Варшава герцоглығы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Варшава герцоглығы
Remove ads

Бөйөк Варшава герцоглығы (пол. Księstwo Warszawskie) — 1807 йылғы Тильзит килешеүенә ярашлы Речь Посполитаның Икенсе һәм Өсөнсө бүленешенән һуң Пруссияға һәм Австрия империяһына бирелгән поляк территорияларынан барлыҡҡа килгән дәүләт. Бөйөк Варшава герцоглығы Наполеон Францияһының протектораты булып тора һәм 1813 йылға тиклем (Алтынсы коалиция ғәскәрҙәре яулап алғанға тиклем) ғәмәлдә була. Вена конгресы ҡарарҙары буйынса герцоглыҡтың күпселек өлөшө автономиялы Поляк Батшалығы булараҡ Рәсәй империяһына ҡушылдырыла.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Ҡыҫҡа факттар Польша тарихы ...
Remove ads

Географияһы

Герцоглыҡ территорияһы (1807 йыл) 103 мең км² тәшкил итә, халҡының һаны — 2,6 млн кеше була. Варшава герцоглығының Австрия менән һуғышта еңеүенән һуң уға Польшаның Өсөнсө бүленешенән һуң юғалтылған территориялары Краков, Люблин, Радом, Сандомир менән бергә — 52 мең км² һәм 1,7 млн кеше — кире ҡайтарыла. Герцоглыҡтың баш ҡалаһы — Варшава.

Сәйәсәте

Герцоглыҡтың Конституцияһын 1807 йылдың 22 июлендә Дрезденда Наполеон раҫлай. Герцог итеп Саксония короле Фридрих Август I тәғәйенләнә. Шулай уҡ конституция буйынса хөкүмәт, Дәүләт советы, ике палаталы парламент һәм бынан тыш бойондороҡһоҙ судтар булдырыла. Польша, поляк һүҙҙәре сәйәси мәғәнәлә тыйыла.

Герцоглыҡ 6 департаментҡа бүленә, һәр департаментта 10 повет ҡаралған була.

1808 йылдың 1 майында илдә Наполеон Кодексы индерелә, был ваҡиғаға бәйле эпиграмма барлыҡҡа килә: «Варшава Кенәзлеге, Саксония короле, поляк армияһы, Пруссия тәңкәһе, француз кодексы».

Remove ads

Австрия менән һуғыш

1809 йылда Австрия менән һуғыш Варшава герцоглығы өсөн уңышлы тамамлана. Герцоглыҡ территорияһы арта, 4 яңы департамент булдырыла.

Рәсәй менән һуғыш

1812 йылдың 26 майында Варшава герцогы үҙенең вәкәләттәрен герцоглыҡ хөкүмәтенә тапшыра. 28 июндә Поляк Короллегенең Генераль Конфедерацияһы иғлан ителә. Кенәзлек Наполеондың иң тоғро союздашы була һәм һуғыштың беренсе көнөнән аҙағына тиклем алыштарҙа ҡатнашыу 2с2н 100-меңлек армияһын бирә.

1815 йылдың 3 майында конгресс Кенәзлектең бүленешен раҫлай. Краков Ирекле ҡала булып китә; Австрия Величканы (һәм тоҙ шахталарын) ала, Пруссияға Познань бөйөк герцоглығы исеме аҫтында Бөйөк Польша бирелә, ә элекке Варшава герцоглығының ҙур территорияһы Рәсәйгә тапшырыла һәм артабан Поляк Батшалығы исемен ала.

Remove ads

Рәсәй империяһы составында

1830—1860 йылдарҙа поляк милләтселеге үҫешеүе һәм уның Речь Посполитаны элекке сиктәрҙә тергеҙергә ынтылыуҙар арҡаһында «Конгресс Польша» автономияһы Рәсәй императорҙары тарафынан XIX быуат дауамында яйлап бөтөрөлә килә. 1867 йылдан һуң уның статусы кәметелә һәм ул артабан рәсми булмаған рәүештә Привислин крайы тип йөрөтөлә.

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads