Акилов Терентий Семёнович

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 20-се һауа һөжүменә ҡаршы оборона (ПВО) айырым дивизионының ДШК менән ҡоралланған 3-сө эскадроны химинстру From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Акилов Терентий Семёнович (1901 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия сержанты. 20-се һауа һөжүменә ҡаршы оборона (ПВО) айырым дивизионының ДШК (Дегтярёв—Шпагин эре калибрлы пулемёт) менән ҡоралланған 3-сө эскадроны химинструкторы. Гвардия сержанты. III дәрәжә Дан ордены (1945), «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944) менән бүләкләнгән[1].

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Терентий Семёнович Акилов 1901 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер — Йылайыр районы) Ҡананикольский ауылында тыуған.

1942 йылдың 5 ғинуарында Йылайыр хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.

Гвардия сержанты Акилов Терентий Семёнович 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 20-се һауа һөжүменә ҡаршы оборона (ПВО) айырым дивизионының ДШК (Дегтярёв—Шпагин эре калибрлы пулемёт) менән ҡоралланған 3-сө эскадроны химинструкторы.

« Зандхаузен тораҡ пункты өсөн алышта Терентий Акилов яраланды, әммә эвакуацияға ризалашманы.

Герлиндерф өсөн барған һуғыштарҙа донесение менән китеп барған иптәш Акилов 15 дошмандан торған төркөмдө күрә һәм ҡылыссылар эскадроны командирына хәбәр итә. Немец һалдаттары әсирлеккә төшә.

Бранденбург өсөн яуҙа иптәш Акилов, үҙенең автоматынан атып, ике немец автоматчигын юҡ итте[2].

»
Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

Акилов Терентий Семёновичтың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Йылайыр районы Ҡананикольский ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 687572. Единица хранения 2170.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads