Йылайыр районы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Йылайыр районы
Remove ads

Йылайыр районы (рус. Зилаирский район) — Башҡортостан Республикаһының кѳньяғында урынлашҡан. 1930 йылдың 20 авгусында ойошторолған. Майҙаны — 5 783 км2. Башҡортостандың Ейәнсура, Күгәрсен, Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла райондары менән сиктәш.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Төрө ...

Район үҙәге — Йылайыр ауылы. Республиканың баш ҡалаһы Өфөнән 410 км, Сибай ҡалаһындағы тимер юл станцияһынан 135 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Remove ads

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ һаны ...

Райондың 14 муниципаль ауыл берәмеге 57 ауылды берләштерә. Иң ҙур ауылдар: Йылайыр (5861 кеше йәшәй), Юлдыбай (1910 кеше), Ҡананикольский (990 кеше), Матрай (967 кеше), Яманһаҙ (833 кеше). Һабыр (596 кеше).

Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 56,5 %, урыҫтар — 36,2 %, татарҙар — 3,2 %, сыуаштар — 2,8 %, башҡа милләттәр — 1,3 %[21].

Remove ads

Билдәле шәхестәре

  • Александр Бурзянцев (19.10.1928—25.05.1997), рәссам, 1958 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), БАССР-ҙың халыҡ (1979) рәссамы һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1986). Яңы Преображенка утарынан.
  • Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы(22.08.1924—2.04.2000), совет комсомол, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1962—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР Юғары Советының 6—9‑сы, РСФСР Юғары Советының 10—11‑се, БАССР Юғары Советының 4—11‑се саҡырылыштары депутаты. 1966—1971 йылдарҙа КПСС‑тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы. Ике Ленин (1971, 1984), Октябрь Революцияһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1974) ордендары кавалеры.
  • Айытҡолов Азат Миңлеғәле улы (27.01.1956), ҡурайсы, педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған (1998), Башҡортостандың халыҡ артисы (1991), ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1990) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000) лауреаты.
  • Бикбулатов Фәрит Хәйбулла улы(8.08.1936—26.11.2016), башҡорт йырсыһы. 1968—1989 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре (диктор, мөхәррир, музыкаль тапшырыуҙар бүлегенең өлкән мөхәррире). Башҡорт АССР-ының халыҡ (1986) артисы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2005).
Remove ads

География

Район территорияһы Бараҡал, Йылайыр һәм Оло Эйек (юғары ағымы) йылғаларының каньон рәүешендәге үҙәндәре менән киҫелеп бѳткән Йылайыр платоһы сиктәрендә урынлашҡан. Файҙалы ҡаҙылмалары: Йылайыр ятҡылығында — балсыҡ, Юлдыбай ятҡылығында — балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом, Үрге Сәлимдә — ҡыҙыл балсыҡ, Исҡужала — тѳҙѳлѳш таштары. Юлаҡ кварц (Новотроицкта), марганец (Йылайыр ауылы эргәһендә) ятҡылыҡтары һәм ваҡ һибелмә алтын ятҡылыҡтарының барлығы билдәле.

Климаты

Климаты — континенталь, дымлылығы етәрлек түгел. Районда таралған ҡайын ҡатыш ҡарағай урмандар, райондың кѳнбайыш сигендә имән урмандарына әйләнә. Тупраҡ — тау ҡара тупрағы, тау-урман ҡара һәм һоро тупраҡтар, кѳнсығышта — ябай ҡара тупраҡ. Тәбиғәт ҡомартҡылары иҫәбенә Ҡыҙҙар-Биргән ауылы эргәһендәге 600 йыллыҡ ҡарағастар керетелгән.

Иҡтисады

Район иҡтисады аграр һәм урман сәнәғәте характерына эйә. Ауыл хужалығы ерҙәре 143,2 мең гектар биләй, йәки бөтә район территорияһының 24,8 %, һѳрѳлгән ерҙәр — 56,8, сабынлыҡтар — 38,6, кѳтѳүлектәр — 47,8. Урмандар 333,0 мең га ер биләй (район территорияһының 57,6 %) һәм 53434,5 м3 үҙағас запасына эйә. Быларҙың иҫәбендә ѳлгѳргән һәм ҡартайған йомшаҡ япраҡлы ағастар күпселектә.

Remove ads

Транспорт, мәғариф һәм мәҙәниәт

Район территорияһынан Cибай-Ира, Юлдыбай-Аҡъяр автомобиль юлдары үтә, аэропорт эшләй. Районда 2 профессиональ училище, 48 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуның иҫәбендә 13 урта мәктәп; 20 китапхана, 43 мәҙәниәт йорто, район үҙәк һәм 2 тармаҡ хәстәханаһы бар. Урыҫса «Зилаирские огни» һәм башҡортса «Ауыл уттары» гәзиттәре сыға.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads