Лиллехаммер

From Wikipedia, the free encyclopedia

Лиллехаммерmap
Remove ads

Ли́ллехаммер[10] (шулай у Лиллегаммер, норв. Lillehammer) — Норвегиялағы Оппланн губернаһындағы ҡала һәм коммуна.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Этнохороним ...

Ҡыҫҡа факттар Ил, Исторический регион ...
Thumb
Лиллехаммерҙың көнбайыштан күренеше
Remove ads

Географияһы

Лиллехаммер Эйер ҡалаһынан көрьяҡтараҡ, Гёусдал ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышта һәм Йёвик ҡалаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан.

Был ҡалалар барыһы ла Оппланеның муниципалеттары булып тора. Лиллихамер Осло/Гардермуэн аэропортынан 145 км алыҫлыҡта ята.

Шулай уҡ, баш ҡала Ослонан 180 км алыҫлыҡта. Лиллихамерға барыуҙың иң еңел ысулы тимер юл хәрәкәте менән барыу тора.

Юлда үткән ваҡыт 1 сәғәт 45 мин., — поездар көн һайын бер сәғәт арауығында йөрөп тора. Ҡала аша Е6 шоссеһы уҙа.

Ҡалала сағыштырмаса ҡоро континенталь климат.

Remove ads

Тарих

Ҡала биләмәһенә кешеләр тимер быуатында уҡ килеп ултырғандар. Боронғо сагаларҙа ҡала Литликаупангр (ҙур булмаған һатыу урыны) исеме менән телгә алына, йәки Литлихамарр (бәләкәй Хамар).

Был исем ҡаланы Хамар епархияһынан айырыу өсөн бирелгән.

1390 йылда ҡала урыны үҙидара органы үҙәге булараҡ та телгә алынған. 1880 йылдарҙа бында бик йәнле баҙар булған.

1827 йылдың 27 авгусында Лиллехаммер сауҙа ҡалаһы хоҡуғын алған. Был осорҙа уның сиктәрендә 50 рәсми теркәлгән халыҡ йәшәгән.

1973 йылда Лиллехамерҙа израиль разведкаһының операцияһы арҡаһында Марокко ашнаҡсыһы Бучикхи Әхмәд атып үлтерелә.

Уны яңылыш мюнхен терактында ҡатнашыусы «Ҡара сентябрь» террористик төркөмө лидеры Саламех Хәсән тип ҡабул итәләр..

1994 йылда Лиллехамерҙа Ҡышҡы Олимпия уйындары 1994 уҙғарыла. Ҡала бар төр спорт уйындарын үткәреүгә яраҡлы үҙәк тип табыла.

2016 йылда Лиллехамерҙа Ҡышҡы үҫмерҙәр Олимпия уйындары 2016 уҙа.

Remove ads

Инфраструктура

Ҡаланың үҙәге XIX быуат аҙағынан һаҡланған. Ағастан төҙөлгән ҡоролмалар, Мьёса (Mjøsa) күленең төньяҡ өлөшөн һәм Логен (Lågen) йылғаһының тауҙар менән уратып алған яғында күркәм күренеш барлыҡҡа килтерә.

Үҙәк урамда променад, магазин, ҡәһүәхана, ресторандар бар.

Иҫтәлекле урындар

  • 185 ҡоролманан торған Маихёугендың асыҡ һауалағы этнографик музейы.
  • Художестволы (нәфис) музей
  • Норвегия автомобилдәр музейы
  • Бик боронғо хәҙерге ваҡытта ла сафта булыусы тәгәрмәсле пароход, ул һыуға1856 йылда төшөрөлгән
  • Шушен — тау саңғыһы үҙәге һәм курорт. Ул Лиллехамер үҙәгенән 20 км көнсығышта таулы- урманлы массивта урынлашҡан.

Олимпия объекттары

  • «Лисгардсбаккен» трамплин комплексы
  • Лиллехаммерҙың Сана-бобслей трассаһы
  • Håkons Hall|Аренаһы
  • |Kanthaugen фристайл үҙәге
Remove ads

Билдәле шәхестәре

  • Квецинский Михаил Фёдорович — хәрби етәксе, генштаб генерал-лейтенанты. Төньяҡ Аҡтар хәрәкәте ҡатнашыусыһы. 1920 йылдан Лиллехамерҙа йәшәгән, ҡала һыра ҡайнатыу йортонда эшләгән һәм таксомотор йөрөткән. 1923 йылдың 31 мартында үлгән.

Факттар

  • 2012 йылда АҠШ-Норвегия «Лиллехаммер» телесериалы төшөрөлә. Уның төп геройы Нью-Йорктан йәш булмаған гангестр була[11].
  • 2 сезонлы 15 сериялы «Металлопокалипсис» сериалының Dethklok төркөмө бер ҡатнашыусының атаһы менән хушлашыу өсөн Лиллехаммерға килә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads