Сыуаш теле

From Wikipedia, the free encyclopedia

Сыуаш теле
Remove ads

Сыуаш теле (cыу. Чăваш чĕлхи, Çovaş Çölhi, چأۋاش چۀلخې) — сыуаш халҡының милли теле, урыҫ теле менән бер рәттән Сыуаш Республикаһының дәүләт теле итеп иғлан ителгән.

Ҡыҫҡа факттар Ҡыҫҡаса атамаһы, Дәүләт ...

Сыуаш теле төрки телдәренең Иҫке Болғар бүлегенә ҡарай.

Remove ads

Тарих

Сыуаш теле — төрки телдәрҙең береһе (болғар төркөмө), Сыуашстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Башҡортостанда, Татарстанда, Һамар, Ульяновск өлкәләрендә һәм Рәсәйҙең ҡайһы бер башҡа төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 1 млн 300 меңдән ашыу. Башҡортостанда 98 меңдән күберәк кеше сыуаш телен белә, шул иҫәптән уларҙың 91 меңдән ашыуы — сыуаштар (2002).

Тарихи нигеҙҙә болғар теленә барып тоташа. Сыуаш телендә 2 төп диалект айырып ҡарала: үрге (о‑лаштырып һөйләшеү) һәм түбәнге (у‑лаштырып һөйләшеү). Хәҙерге әҙәби сыуаш теле XIX быуаттың икенсе яртыһында үрге диалект нигеҙендә формалаша башлай. Сыуаш теле башҡа төрки телдәрҙән бик ныҡ айырыла.

Remove ads

Фонетик үҙенсәлектәре

Сыуаш телендәге [р] өнө дөйөм төрки [з], [л] — [ш] өндәренә тап килә, мәҫәлән, сыуашса «хур» (ҡаҙ) ху[р] — дөйөм төрки «ҡаз» ҡа[з], «утмãл» (алтмыш) утмã[л] — «алтмыш» алтмы[ш]; [ы] һуҙынҡы фонемаһы тик беренсе ижектә генә ҡулланыла, мәҫәлән, сыуашса «тымар» — башҡортса «тамыр», ҡалған һуҙынҡылар бөтә позицияларҙа ла осрай; сонор тартынҡылар төрлө фонетик позицияларҙа була ала; тартынҡыларҙың йомшаҡлығы һәм ҡатылығы уларҙың һүҙҙәге позицияһы менән билдәләнә, тик [л], [н], [т] тартынҡыларының йомшаҡлығы ғына позицион яҡтан сикләнмәгән — уларҙың үҙ аллы йомшаҡ варианттары бар [л'], [н'], [т']: «халь» (хәҙер) — «хал» (көс), «юрать» (ярай, бара) — «юрат» (яратырға) һ. б.

Remove ads

Морфология

Морфологияһы өсөн дөйөм төрки телендәге күплекте күрһәткән -лар урынына эйәлек аффиксы менән бер үк ваҡытта ҡулланылғанда, унан һуң килгән (башҡа төрки телдәрҙә — уға тиклем) -сем ҡулланыла, мәҫәлән, сыуашса «сěтел-ěм-ěр-сем» — башҡортса «өҫтәл-дәр-ебеҙ»; алмаш һүҙҙәр яһаған та-/те- һәм ни- префикстары ҡулланыла, мәҫәлән, «такам» (кемдер), «никам» (бер кем); төп һандарҙың тулы (абстракт иҫәпләүҙә ҡулланыла) һәм ҡыҫҡа (предметтарҙың һанын билдәләү өсөн) формалары бар, мәҫәлән, сыуашса «пěррě» һәм «пěр» — башҡортса «бер», «виҫҫě» һәм «виҫě» — «өс». Сыуаш теле синтаксисы зат мәғәнәһен белдергән хәбәрлектең суффиксы булмауы: «эпир студентсем» (беҙ студенттар); хәбәр алдынан әйтелгәндәрҙең мәғәнәүи үҙәген ҡуйыу менән характерлана: «пичче ыран яла каять» (өлкән ағай иртәгә бара ауылға), «пичче яла ыран каять» (өлкән ағай ауылға бара иртәгә) һ.б.

Сыуаш теленең алфавиты

Файл:Chuvas-rus-avtovkzal.jpeg
Чебоксар автовокзалы. Cыуаш һәм урыҫ телдәрендә яҙылған алтаҡта
Файл:Chuvas-rus-vokzal-2.jpeg
Чебоксар. Cыуаш һәм урыҫ телдәрендәге урам күрһәткесе

Сыуаш теле хәрефтәре кириллицаға нигеҙләнгән. Милли алфавитта улар 37.

А а Ӑ ӑ Б б В в Г г Д д Е е
Ё ё Ӗ ӗ Ж ж З з И и Й й К к
Л л М м Н н О о П п Р р С с
Ҫ ҫ Т т У у Ӳ ӳ Ф ф Х х Ц ц
Ч ч Ш ш Щ щ Ъ ъ Ы ы Ь ь Э э
Ю ю Я я
Ентеклерәк мәғлүмәт Хәреф, Исеме ...
Remove ads

Башҡортостанда cыуаш теле

Башҡортостан Республикаһында cыуаш телен уҡытыу 27 мәктәптә һәм 4 мәктәп филиалында алып барыла; тел предмет булараҡ 93 мәктәптә өйрәнелә. Сыуаш теле буйынса белгестәр БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында (Стәрлетамаҡ педагогия академияһы), Бәләбәй педагогия колледжында һәм Стәрлетамаҡ киң профилле һөнәр биреү колледжында әҙерләнә. «Аургаза хыпарси» («Аургазинский вестник», «Урал сасси», «Щуда щул» гәзиттәре сыуаш телендә сыға).

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads