Орск

Рәсәйҙең Ырымбур өлкәһендәге ҡалаһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Орск
Remove ads

Орск (Яман‑ҡала[4], ҡаҙ. Жаманқала) — Ырымбур өлкәһенең өлкә әһәмиәтендәге, ҙурлығы буйынса Ырымбурҙан һуң икенсе һәм бер үк ваҡытта йәш буйынса иң оло ҡалаһы (1735 йылда «Икенсе Ырымбур» һымаҡ һалынған).

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...

Халыҡ һаны — 231 104[3] кеше (2016).

Тарихи күҙлектән ҡарағанда, Орск Ҡәнифә юлының һуңғы пункты.

Ҡала Ур йылғаһының Яйыҡҡа ҡушылған урынында урынлашҡан, яҡын тирәлә шулай уҡ Яршалы, Ушкота, Шандаша, Жарлы, 1-се Грязнушка, Терекле йылғалары аға.

Remove ads

Тарих

1735 йылда Ырымбур экспедицияһы тарафынан Ур (рус. Орь) йылғаһының тамағында «Ырымбур» тигән ҡәлғә ҡорола башлай. Әммә был урын ҡала өсөн яраҡһыҙ тип табыла. Ҡаланы Яйыҡ буйындағы Ҡыҙылтау янына күсереп ҡарайҙар. Был урын да ҡала өсөн уңышһыҙ булып сыға. Ҡала 1865—1919 йылдарҙа Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе үҙәге булды (1865—1920).

1735 йылда Ырымбур ҡала‑ҡәлғәһе булараҡ нигеҙ һалына, 1739 йылда алып Орск ҡәлғәһе.

XIX быуат 90‑сы йылдар уртаһында 900‑ләп хужалыҡ иҫәпләнгән. Халҡы күбеһенсә игенселек, малсылыҡ, сауҙа, төрлө кәсеп менән шөғөлләнгән. 1885 йылда егерме ваҡ һөнәрселек предприятиеһы булған. Сауҙа алмашыу дворында алып барылған. XIX быуат 90‑сы йылдары уртаһында сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, өйәҙ училищеһы, дауахана, мәсет, 3 сиркәү эшләгән.

1881 йылда Орск аша Турғай-Орск тракты, 1923 йылда Ташкентҡа тимер юлы үтә.

1891 йылда Орскиҙа буласаҡ император Николай II килеп китә.

1870 йылда ҡала думаһы һәм башҡармаһы эш башлай.

1917 йылда декабрендә Орскиҙа совет власы иғлан ителә, 1919 йылдың авгусына яңы тәртип тулыһынса урынлаша. Граждандар һуғышы барышында Орскиҙа 1918 йылда сентябрендә Рус армияһы частары, 1919 йылда февралендә — РККА‑ның егерме дүртенсе уҡсылар дивизияһы урынлаша.

Хәҙерге Ырымбур өлкәһенең өлкә буйһоноуындағы ҡалаһы.

1931—1935 йылдарҙа ит-консерва комбинаты, 1936 йылда Орск нефть эшкәртеү заводы, 1938 йылда Орск-1 яғыулыҡ электростанцияһы һәм «Южуралникель» (никель, кобалть, сульфат, цинк, баҡыр, көкөрт етештереүсе) төҙөләләр.

1939 йылда ҡалала 67 мең кеше йәшәй.

Remove ads

Билдәле шәхестәр

Халҡы

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...
Милли составы

1897 йылда 14016 кеше (башҡорттар — 724, ҡаҙаҡтар — 139, мордвалар — 200, урыҫтар — 9363, татарҙар — 3035 һ.б.) йәшәгән, 1912—13 йй. — 21185 кеше.

Урыҫтар — 80,5 %, украиндар — 4,1 %, татарҙар — 4 %, ҡаҙаҡтар — 3,7 %, немецтар — 1,6 %, башҡорттар — 1,6 %, мордва — 1,0 %, белорустар — 0,5 %, сыуаштар — 0,5 %, башҡа милләттәр — 2,5 %.

Ҡоролош (райондар)

  1. Ленин районы (72676 кеше),
  2. Октябрь (92333 кеше)
  3. Совет (71381 кеше)

Транспорт

Thumb
«Орск» Рәсәй тимер юлдары станцияһы, архитектура һәйкәле

Ҡала аша СиләбеЫрымбур тимер һәм Ырымбурға тиклем һәм Орск — ГайАҡъярСибайМагнитогорск автомобиль юлдары үтә.

Сәнәғәт

  1. Металлургия
  • «Южуралникель» Көньяҡ-Урал никель металлургия комбинаты, («Мечел» ААЙ).
  • «ОРМЕТ» ЯАЙ. Алтын, цинк эшкәртә.
  • «Орск машиналар төҙөү заводы» ААЙ, Торба металлургия компанияһы.
  • «ОРМЕТО-ЮУМЗ» ( «Металлоинвест»)
  • «Машиностроительное объединение „Сармат“» — ауыл хужалығы техникаһы
  • «Завод строительных машин и нестандартного оборудования» — Свая этәреү, төҙөлөш машиналар етәштерә.
  • «Орский завод электромонтажных изделий»
  • «Орский завод холодильников»
  • «Орск вагон заводы»
  • «Уральский завод горного оборудования»
  1. Нефть эшкәртеү
  • «Орскнефтеоргсинтез»
  • «Завод синтетического спирта»
  • «Орский щебеночный завод «- «Первая нерудная компания» филиалы
  1. Аҙыҡ-түлек сәнәғәте
  • «Орск ит комбинаты»
  1. Геология
  • «Восточная геологоразведочная экспедиция» (1961)
  • «Орское карьероуправление»
  1. Энергетика

«Орск ТЭЦ-ы»

Remove ads

Мәғариф

Юғары уҡыу йорттары:

  • Ырымбур дәүләт университеты (Орск филиалы)
  • Мәскәү хоҡуҡ институты (шәхси йорто филиалы)
  • «Российский университет инноваций» (филиал)
  • Силәбе дәүләт университетының филиалы
  • Ырымбур дәүләт аграр университеты филиалы

Ҡалала 48 мәктәп, 3 гимназия 5 ауыл мәктәптәре бар [24].

Һаулыҡ һаҡау

Ҡала дауаханалары

  • Ҡала дауаханаһы № 1
  • Ҡала дауаханаһы № 2
  • Ҡала дауаханаһы№ 3
  • Ҡала дауаханаһы№ 4
  • Ҡала дауаханаһы№ 5
  • Ҡала дауаханаһы№ 6
  • Областная психиатрия дауаханаһы № 3
  • Орский Городской Онкологический Диспансер
  • Орский Городской Противотуберкулезный Диспансер
  • Орск Наркология Диспансеры
  • Орский Городской Врачебно-Физкультурный Диспансер
  • Орский Центр профилактики инфекционных заболеваний и борьбы со СПИДом
  • Орск Кожно-Венерологический Диспансер
  • Областная станция переливания крови
  • Дом Ребёнка
  • Узловая Больница на станции Орск
  • «Поликлиника Цена Качество» по адресу: ул. Энгельса, дом 30.
Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Ҡала ваҡытлы матбуғатта

Ҡыҫҡа факттар

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads