Алекторов Александр Ефимович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Александр Ефимович Алекторов (1861 — 1918 йә 1919) — Рәсәй империяһы ғалимы, шәрҡиәтсе, миссионер[1].

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Вафат көнө ...

Ҡаҙаҡ һәм башҡорт халыҡтарының тарихын, этнографияһын һәм мәҙәниәтен өйрәнә. Ырымбур педагогия институтын тамамлай.  Ырымбурҙа һәм Орскта мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. 1886 йылда Әстерхан губернаһының, ә 1894 йылда — Турғай өлкәһенең халыҡ училищелары инспекторы була. 1903 йылдан алып — Семипалатинск өлкәһендә халыҡ училищеһы директоры . Ҡаҙаҡтарҙың хужалығы, мәҙәниәте, көнкүреше, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, халыҡ медицинаһы тураһында, фольклор, йыр һәм шиғри ижады буйынса хеҙмәттәр авторы. 1896 йылда "Кобыланды" эпосын яҙып ала. 1917 йылдың октябренә тиклем  Ақмола, Семипалатинск, Урал өлкәләренең  ҡаҙаҡ мәктәптәрендә Ы. Алтынсариндың  "Хрестоматия"һы менән бер рәттән,  Александр төҙөгән уҡыу әсбаптары ла ҡулланыла ("К мудрости ступенька", М., 1891; "Ҡырғыҙ хрестоматияһы", Ырымбур, 1898).  "Башҡа халыҡтарҙы  руслаштырыу өсөн нимә кәрәк", "Исламизм һәм ҡырғыҙҙар" хеҙмәттәрендә ҡаҙаҡтарҙы руслаштырыу  мәсьәләләре күтәрелгән.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Библиография

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads