Нәжиб Асанбаев
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Нәжиб Асанбаев, Николай Васильевич Асанбаев (7 ноябрь 1921 йыл — 28 март 2013 йыл) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2006). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Remove ads
Биография
1921 йылдың 7 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Баҡалы районының Ахман ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
Тәүҙә ул үҙ ауылындағы башланғыс мәктәптә, унан һуң Мостафа һәм Балыҡлы ауылдары мәктәптәрендә укый.
1937 йылда Өфө финанс-экономика техникумын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, ләкин уны тамамламай.
1940 йылда Ҡыҙыл Армияһына алына. Рязань aртиллерия училищеһын тамамлағас, 1942—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында артиллерия батареяһы командиры була.
1949—1959 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзите хәбәрсеһе булып эшләй.
1961—1963 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстар тамамлай.
1963—1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры була.
Төрлө йылдарҙа әҙип Башҡортостан Яҙыусылар союзында, СССР Тыныслыҡты яҡлау комитетының Башҡортостан республика бүлексәһендә, Башҡортостан Республикаһының Президент Советында эшләй.
Яҙыусы әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982) тигән маҡтаулы исемдәргә, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына (1983) лайыҡ була.
Нәжиб Асанбаев 2013 йылдың 28 мартында вафат була. Өфө ҡалаһының «Көньяҡ» зыяратында ҡатынының ҡәбере эргәһендә ерләнә.
Remove ads
Әҫәрҙәре


Нәжиб Асанбаевтың әҫәрҙәрендә күтәрелгән мәсьәләләрҙең ваҡытлы булыуы, конфликттың үткерлеге һәм жанр терлөлөгө хас. Н. Асанбаевтың байтаҡ әҫәрҙәре Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Сибай башҡорт дәүләт драма театры, Салауат, Ырымбур, Әлмәт театрҙарында уңыш менән ҡуйыла.
- Кәрим. Хикәйәләр йыйынтығы. Өфө, 1947 й.
- Вәлимә. Хикәйәләр йыйынтығы. Өфө, 1953 й.
- Беҙгә егеттәр килде. Комедия. Өфө, 1955 й.
- Рәйсә. Пьесалар, Өфө, 1959 й.
- Фәйзи. Пьесалар, Өфө, 1964 й.
- Кәләш әйттергәндә. Комедия. Өфө, 1964 й.
- Ҡанат йәйгәндә. Драма. Өфө, 1969 й.
- Күктән төшкән бәхет. Комедия. Өфө, 1969 й.
- Алтын бишек. Пьеса. Өфө, 1971 й.
- Һыу юлы. Комедия. Өфө, 1971 й.
- Зәйтүнгөл. Пьеса. Өфө, 1975 й.
- «Ҡыҙыл паша» пьесаһы (совет дипломаты Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы хаҡында). Өфө, 1982 й.
- Көҙән башҡорто. Пьеса (Әхмәтзәки Вәлиди Туған хаҡында). Өфө, 2004 й.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүлектәре
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (07.02.1945)[1]
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (15.04.1945)[2]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[3]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (18.11.1943)[4]
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй, 1997)
- Салауат Юлаев ордены (2005)
- Баҡалы районының почётлы гражданы.
- Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2006)
- Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982)
- Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1983).
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2023 йылдың 23 ғинуарында Баҡалы район мәҙәниәт йортона Нәжиб Асанбаевтың исеме бирелде[5].
- Яҙыусының тыуыуына 100 йыл тулыу республика кимәлендә билдәләнәсәк[6].
- «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә (26 ғинуар 2016 йыл), Нәжиб Асанбаевтың тыуған ауылында уның йорт-музейы булдырыласаҡ<ref>[http://www.bashinform.ru/bash/809096/ БашНәжиб Асанбаев
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads