Вагин Владимир Геннадьевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Вагин Владимир Геннадьевич (27 сентябрь 1945 йыл15 июль 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй спортсыһы һәм тренеры; СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1971), Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2004), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2004)[1].[2].

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Владимир Геннадьевич Вагин 1945 йылдың 27 сентябрендә Чита ҡалаһында тыуған.

Ауыр атлетика менән шөғөлләнә, 1968—1970 йылдарҙа ДСО «Локомотив», 1971—1975 йылдарҙа — ДСО «Спартак» өсөн сығыш яһай; тренер Б. М. Мосиевичта күнекмәләр үтә[3]. Троеборье буйынса РСФСР чемпионы (1972), шулай уҡ двоеборье буйынса көмөш призер (1973—1974) һәм троеборье буйынса бронза (1970); РСФСР халыҡтары Спартакиадаһының көмөш призеры (1971 йыл).

1968 йылдан алып Вагин «Локомотив» һәм «Спартак» (1971 йыл) спорт йәмғиәттәрендә тренер булып эшләй. 1980 йылда — ауыр атлетика буйынса республика СДЮШОРЫ-нда , 1990 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы юғары спорт оҫталығы мәктәбендә, 1993 йылдан — СДЮСШОР № 15 тренер булып эшләй. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында — СССР һәм Рәсәй спорт мастеры һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры — Р. С Мәүлетов[4], Э. А. Тюкин[5], Э. Р. Фәйзуллин[6], А. М. Саяхов һәм башҡалар.

1994 йылда В. Г. Вагин Силәбе физик культура институтын тамамлай (хәҙер Урал дәүләт физик культура университеты). 2006 йылда 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәте өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнә.

2016 йылдың 15 июлендә вафат була[7]

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads