Ҡула

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ҡула
Remove ads

Ҡула - баҡыр иретмәһе, ғәҙәттә аҡ ҡурғаш төп ҡушылдыҡ булып тора, ләкин алюминий, кремний, бериллий, ҡара ҡурғаш һәм башҡа элементтар ҡушылған баҡыр иретмәләрен шулай ук ҡула индерәләр. Мәгәр цинк ҡатнашмаһы (был еҙ ) һәм никель (был мельхиор) ҡулаға индерелмәй. Ҡағиҙә булараҡ, барлыҡ ҡулаларҙа ла аҙ ғына күләмдә өҫтәмәләр: цинк, ҡурғаш, фосфор һәм башҡалар ҡушылған була.

Ҡыҫҡа факттар Тығыҙлыҡ, Моос шкалаһы буйынса ҡатылыҡ ...
Thumb
ҡуланан ҡойолған статуэтка

Кеше аҡ ҡурғашлы ҡуланы ҡула осоро башында иретергә өйрәнгән, һәм ул бик оҙаҡ ҡулланылып килгән. Хатта Тимер быуат башланыу менән дә ҡула мөһимлеген юғалтмай.

ҡула, тығыҙлығы маркаһына һәм индерелгән ҡушылмаларына ҡарап, 7500-8700 кг / м³ тәшкил итә; иреү нөктәһе 930-1140 ° C.

Remove ads

Тарих

Беҙҙең саҡтан элек бишенсе меңйыллыҡҡа ҡараған иң боронғо ҡула әйберҙәр Иран тау битендә һәм Сербиянең Плочник ауылы янында табылған. Рәсәйҙә иң боронғо ҡула экспонаттарҙы 1897 йылда Рәсәй археологы Николай Веселовский Кубань йылғаһы төбәгендә (Майкоп мәҙәниәте тип атала, б.с.э. дүртенсе меңйыллыҡтың икенсе яртыһы ) асҡан. Майкоп ҡурғандары ҡулаһы, нигеҙҙә, баҡыр һәм мышаяҡ иретмәһенән тора. Тора-бара ныҡлы һәм һығылмалы металл турында мәғлүмәт Яҡын Көнсығышҡа һәм Мысырға барып етә. Бында аҡ ҡурғаш-баҡыр иретмәһенә күсеүҙән һуң, ҡула иң мөһим декоратив материалдарҙың береһе булып китә.

Remove ads

Боронғо Башҡортостандың ҡула ҡомартҡылары

Көньяҡ Уралда ҡула быуаттың иң иртә археологик ҡомартҡылары б.э.т. II мең йыллыҡ башына ҡарай. Башҡортостанда ҡула быуатҡа ҡараған яҡынса 600 ҡомартҡы табылған, уларҙың күбеһе Ағиҙел, Дим, Кама, Урал, Ыҡ, Әй һ.б. йылғалар бассейнында урынлашҡан. Көньяҡ Уралда баҡыр рудниктарын эшкәртеү энеолит осоронда башлана. Баҡыр рудаһы ятҡылыҡтарына айырыуса Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүҙәре - Дим, Яйыҡ, Һаҡмар һ.б. йылғалар бассейндары бай.

ҡула ҡойоу эше м‑н шөғөлләнеү эҙҙәре - ҡойоу формалары, иретеү туҫтаҡтары һәм тигелдәре, шлак һәм баҡыр рудаһы бөртөктәре Айыт торамаһында, Баланбашта, Таулыҡай торамаһында һ.б. табылған. ҡула биҙәүестәр, хәнйәр, һөңгө осо, бысаҡ, ураҡ, балта, биҙәүестәр һ.б. ҡула әйберҙәр киң ҡулланылыш тапҡан һәм сауҙа йәки алмашыу объекты булған [2]

Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Еҙ — баҡыр менән цинк иретмәһе
  • Мельхиор — баҡыр менән никель иретмәһе

Әҙәбиәт

Иҫкәрмә

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads