БМО-ның Генераль Ассамблеяһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
БМО-ның Генераль Ассамблеяһы йәки Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы, (ингл. United Nations General Assembly, франц. L’Assemblée générale des Nations unies) — 1945 йылда БМО резолюцияһы буйынса ойошҡан БMO-ның вәкилдәр, директив, кәңәшсе баш органы.
БMO-ның Именлек Советының ҡарарҙарынан айырмалы булараҡ, БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ҡарарҙары мәжбүри көскә эйә түгел.
Ассамблея 193 БМО ағзаһынан тора. БМО Уставында[3] тасуирланған халыҡ-ара мәсьәләләргә ҡағылышлы фекер алышыу майҙаны булып тора.
Ассамблея сессияларына йыл һайын сентябрь—декабрь айҙары араһында йыйыла, улар араһында зарурлыҡ тыуғанда йыйылыуы мөмкин.
Remove ads
Тауыш биреү тәртибе
Мөһим мәсьәләләр — солох һәм именлек, финанс һорауҙары, ағзалар һайлау, алмаштырыу, вазифаларын туҡтаты, сығарыу хаҡында ҡарарҙар ҡабул итеү һәм башҡалар. Улар күпселектең өстән ике тауышы менән ҡабул ителә.
Һәр бер ағза-ил бер тауышҡа эйә. Ассамблеяның ҡарарҙары ағзалар өсөн мәжбүри түгел
БMO-ның Именлек Советы сиктәрендәге солох һәм именлек мәсьәләләренән тыш, Ассамблея БMO эшендә кәңәш бирә ала.
Remove ads
Идара
Баш комитет Ассамблея Рәйесенән, 21 рәйес урынбаҫарынан,6 төп комитет рәйесенән тора.
Планлы йыйылыштарҙан тыш махсус һәм ғәҙәттән тыш сессиялар үткәрелә.
Ассамблеяның эш барышы
БМО-ның эше байтаҡ дәрәжәлә Генераль Ассамблея ҡарарҙарына таяна һәм улар түбәндәгеләр тарафынан ғәмәлгә ашырыла:
- Ҡоралһыҙланыу, йыһан киңлектәрен үҙләштереү, тыныслыҡ тәьмин итеү, иҡтисади үҫеш, кеше хоҡуҡтарын һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләрен аныҡ өйрәнеү маҡсатында Ассамблея булдырған комитеттар һәм башҡа органдар, — ярашлы докладтар әҙерләй;
- БМО Секретариаты — Генераль секретарь һәм уның халыҡ-ара гражданлыҡлы хеҙмәткәрҙәре.
Һылтанмалар
- http://www.un.org/ru/ga/ Рәсми сәхифә
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads