Артамонов Владимир Иванович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Артамонов Владимир Иванович (20 ноябрь 1906 йыл — 29 сентябрь 1944 йыл) — Советтар Союзы Геройы (17.11.1939), Халхин-Гол йылғаһындағы һуғыштарҙа 1-се армия төркөмөнөң 100-сө тиҙлекле бомбардировка бригадаһы 38-се бомбардировка авиацияһы полкының эскадрилья командиры вазифаһында һәм Бөйөк Ватан һуғышында 288-се һәм 209-сы бомбардировка авиация полктары командиры вазифаһында ҡатнаша. 1944 йылдан —Эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһының Хәрби-һауа көстәре генерал-инспекторының өлкән ярҙамсыһы, полковник.
Remove ads
Биографияһы
1906 йылдың 20 ноябрендә Требиятский ҡасабаһында, хәҙерге Силәбе өлкәһенең Нагайбакский районында тыуған. 1908 йылдан алып Башҡортостанда йәшәй: Әүжән ҡасабаһында, Үҙән ауылында, ә 1924 йылдан — Белорет ҡалаһында. рус. Урта белемле. 1930 йылдан башлап ВКП(б) ағзаһы. 1924—1928 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Тамъян-Ҡатай кантон комитетында (Белорет ҡалаһы) комсомол эшендә эшләй.
Ҡыҙыл армияға 1928 йылда Белорет ҡала район военкоматы саҡыра. Ҡарауыл ротаһында ҡыҙылармеец булып хеҙмәт итә, кесе авиация буйынса белгестәр мәктәбеендә уҡый. 1930 йылда Ленинград хәрби-һауа көстәренең хәрби-теоретик мәктәбен тамамлай. 1931 йылда — Борисоглебск хәрби лётчиктар мәктәбендә белем ала. Воронеж ҡалаһында бомбардировка авиацияһы часында лётчик-инструктор булып хеҙмәт итә, ә 1933 йылдан — ТБ-3 бомбардировщигы, авиация отряды, Байкал аръяғы хәрби округында авиация эскадрильяһы командиры.
1939 йылда, 29 майҙан 16 сентябргә тиклем, капитан В. И. Артамонов Халхин-Гол йылғаһында (Монголия) Япон милитаристары менән һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә.
«Советтар Союзы Геройы» исеме һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 160) капитан Владимир Иванович Артамоновҡа 1939 йылдың 17 ноябрендә, эскадрилья уңыштары һәм шәхси ҡаһарманлығы өсөн бирелә.
1940 йылда ҡыйыу офицер Н. Е. Жуковский исемендәге Хәрби-һауа инженер академияһы эргәһендәге армия команда составының белемен камиллаштырыу курсын тамамлай, һәм шул уҡ йылдың майынан Ҡыҙыл армия хәрби-һауа көстәре баш идаралығында өлкән инспектор булып хеҙмәт итә башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында 288-се һәм 209-сы бомбардировка авиация полктары командиры Артамонов Владимир Иванович Мәскәүҙе һаҡлай, Курск янында һуғыша. 1944 йылдан полковник И. В. Артамонов — Совет Армияһының Хәрби-һауа көстәре генераль инспекторының өлкән ярҙамсыһы. 1944 йылдың 29 сентябрендә Чита өлкәһе Хилок ауылы янында авиаһәләкәттә һәләк була.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (17.11.1939; № 160)
- Ленин ордены (17.11.1939)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (29.08.1939)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (31.07.1944)[2]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (07.08.1943)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (03.11.1944)
- Монгол Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Хәтер
- Башта Читала ерләнгән[3]. Һуңыраҡ булған барлыҡ экипаждың мәйеттәре Мәскәүгә Дон зыяратына күсереп ерләнә (19-сы участка).
- Белорет ҡалаһында һәм Белорет районының (Башҡортостан) Үрге Әүжән ауылындағы урамдар В. И Артамонов исеме менән аталған.
- Үрге Әүжән мәктәбе бинаһына мемориаль таҡта ҡуйылған.
- Чита ҡалаһының Ленин майҙанында — обелиск, һәләк булған урынында — һәйкәл ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads