Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия — Башҡортостан Республикаһының журналистика өлкәһендәге иң яҡшы ижади эштәргә йыл һайын бирелә торған премия. 1989 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының Журналистар союзы тарафынан булдырылған. 1996 йылда республиканың дәүләт наградаһы статусына күтәрелә.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Награда төрө ...
Remove ads

Тарихы

Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ижади эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында Башҡорт АССР-ының Журналистар союзы тарафынан 1989 йылдың 8 апрелендә булдырыла. Ул бер йыл арауығында иң яҡшы тип табылған әҫәрҙәре өсөн айырым журналистарға йә авторҙар коллективына бирелә. Был әҫәрҙәр гәзит һәм журналдарҙа баҫылырға, радио һәм телевидение аша тапшырылырға һәм китап булып донъя күрергә мөмкин. Республика ижади конкурсында еңеүселәргә «Журналистар союзының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты» тигән исем бирелә, уларға исемде раҫлаған диплом һәм күкрәккә тағыла торған билдә тапшырыла.

1996 йылдан Башҡортостандың Министрҙар Кабинеты ҡарары менән премия республика статусын алды һәм уның тураһында положение раҫланды[1]. Артабанғы йылдарҙа был документҡа ваҡыт талап иткән үҙгәрештәр индерелде.

Remove ads

Премия лауреаттары

  • Лауреат исеменә республика баҫмаларының барыһының да, шулай уҡ ҡайһы бер ҡала һәм район гәзитәләре вәкилдәре лә лайыҡ булған.
  • Премия алыусылар араһында Башҡортостан журналистикаһы ветерандары — Виктор Орлов, Рәүф Насыров, Рәис Ҡасимов, Раиф Бадиҡов, Вячеслав Стрижевский, Алла Докучаева, Марсель Сәлимов, Альфред Стасюконис, Ирина Николенко, Тамара Нефёдова һәм башҡалар бар.
Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Бүләкләнеүсе ...
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads