Unix'ҡа оҡшаш операцион системалар ғаиләһе From Wikipedia, the free encyclopedia
Linux (Ҡалып:IPAc-en [ˈlɪnəks[ˈlɪnəks]? [4][5] йәки [ˈlɪnʊks[ˈlɪnʊks]? [6][7][8]), Линукс) — Linux ядроһына нигеҙләнгән һәм Unixҡа оҡшаш операцион системалар ғаиләһе, GNU проекты утилиталары йә программаларының теге йәки был йыйылмаһын, бәлки, башҡа компоненттарҙы ла үҙ эсенә ала. Linux ядроһы кеүек үк, уға нигеҙләнгән системалар ҡағиҙә булараҡ ирекле һәм асыҡ программа тәьминәте эшкәртмәләре моделенә ярашлы эшләнә һәм таратыла. Linux системалары төрлө дистрибутивтар рәүешендә — ҡуйырға әҙер итеп һәм оҙатыу, яңыртыу йәһәтенән еңел формала — шулай уҡ үҙ система һәм ҡулланма компоненттары тупланмаһы менән бергә башлыса түләүһеҙ таратыла.
Linux | |
Нигеҙләү датаһы | 17 сентябрь 1991[1] |
---|---|
Спонсор | The Linux Foundation[d] |
Кем хөрмәтенә аталған | ядро Linux[d], Линус Торвальдс[d] һәм UNIX[d] |
Нигеҙендә эшләнгән | ядро Linux[d] |
Булдырыусы | Линус Торвальдс[d] |
Йоғонто яһаусы | Minix[d][2] һәм UNIX[d][3] |
Персонаж-талисман | Tux[d] |
Ҡайҙа өйрәнелә | информатика |
Платформа | DEC Alpha[d], x86[d], x86-64[d], ARM[d], PowerPC[d], RISC-V[d] һәм MIPS[d] |
Таратыу форматы | цифровая дистрибуция[d][3], дискета[d][3], CD-ROM[d][3] һәм DVD-ROM[d] |
Программалау теле | Си[d], язык ассемблера[d] һәм Rust[d] |
Ссылка на руководство пользователя |
kernel.org/doc/html/late… wiki.kernel.org |
Рәсми сайт | kernel.org |
IRC-канал | irc.freenode.net/linux |
Stack Exchange сайты | unix.stackexchange.com |
Архив рассылки электронной почты |
lkml.org vger.kernel.org |
Linux Викимилектә |
1990-сы йылдар башында барлыҡҡа килтерелгән ядроға ҡарата сиселеш рәүешендә эшләнгән Linux системалары суперкомпьютерҙар һәм серверҙар өсөн төп система булып тора.
Ғәҙәттә GNU проектының төп программаларын, мәҫәлән, bash, gcc, glibc, coreutils, GNOME һәм башҡаларҙы үҙ эсенә компонент итеп индергән системалар ғына Linux системалары тип иҫәпләнә. Ошоға бәйле, бөтә ғаилә GNU/Linux булараҡ танылыу алған. Әммә Linux ядроһына нигеҙләнгән, ләкин GNU программаларынан бойондороҡһоҙ булған системалар ҙа бар, мәҫәлән, Android һәм FirefoxOS мобиль системаларын шундайҙарға индерәләр. Linux'тың рәсми логотибы һәм талисманы итеп Tux пингвины алынған, уны 1996 йылда Ларри Юинг эшләгән[9]. «Linux» сауҙа маркаһына ядроны барлыҡҡа килтергән һәм эшләгән Линус Торвальдс хужа. Шул уҡ ваҡытта Linux проекты киң мәғәнәлә ниндәй ҙә булһа ойошманыҡы йә кешенеке түгел, уны үҫтереү һәм таратыу менән меңдәрсә бойондороҡһоҙ эшкәртмәсе һәм компания шөғөлләнә, һәм Linux'ты файҙаланыусылар төркөмө уларҙың үҙ-ара эш итешеү ҡоралы булып тора. Linuxты үҫтереү һәм киңәйтеү маҡсатын ҡуйған коммерцияға ҡарамаған берекмәләр ҙә бар, улар араһында иң билдәлеһе һәм иң ҙуры — 2007 йылда барлыҡҡа килгән The Linux Foundation ойошмаһы. Linux-системаларҙы техник үҫтереү менән шөғөлләнгән ҙур коммерция баҙары бар, уның 70 проценттан ашыуын (2017) Red Hat корпорацияһы биләй.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.