Башҡорт Үргене
Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Башҡорт Үргене (рус. Башкирская Ургинка), Үрген, боронғо исеме Этбаҡ — Башҡортостандың Ейәнсура районындағы ауыл. Почта индексы — 453388, ОКАТО коды — 80226825002.
Remove ads
Географик урыны
Башҡорт Үргене Үрген йылғаһы (Һаҡмар йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫәнғол): 12 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (башҡ. Яңы Петровка, рус. Новопетровское): 9 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (башҡ. Төйлөгән — рус. Тюльган): 66 км[2].
Тарихы
Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1761 йылдан алып Этбай исеме менән билдәле. Староста Этбай Саҡыров исеме менән аталған. 1795 йылда 27 йортта 171 кеше, 1866 йылда 93 йортта — 551 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, урман кәсептәре менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда 2 һыу тирмәне теркәлгән. 1922 йылдан хәҙерге исемен йөрөтә[3].
Ауыл, ауыл торама пунктының ауыл статусын Башҡортостан Республикаһының 2005 йылдың 20 июлендәге «Тораҡ пункттарҙың ойошторолоуы, берләшеүе, бөтөрөлөүе һәм статусы үҙгәреүе, административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһында» 211-з Законына, 1-се статьяға ярашлы ала:
6. Тораҡ тибын ауыл тип биләдәләп, түбәндәге тораҡ пункттарҙың статусын үҙгәртергә:23)Ейәнсура районында:…
а) Яңы Петровка ауыл Советының Башҡорт Үргене ауылының
Remove ads
Хәҙерге осор
Башҡорт Үргене ауылы Яңы Петровка ауыл Советына ҡарай. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет, магазиндар бар.
Биләмә берәмектәренә инеүе
Remove ads
Халыҡ һаны
Халҡы: 1900 йылда — 696 кеше, 1920 йылда 831 кеше иҫәпләнгән. 2009 йылда 1030 кеше тәшкил иткән[4]. Башҡорттар йәшәй (2002)[3]
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (99 %)[10].
Remove ads
Урамдары
Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
- Ҡыҙҙар тауы
- Кәмшәткә тауы (Ерәнсә сәсән аты менән ҡолап төшөп үлгән тау)
Йылғалар:
- Үрген йылғаһы
- Наҙы йылғаһы
Шишмәләр:
- Ерекле шишмәһе
Башҡа урын-ер атамалары:
- Төлкөатҡан урыны
- Үгеҙүлгән ер
- Урыҫай
Таусыҡтар, түбәләр:
- Ерәнсә ташы
Билдәле шәхестәре
Абдуллин Сәләхетдин Ҡотләхмәт улы (XIX быуат уртаһында тыуған —?) — указлы ахун.
- Абдуллин Азат Хаммат улы (26.06.1931—11.11.2023), Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2014), драматург, прозаик һәм публицист. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1975 йылдан — КПСС ағзаһы. Сергей Чекмарёв исемендәге премия лауреаты (1983), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984).
- Абдуллин Байрас Фоат улы (1.03.1951—8.05.2004), хәрби дирижёр, тромбонсы, композитор, педагог. Эске хеҙмәт подполковнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Сәләхетдин хәҙрәттең бүләһе.
- Абдуллин Венер Мәжит улы (1964) — билдәле йырсы, Сәләхетдин хәҙрәттең бүләһе.
- Абдуллин Мөхәмәт Сәләхетдин улы (1888, Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үрген ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылы — 1936) — хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Атаһы Сәләхетдин Абдуллин күренекле дин әһеле — ахун булған, Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһендә, Ырымбурҙағы «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә белем алған[12].
- Абдуллин Рәүеф Ғәбделәхәт улы — билдәле нефтсе, Өфө нефть институтын тамамлаған, Үзбәкстан ССР-ында, Губкин ис. ғилми-тикшеренеү институтында эшләне, Мәскәүҙә йәшәй, Сәләхетдин хәҙрәттең ейәне.
- Аҡъюлов Әхмәтбаҡый хәҙрәт Фәхретдин улы (1860—1936) — әүлиә, аҡыл эйәһе, 1890 йылда Ырымбур мосолмандар Диниә назаратында имтихан биреп, Рәсәй батшаһы ғәли йәнәптәре Указы менән имам-хатип, мөғәллим дәрәжәһе алған, ике тапҡыр хажға барып ҡайтҡан[13].
- Солтанбаев Иншар Әхмәҙулла улы (15.08.1931—7.11.2006) — халыҡ йырсыһы.
- Солтанбаева Хәҙисә Вәли ҡыҙы (1950) — БДУ профессоры, филология фәндәре докторы, ғалим, Сәләхетдин хәҙрәттең бүләсәре.
- Әхтәмов Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы (15.01.1929—19.10.2020) — башҡорт тел ғилеме белгесе, филология фәндәре докторы (1996), профессор (1994). Башҡорт дәүләт университетының почетлы профессоры (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989) һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009), Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
- Юлдашбаев Юлай Хәйрулла улы (18.04. 1962) — Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары, тарих фәндәре кадидаты.
Remove ads
Видеофильмдарҙа
Ҡушаматтар
Ауылда киң ҡулланылған ҡушаматтарҙан:
- Ҡара Минзиә
- Һары Минзиә
- Ҡаҙаҡ Йомабай
- Немец Тажый (Тажетдин тигән кеше һуғыштан трофей итеп немец каскаһын кейеп ҡайтҡан, был уға ҡушамат булып тағылған)
- Япон Йәғәфәр (Йәғәфәрҙең атаһы рус-япон һуғышында ҡатнашҡан, япон һүҙе улына ҡушамат булып киткән)
- Банзай (үтә ныҡ һимеҙлеге арҡаһында Баязит тигән кешегә ҡушылған)
- Балта (Роберт исемле кешегә тағылған ҡушамат. Ҡарттаһы ейәненең ят исемен дөрөҫ әйтә алмай, Роберт урынына «рубит» тип әйткән… утын ҡырҡыу ҡоралы — «балта»).
Бынан тыш тотош айырым фамилияларға ҡарата мәсекәйҙәр, кәкүктәр ҡушаматы ла булған.
Remove ads
Ауыл ваҡытлы матбуғатта
- Зианчуринские учителя-победители
- Мин тормошто яратам!(недоступная ссылка)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads

