Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, БМО (ингл. United Nations, рус. Организация Объединённых Наций) — донъяла тыныслыҡты һәм именлекте һаҡлау һәм нығытыу, шулай уҡ дәүләттәр араһында хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған халыҡ-ара ойошма. БМО ҡарарҙары Ойошма системаһына ҡараған махсус маҡсатлы агентлыҡтар, бәйле ойошмалар, шуралар һәм ағза илдәрҙең структуралары арҡылы тормошҡа ашырыла.
Remove ads
Тарихы
Ойошма эшмәкәрлеге һәм структураһы Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Гитлерға ҡаршы коалиция булдырған илдәр тарафынан төҙөлгән. «Берләшкән Милләттәр» исеме беренсе тапҡыр 1942 йылдың 1 ғинуарында ҡул ҡуйылған "Берләшкән Милләттәр Декларацияһы"нда телгә алына.
БМО уставы 1945 йылда Сан-Франциско конференцияһында раҫлана, шул уҡ йылдың 26 июнендә 51 дәүләт вәкиле тарафынан ҡул ҡуйыла. Уставтың үҙ көсөнә инеү датаһы — 24 октябрь Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы көнө тип билгеләнә.
Remove ads
Структура
- Генераль Ассамблея
- Генераль секретарь
- БMO-ның Именлек Советы
- Секретариат
- БМО-ның Халыҡ-ара суды
- Махсус ойошмалар
БМО-ның Генераль Ассамблеяһы
БМО-ның Генераль Ассамблеяһы йәки Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы, (инглизсә United Nations General Assembly, fr. L’Assemblée générale des Nations unies) — 1945 йылда БМО резолюцияһы буйынса ойошҡан БMO-ның вәкилдәр, директив, кәңәшсе баш органы.
БMO-ның Именлек Советының ҡарарҙарынан айырмалы булараҡ, БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ҡарарҙары мәжбүри көскә эйә түгел.
Ассамблея 193 БМО ағзаһынан тора. БМО Уставында[4] тасуирланған халыҡ-ара мәсьәләләргә ҡағылышлы фекер алышыу майҙаны булып тора.
Ассамблея сессияларына йыл һайын сентябрь—декабрь айҙары араһында йыйыла, улар араһында зарурлыҡ тыуғанда йыйылыуы мөмкин.
Генераль секретарь
БМО-ның Генераль секретары ойошманың Именлек Советы тәҡдиме буйынса Генераль Ассамблея тарафынан яңынан һайланыу мөмкинлеге менән 5 йылға тәғәйенләнә.
Именлек советы
БMO-ның Именлек Советы халыҡ-ара тыныслыҡ һәм именлек өсөн яуаплы, уның ҡарарҙарына БМО-ның барлыҡ ағзалары буйһонорға бурыслы. БМО-ның именлек Советындағы биш даими ағза (Рәсәй Федерацияһы, АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Ҡытай) вето хоҡуғына эйә.
Именлек Советы биш ағзанан тора: биш ағза — даими (Рәсәй, АҠШ, Бөйөк Британия, Франция һәм Ҡытай), ҡалған ун ағза (Устав терминологияһы буйынса — «даими булмаған аҡзалар») Уставтың 23 статьяһы 2-се пунктына ярашлы һайлана.
Remove ads
Ағза дәүләттәр
2011 йылдың 14 июленә БМО-ға 193 дәүләт керә[5].
Телдәр
БМО-ла эште ойоштороу өсөн рәсми һәм эш телдәре раҫланған. Ойошманың һәр органы өсөн ошо телдәрҙе ҡулланыу тәртибе эшләнгән.
Ойошманың барлыҡ документтары БМО-ның рәсми телдәрендә төҙөлә.
Халыҡ-ара ойошманың рәсми телдәре булған түбәндәге алты телдең махсус көнө билдәләнә:
- Инглиз теле — 23 апрель
- Урыҫ теле — 6 июнь
- Испан теле — 12 октябрь
- Ҡытай теле — 20 апрель
- Ғәрәп теле — 18 декабрь
- Француз теле — 20 март
Remove ads
Галерея
- Генераль Ассамблея залы
- Именлек Шураһы залы
- Иҡтисади һәм социаль шура залы
- Терәк буйынса шура залы
- Женевала урынлашҡан БМО бинаһы
- Женевала урынлашҡан бина залы
- Женевала урынлашҡан бина алдында байраҡтар
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Милләттәр Лигаһы
- Киото протоколы
Иҫкәрмәләр
Һылтамалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads