Васильевка (Ишембай районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Ишембай районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Васильевка (рус. Васильевка; элекке атамаһы Егәнбаш) — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 729 кеше булған[3]. Петровск ауыл Советы составына инә. Ишембай районының иң ҙур сыуаш ауылы. ОКАТО коды — 80231855009.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...

Remove ads

Тарихы

Риүәйәттәр буйынса, ауылға XIX быуат башында, Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, купчий ҡағыҙы буйынса Өфө өйәҙенең Ҡамышлы ауылы күскенселәре тарафынан нигеҙ һалынған. Ҡамышлы ауылы сыуаштары ауылдың исемен Егәнбаш тип атайҙар. Һуңыраҡ ауыл кешеләренең береһенең исеме менән аталған. 1865 йылда 51 йортта 303 кеше йәшәгән. Халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән[4].


Remove ads

Ауыл бөгөн

Ауылда урта мәктәп бар, сыуаш теле предмет булараҡ уҡытыла. Шулай уҡ фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар, милли һәүәҫкәр сәнғәт коллективы эшләй[5].


Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август746
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар926
1959 йыл 15 ғинуар764
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар758
2002 йыл 9 октябрь760
2010 йыл 14 октябрь72936336649,850,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса ауылдағы халыҡтың 97%-ын сыуаштар тәшкил итә[6].

Remove ads

Географик урыны

Ауыл Ҡарасәй йылғаһы (Егән ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Алыҫлығы:[7]

Урамдары

Урам исеме[8]:

  • В. Жуков урамы (рус. улица В. Жукова)
  • Блюхер урамы (рус. улица Блюхера)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Үҙәк урамы (рус. улица Центральная)
  • Йәштәр урамы (рус. улица Молодёжная)
  • Баҡса урамы (рус. улица Садовая)
  • Көньяҡ урамы (рус. улица Южная)

Билдәле шәхестәре

  • Григорьев Захар Иванович (12.02.1936—27.05.2013), балетмейстер. Чебоксар ҡалаһының «Нарспи» халыҡ йыр һәм бейеү ансамблен ойоштороусы һәм 1968 йылдан уның художество етәксеһе, 1993—2001 йылдарҙа И. Н. Ульянов исемендәге Сыуаш дәүләт университетының культурология кафедраһы мөдире, доцент. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1979), Сыуаш АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1973)[9].
  • Виноградов Юрий Михайлович (01.01.1946), ғалим-сыуаш теле белгесе. 1984 йылдан И. Н. Ульянов исемендәге Сыуаш дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1995 йылдан Сыуаш республика мәғариф институтының сыуаш теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире. Филология фәндәре кандидаты (1975), доцент (1984). Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2003)[10].
  • Афанасьева Лира Аркадьевна (20 март 1974) — фольклорсы, филология фәндәре кандидаты. Фәнни эшмәкәрлеге сыуаш йола фольклорын һәм Урал-Волга буйының башҡа халыҡтарын этнолингвистик тикшереүгә, әҙәбиәт менән фольклорҙың үҙ-ара бәйләнеше проблемаларына, сыуаш әҙәбиәте тарихын өйрәнеүгә арналған. (2009)[11].
Remove ads

Видеофильмдарҙа

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads