Большунов Александр Александрович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Большунов Александр Александрович
Remove ads

Большунов Александр Александрович (31 декабрь, 1996 йыл, Подывотье ауылы, Севский районы, Брянск өлкәһе, Рәсәй[2]) — Рәсәй саңғысыһы, өс тапҡыр Олимпия чемпионы (2022), скиатлон буйынса донъя чемпионы (2021), ике тапҡыр Донъя кубогын яулаусы (2019/2020, 2020/2021), саңғы спорты буйынса Тур де Ски (Тур де Ски) уҙышында ике тапҡыр еңеүсе (2019/2020 һәм 2021). Роликлы саңғыла йүгереү буйынса донъя чемпионаттарының ике тапҡыр еңеүсеһе һәм көмөш призёры. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2018). Спринт һәм дистанцион уҙыштарҙың икеһендә лә уңышлы сығыш яһай.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...

Олимпия дисциплинаһының алтыһында ла олимпия миҙалдарын яулаған беренсе һәм берҙән-бер ир-ат саңғысы. Ул шулай уҡ бер ҡышҡы Олимпия уйындарында иң күп һанда миҙал (5) яулаусы. Совет һәм Рәсәй спорты тарихында бөтә ир-егеттәр араһында ҡышҡы Олимпия уйындарында миҙалдарҙың дөйөм һаны (9) буйынса рекорд ҡуйыусы. Үҙе ҡатнашҡан бөтә олимпия ярыштарында миҙалһыҙ ҡалмай.

Александр Большунов — донъя чемпионатының дөйөм зачетында еңеү яулаған беренсе һәм берҙән-бер Рәсәй саңғысыһы. Совет спортсылары был абруйлы трофейҙы һуңғы тапҡыр 1991 йылда, (Владимир Смирнов еңә) яулай[3]. Бынан тыш, ул саңғы ярыштары буйынса донъя Кубогы этаптарында шәхси еңеүҙәр (28) һәм призлы урындар (59) һаны буйынса Рәсәй йыйылма командаһында алда бара.

Александр Большунов — Рәсәй Федерацияһының Милли гвардия ғәскәрҙәре хеҙмәткәре, 2022 йылға тиклем Милли гвардия ғәскәрҙәренең Урал округы идаралығы ҡарамағындағы спорт командаһының юғары квалификациялы спорт буйынса инструкторы[4], хәрби званиеһы — «капитан»[5].

Remove ads

Биографияһы

Юниор йылдары (2013—2017): йәштәр араһында ике тапҡыр донъя чемпионы

Александр үҙенең спорт карьераһын тыуған ауылында атаһы Александр Иванович Большунов етәкселегендә башлай[6]. 2011 йылда Александр Иванович улын Брянск ҡалаһының саңғы уҙыштары буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбенә Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Н. И. Нехитров етәкселегендә әҙерлеккә ебәрә, әммә үҙе лә уны әҙерләүҙә ҡатнашыуын дауам итә[7].


Бөтә рәсәй ярыштарында тәүге уңыштары бер йылдан һуң килә: 2013 йылдың 6 февралендә Александр тверь өлкәһендә классик стилдә 10 км ярышта беренсе урынды яулай һәм Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһы составына эләгергә дәғүәселәрҙең береһе була[8]. 2013 йылдың 6 февралендә Александр Тверь өлкәһендә классик стилдә 10 километрға уҙышта беренсе урын ала һәм Рәсәйҙең юниорҙар йыйылма командаһы составына инеүгә дәғүә итеүселәрҙең береһе була[9].

2014 йылдың 17 мартында Рәсәй беренселегендә Большунов 20 километрға скиатлонда еңә, уның һөҙөмтәләре буйынса Александрға Рәсәй спорт мастеры[10] исеме бирелә[11]. Ил беренселегенән һуң ул юниорҙар йыйылма командаһына саҡырылар. Киләһе йылда Александр Алматыла (Ҡаҙағстан) юниорҙар араһында донъя чемпионатында ҡатнаша, әммә миҙал яулай алмай[12].

Бер йылдан Александр юниорҙар араһында донъя чемпионатында ҡатнаша. Был юлы иң яҡшы һөҙөмтә менән эстафетала икенсе урын ала[13].

2017 йылда ул йыйылма составында йәштәр араһында үҙенең беренсе донъя чемпионатына (23 йәшкә тиклемге саңғысылар араһында беренселек) юллана. Ярыш Солджер Холлоуҙа (Юта штаты, АҠШ) уҙа.

2017 йылдың 31 ғинуарында Александр спринтта көмөш миҙал яулай[14], ә һуңынан 15 км-ға айырым старт менән ирекле стилдә ярышта еңә[15]. Беренселектең һуңғы ярышында Рәсәй саңғысылары Большунов, Алексей Червоткин һәм Денис Спицов финиш һыҙығын бер үк ваҡытта, ҡулға-ҡул тотоношоп, финишҡ һыҙығын киҫә[16]. Ойоштороусылар спортсыларҙы фото-финиш һөҙөмтәләре буйынса бүләкләргә ҡарар итә. Һөҙөмтәлә Большунов 1-се урынды, Червоткин 2 — се, Һәм Спицов 3-сө урынды ала[17]. Был турнир һөҙөмтәһендә Александрға Рәсәй халыҡ-ара класлы спорт мастеры исеме бирелә[18].

Remove ads

Ҙур ярыштарҙағы һөҙөмтәләре

Олимпия уйындары

9 миҙал (3 алтын, 4 көмөш, 2 бронза)

Ентеклерәк мәғлүмәт Олимпия уйындары, Спринт ...

Донъя чемпионаттары

8 миҙал (1 алтын, 6 көмөш, 1 бронза)

Ентеклерәк мәғлүмәт Донъя чемпионаты, Спринт ...

Донъя Кубогы һөҙөмтәләре

Ентеклерәк мәғлүмәт Миҙгел, Йәше ...

Рәсәй Кубогы һөҙөмтәләре

Ентеклерәк мәғлүмәт Миҙгел, Йәше ...

Донъя Кубогы ярыштарында еңеүҙәр

Александр иҫәбендә шәхси ярыштарҙа 28 һәм команда ярыштарында бер еңеү:

Ентеклерәк мәғлүмәт #, Сезон ...
Ентеклерәк мәғлүмәт #, Дата ...

Донъя Кубогында сығыш яһау һөҙөмтәләре

Ентеклерәк мәғлүмәт Донъя Кубогында сығыш яһау һөҙөмтәләре ...

Рәсәй чемпионаттары

24 миҙал (17 алтын, 2 көмөш, 5 бронза)

Ентеклерәк мәғлүмәт Рәсәй чемпионаты, Спринт ...
Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads