Шакиров Алик Фәйез улы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Шакиров Алик Фәйез улы
Remove ads

Шакиров Алик Фәйез улы (Алик Фәйезов, Әлим Фәйезов; 30 ноябрь 1953 йыл) — журналист, матбуғат эшмәкәре. 2019 йылдың 29 ноябренән «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире. 1980 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1989). Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре (2012) һәм Башҡортостан викимедиасылары төркөмөнөң (2015) матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса кәңәшсеһе.

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Тыуған урыны ...
Remove ads

Биографияһы

Алик Фәйез улы Шакиров 1953 йылдың 30 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Абзан районы[1] Һаҡмар совхозының Үҙәк усадьба ҡасабаһында уҡытыусылар Фәйез Зариф улы һәм Нәилә Яҡуп ҡыҙы ғәиләһендә алтынсы бала булып тыуған. Әлеге ваҡытта был ҡасаба Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районына ҡараған Арсен ауылы тип атала. Ҡужанаҡ ауылы мәктәбендә урта белем ала. Бер йылдан һуң Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм 1977 йылда тамамлай.

2019 йылдың 29 ноябрендә Алик Шакиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнде[2].

Remove ads

Ижады

Ғәиләһе һәм туғандары

  • Атаһы — Фәйез Зариф улы Шакиров
  • Әсәһе — Нәилә Яҡуп ҡыҙы Шакирова (Искәндәрова)
  • Ағалары — Роберт, Радик (1938), Роберт (1947), Илдар/Эдик (1951)
  • Апаһы — Светлана (1940)
  • Ҡустыһы — Рафаэль (1959)
  • Ҡатыны — Рәлиҙә Муса ҡыҙы (1957), юғары класлы врач-педиатр, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары (2008)
  • Улы — Искәндәр, ғалим, философия фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре

Китаптары

  • Новости — наша профессия. — Уфа: 2018 —[3]
  • Мой Кужанак. — Уфа: Инфореклама, 2012 — 92 с. ISBN 978-5904555-38-2

Ваҡытлы матбуғатта мәҡәләләре

Рәсемдәр

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads