙар һәм Кама һәм Волга буйының урыҫ булмаған халыҡтары хуплай, әммә хәрби яҡтан Пугачевтың армияһы регуляр ғәскәрҙәр менән тиңләшә алмай. Баш күтәреүселәрҙең казак ядроһы алдағы һуғыштарҙа һәләк була, ә крәҫтиән өҫтәлмә ғәскәренең хәрби тәжрибәһе лә, ҡоралы ла булмай. Ҡаҙан тирәһендә өс көнлөк алыштарҙың уңышһыҙлығынан һуң Пугачев Волганың уң ярына сыға, унда уны Ҡаҙан, Түбәнге Новгород, Мәскәү, Воронеж һәм Әстерхан губерналарының крепостной крәҫтиәндәре яҡлап сыға. 1774 йылдың июлендә, Ғосман империяһы менән һуғыш тамамланыуы менән файҙаланып, Екатерина II ихтилалды баҫтырыу маҡсатында генерал-аншеф П. И. Панин етәкселегендәге ҙур көстәрҙе йүнәлтә. Пугачев Түбәнге Волгаға ҡаса, әммә бында уны Дон казактары ярҙамһыҙ ҡалдыра, һәм ул Ҡара Яр эргәһендәге һуғышта еңелә. Баш күтәреүселәрҙең төп армияһының еңелеүенә ҡарамаҫтан, Волга буйындағы крәҫтиән һуғышы һәм Тарихи Башҡортостандағы ихтилал 1774 йылдың аҙағына тиклем дауам итә, ә ҡайһы бер сығыштар хатта 1775 йылдың уртаһына тиклем бара. Пугачев һәм уның көрәштәштәре тикшереүҙәрҙән һәм судтан һуң 1775 йылдың ғинуарында Мәскәүҙә язалана.