Браконьерлыҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Браконьерлыҡ ( франц. braconnier — браконьер; башта — «эт менән аулаусы») — һунар тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһындағы ҡануниәтте боҙоп, һунар итеү (шул иҫәптән балыҡсылыҡ сәнәғәте, һәүәҫкәр балыҡсылыҡ, урман ҡырҡыу,үҫемлектәр йыйыу һ. б.),

Remove ads
Билдәләмә
Браконьерлыҡ — хайуандарҙы йәки балыҡтарҙы браконьер ҡоралдары менән, закон акттарында исемлеге бирелгән ысулдар менән аулау.
Рөхсәт ителгән ысул менән аулағанда ҡағиҙәне боҙоу браконьерлыҡ иҫәбенә инмәй.
Яһалма ысулдар менән үрсетелгән йорт хайуандарын, балыҡты тотоу, үҫемлектәрҙе йыйыу урлашыу тип һанала.
Браконьерлыҡ эҙемтәләре
Браконьерлыҡтың зарары:
- Фаунаһыҙландырыу: йыртҡыс, үлән утлаусы хайуандар һәм емеш-еләк менән туҡлана торған умыртҡалылар тиҙ генә үрсемәй, элекке һанын шулай тиҙ тергеҙеү мөмкин түгел, уларҙың популяцияһы кәмей; улар юҡҡа сыҡҡас, орлоҡ диаспораһы үҙгәрә; әкренләп эре орлоҡло урман ағастары өҫтөнлөк ала, ваҡ орлоҡло үҫемлектәр юҡҡа сыға.
- Ҡырағай тәбиғәттә хайуандар һаны ҡыҫҡарыу һәм юҡҡа сығыуы ихтималы.
- Һөҙөмтәле һаҡланған территориялар майҙаны кәмей, сөнки был зоналарҙа браконьерҙарйыш йөрөй[5].
- Ҡырағай тәбиғәт туризмы репутацияһы насарая; был бизнеста табыш алыу кәмей, эш урындары ҡыҫҡара[6].
- Бик үҙгәреүсән ретровирустар зооноз ауырыуҙар барлыҡҡа килтерә:
- эбола вирусы һалыуы Конго уйпатында һәм Габонда 1990 йылдарҙа шимпанзе ите ашауҙары менән бәйле[7].
- Гонконгта киҫкен респиратор SARS ауырыуы Көньяҡ Ҡытайҙа гималай циветы, янут кеүек эттәр, ҡытай бурһығы араһында йөрөү һәм иттәрен ашау менән бәйле килеп сыҡҡан [8].
- Үҙәк Африкалағы һунарсылар кешенең Т-лимфотроплы вирусын ҡырағай приматтарҙан йоҡторған[9].
- Камерундағы тикшеренеүҙәр шимпанзеларҙың Simian foamy virus күбекле вирусы һәм ВИЧ-1 вирусы йөрөтөүҙәрен асыҡлаған, улар кешегә лә йоға [10].
Remove ads
Рәсәйҙә браконьерлыҡ
Һунарсылыҡ хужалығы һәм хайуандар донъяһы объекттарын көйләү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте департаменты һәм Рәсәй Федерацияһы тәбиғи ресурстар һәм экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса Рәсәйҙә браконьерлыҡ күләме 18 миллиард һум тәшкил итә тип баһалана[11].
VIP-браконьерлыҡ — юғары дәрәжәле кешеләрҙең вазифаһы менән файҙаланып браконьерлыҡ менән шөғөлләнеүҙәре[12][13][14][15]. Иң билдәле шундай осраҡ: 2009 йылдың 9 ғинуарында Алтайҙа Ҡыҙыл китапҡа ингән архарҙарға браконьерҙарса һунар ваҡытында Ми-171 емерелеп төшә.
Һунарсылыҡ хужалығы һәм хайуандар донъяһы объекттарын көйләү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте департаменты директоры Берсенев Антон Евгеньевич әйтеүенсә, ил масштабында «VIP-браконьерлыҡ» — иң зарарһыҙ браконьерлыҡ: беренсенән, ул еңел асыла; икенсенән, браконьерҙарға бындай саҡта табыштан юғалтыуҙарҙы күберәк, абруйыңдың арҡаһында киң мәғлүмәт сараларында билдәлелек ала, абруйы юғала; өсөнсөнән, был бик аҙ[11].
Иҫәкрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads