Виноградов Виктор Владимирович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Виктор Владимирович Виноградов (12 ғинуар 1895 йыл (31 декабрь 1894 йыл), Зарайск — 4 октябрь 1969 йыл, Мәскәү) — СССР лингвисы, рус теле һәм әҙәбиәте белгесе, филология фәндәре докторы (1940), СССР Фәндәр академияһы академигы (1946). Лингвистика өлкәһендә иң ҙур фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы. Икенсе дәрәжә Сталин премияһы лауреаты, (1951).
Remove ads
Биографияһы
Виктор Владимирович Виноградов 1917 йылда Петроградтың ике университетын — археология һәм тарих-филология тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң, фән менән шөғөлләнеүҙе дауам итеү өсөн, ул унда ҡала. Ул дин тарихын өйрәнә, хатта ғилми эш яҙа.
Был осорҙа академик А.Шахматов уның һәләтлелеген күреп ҡала һәм Виноградовты урыҫ һүҙлеге темаһына диссертация әҙерләү буйынса стипендиат итеп ҡабул итеүҙе юллай. Виктор Владимирович 1919 йылда А. Шахматов етәкселегендә «История звука [Ь] в северо-русском наречии» темаһына магистрлыҡ диссертацияһы яҙа. Уңышлы яҡлағандан һуң уға профессор вазифаһын тәҡдим итәләр һәм ул унда 10 йыл эшләй.
Профессор В. В. Виноградов төп эше менән бер рәттән әҙәбиәт ғилеме һәм лингвистика менән дә шөғөлләнә. Урындағы интеллигенция даирәһендә уның хеҙмәттәре бик популяр була. Стилистиканан тыш, ғалим әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнеүҙең тарихи аспекты менән дә ҡыҙыҡһына. Һуңыраҡ лингвист автор стилистикаһы һәм автор образы категорияһы тураһында тәғлимәт ижад итә.
1930 йылда ул Мәскәүгә күсеп килә. 4 йылдан һуң уны "славистар"эше буйынса ҡулға алалар. Виноградовты 2 йылға Вяткаға һөргөнгә ебәрәләр. Һуңыраҡ уға Можайскиға күсергә һәм хатта уҡытырға рөхсәт итәләр.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Виктор Владимирович ышансылы түгел тип 1943 йылдың йәйенә тағы бер ҡат Тобольск ҡалаһына ебәрелә. Уға рәсми рәүештә эшләүҙе тыялар, шуға күрә ул айырым һүҙҙәр тарихын ҙур булмаған ҡағыҙ биттәрендә яҙа. Һуғыштан һуң ғалимды Мәскәүгә ҡайтаралар.
1944 йылдан әҫәрҙәре 1948 йылға тиклем Виноградов МДУ-ның филология факультеты деканы вазифаһында эшләй һәм 23 йыл буйына рус теле кафедраһын етәкләй.
1958 йылдан В. В. Виноградов СССР Фәндәр академияһының рус теле институтына етәкселек итә (1995 йылда институтҡа уның исеме бирелә); үлеменән бер йыл элек директор вазифаһынан китә[6] .
Виноградов тормошоноң һуңғы йылдарында уның идеялары төрлө тел белгестәре тарафынан таныла, һәм уның рус телендә мәктәбе иң ҙуры (һанлы) булып формалаша.
1969 йылдың 24 октябрендә Мәскәүҙә бөйөк лингвист вафат була. Уны Новодевичье зыяратында ерләйҙәр. В. В. Виноградов Пушкин китапханаһы йортона тапшырыла.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads