Ватт

СИ системаһында ҡеүәт үлсәү берәмеге From Wikipedia, the free encyclopedia

Ватт
Remove ads

Ватт (билдәләмәһе: Вт, W) — СИ системаһында ҡеүәт үлсәү берәмеге. Берәмек Шотландия уйлап сығарыусы-механигы, универсаль пар машинаһын беренсе булып эшләп сығарыусы Джеймс Уатт (Ватт) хөрмәтенә аталған.

Thumb
Ваттметр — электрик селтәрҙәрҙең элементтары тарафынан ҡулланылған ҡеүәтте үлсәү өсөн йыһаз

Ҡеүәт үлсәү берәмеге булараҡ Ватт беренсе мәртәбә 1899 йылда Британия фәнни ассоциацияһының икенсе Конгрессында ҡабул ителгән. Быға тиклем күпселек иҫәп-хисаптарҙа Джеймс Уатт индергән ат көстәре ҡулланылған, шулай уҡ минутына фут-фунттар ҡулланылған. 1960 йылда XIX Үлсәүҙәр буйынса генераль конференцияла Ватт Халыҡ-ара үлсәү Системаһына индерелгән. Барлыҡ электр йыһаздарының төп сифаттарының береһе булып улар ҡулланған ҡеүәт тора, шуға күрә һәр бер электр йыһазында (йәки шул йыһаздың ҡулланыусы белешмәһендә) уның эшләүе өсөн күпме Ватт кәрәккәне тураһында мәғлүмәт табырға була.

Remove ads

Билдәләмәһе

1 Ватт 1 секунд ваҡыт эсендә 1 Джоуль эш башҡарылғандағы ҡеүәткә тигеҙ итеп билдәләнә. Шулай итеп, Ватт ул сығарылма үлсәү берәмеге һәм СИ берәмектәре менән түбәндәге мөнәсәбәттәр аша бәйләнгән:

Вт = Дж/с = кгм²/с³
Вт = H•(м/с)
Вт = В•А

Билдәләмәһе юғарыраҡ күрһәтелгән механик ҡеүәттән башҡа, шулай уҡ йылылыҡ һәм электр ҡеүәт төрҙәре бар:

  • Йылылыҡ ағымының 1 Ватт ҡеүәте 1 Ватт механик ҡеүәткә тиң (эквивалент).
  • 1 Ватт актив электр ҡеүәт шулай уҡ 1 Ватт механик ҡеүәткә тиң һәм 1 Вольт көсөргәнеш ҡуйылғанда, 1 Ампер ҙурлыҡтағы эш башҡарыусы даими электр тогының ҡеүәте тип билдәләнә.
Remove ads

Башҡа үлсәү берәмектәренә күсереү

Ватт башҡа үлсәү берәмектәре менән түбәндәге мөнәсәбәттәр менән бәйләнгән:

  • 1 Вт = 107 эрг/с
  • 1 Вт ≈ 0,102 килограмм-көсм/с
  • 1 Вт ≈ 1,36*10−7 ат көсө
  • 1 Вт = 859,8452279 кал/сәғәт

Ҡабатлы һәм өлөшлө берәмектәр

Ҡеүәт менән бәйле иҫәп-хисаптар өсөн Ватттың үҙен һәр бер осраҡта ла ҡулланыу уңай булмаҫҡа мөмкин. Ҡайһы ваҡыт үлсәнгән ҙурлыҡтар бик ҙур йәки бик бәләкәй генә булғанда, стандарт алҡушымталы үлсәү берәмеген ҡулланыу уңай, был даими ҙурлыҡ тәртибен иҫәпләүҙән ҡотолорға мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, радарҙар һәм радиоалғыстар проектлағанда йыш ҡына пВт һәм нВт ҡулланалар, электроэнцелография һәм электрокардиография кеүек медицина приборҙары өсөн мкВт ҡулланалар. Электр етештереүҙә һәм шулай уҡ тимер юл локомотивтары проектлағанда мегаватттар (МВт) һәм гигаватттар (ГВт) ҡулланалар.

Стандарт СИ ҡушымталары түбәндәге теҙмәлә күрһәтелгән:

Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡабатлы:, Билдәләмәһе: ...

Иҫкәрмәләр

Дека-, гекто-, деци-, сантиватт үлсәү берәмектәрен ҡулланыу кәңәш ителмәй.

Тәбиғәттә миҫалдар

Ентеклерәк мәғлүмәт ҙурлыҡ, Тасуирлама ...
Remove ads

Киловатт-сәғәт һәм киловатт төшөнсәләре араһындағы айырма

Атамалары оҡшаш булғанлыҡтан киловатт һәм киловатт-сәғәтте көнкүреш ҡулланышында йыш бутайҙар, бигерәк тә электр йыһаздарына ҡараған осраҡтарҙа. Әммә был ике үлсәү берәмеге төрлө физик ҙурлыҡтарға ҡарай. Ватттарҙа, һәм шунан сығып киловатттарҙа, ҡеүәт, йәғни электр йыһазы тарафынан ваҡыт берәмеге эсендә ҡулланылған энергия миҡдары иҫәпләнә. Ватт-сәғәт һәм киловатт-сәғәт энергия үлсәү берәмектәре булып тора, йәғни улар менән электр йыһазының сифатламаһы түгел, ә был йыһаз тарафынан башҡарылған эш миҡдары иҫәпләнә.

Был ике ҙурлыҡ киләһе бәйләнештә. Әгәр ҡеүәте 100 Вт булған лампа 1 сәғәт дауамында эшләгән икән, уның эше 100 Вт*сәғ (йәки 0,1 кВт*сәғ) энергия талап иткән. Электростанцияның ҡеүәте мегаватттарҙа иҫәпләнә, ләкин һатылған электроэнергияның ҙурлығы киловатт-сәғәттәрҙә һәм мегаватт-сәғәттәрҙә иҫәпләнәсәк.

Remove ads
Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads