Громыко Андрей Андреевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Громыко Андрей Андреевич
Remove ads

Андрей Андреевич Громыко (18 июль 1909 йыл2 июль 1989 йыл — совет дипломаты һәм дәүләт эшмәкәре, 1957—1985 йылдарҙа — СССР сит ил эштәре министры, 1985—1988 йылдарҙа — СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе.

Ҡыҫҡа факттар Флаг СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе, 2 июль, 1985 йыл — 1 октябрь, 1988 йыл ...
Remove ads

Биографияһы

Андрей Андреевич Громыко 1909 йылдың 18 июлендә Рәсәй империяһының Могилев губернаһы Гомель өйәҙенең Старые Громыки ауылында тыуған.

Эшмәкәрлеге

1944 йылда СССР-ҙың АҠШ-тағы илсеһе булған Громыко Вашингтонда, АҠШ-та, Думбартон-Окс усадьбаһында үткән халыҡ-ара конференцияһында совет делегацияһын етәкләй. Был конференцияла Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы төҙөү буйынса проблемалар хәл ителә. Тегеран конференцияһын әҙерләүҙә, 1945 йылда Ҡырымда СССР-ҙа Ялта конференцияһын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә, 1945 йылда Потсдам конференцияһында ҡатнаша. Шул уҡ йылда АҠШ-та Сан-Франциско конференцияһында СССР исеменән БМО Уставына ҡул ҡуйған делегация менән етәкселек итә.

Громыко совет коммунистарының лидеры Л. И. Брежневтың иң яҡын арҡаҙаштарының береһе була. Совет дипломатия башлығы булып Громыко 28 йыл хеҙмәт итә, был СССР һәм Рәсәй өсөн рекорд була.

Дипломатик эшмәкәрлегендә Громыко — «бер көн һуғышыуға ҡарағанда 10 йыл һөйләшеүҙәр алып барыу яҡшыраҡ» тигән девиз менән эш итә.

Андрей Громыко 1909 йылдың 18 июлендә Рәсәй империяһының Могилев губернаһы Гомель өйәҙенең Старые Громыки ауылында тыуа. Уның ата-бабалары Бурмаковтар ярлы белорус шляхет тоҡомонан булалар. Ләкин ЦК КПСС ағзаһы биосправкаһында Громыко рус тип яҙыла. 13 йәштән Андрей атаһы менән йылға буйлап ағас ағыҙырға эшкә йөрөй.

Thumb
Громыко (һулдан икенсе) Ялтала, 1945 йылдың феврале

Послевоенный период. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы

Thumb
Потсдам конференцияһы 18 июль, 1945 йыл (А. А. Громыко уң яҡтан дүртенсе)
Thumb
А. Громыкоға арналған Рәсәй почта маркаһы

Мәскәүҙә 1989 йылдың 2 июлендә вафат була.


Remove ads

Ғаиләһе һәм шөғөлдәре

Thumb
Громыко Белоруссия почта маркаһында (2009)
Thumb
Громыко исемен йөрөткән Гомел ҡалаһындағы сквер

Бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads