Вольфрам
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Вольфрам — (лат. Wolframium) - Менделеевтың периодик таблицаһында 6-сы осор, 6-се төркөм элементы. Тәртип номеры — 74. Символы W (Wolframium). Нормаль шарттарҙа ҡаты, көмөш-һоро төҫтәге күсеүсән металл.
Вольфрам — металдарҙың иң ауыр иреүсәне[8].
Remove ads
Тарихы һәм атаманың килеп сығышы
Вольфрам 1781 йылда К. Шеелеын минералды кислота менән эшкәрткәндә WO3 оксиды рәүешендә аса һәм хәҙер ул шеелит тип атала.
Металл рәүешендә 1783 йылда ағалы-энеле д’Элуяр фамилиялы испан химиктары аса.
Wolframium исеме XVI быуатта уҡ «бүре күбеге» тип билдәле булған минерал вольфрамит элементынан күсә. Вольфрам аҡ ҡурғашты иреткәндә уны шлак күбектәренә әйләндереп, ҡамасаулай торған булған («аҡ ҡурғашты бүре һарыҡты ашаған кеүек һоғонған») .
Инглиз һәм француз телдәрендә вольфрам tungsten тип атала (швед. tung sten — « авыр таш»)[9].
Remove ads
Тәбиғәттә
Ер ҡабығының вольфрам кларкы (Виноградов буйынса) 1,3 г/т (Ер ҡабығындағы миҡдары 0,00013 %) тәшкил итә. Уның тау тоҡомдарында уртаса миҡдары — г/т: ультранигеҙҙәрҙә — 0,1, төп — 0,7, урта — 1,2, әселәрҙә — 1,9.Вольфрамлы минералдар, ғәҙәттә, гранит тоҡомдарға инеп ҡалған, уларҙа вольфрамдың уртаса концентрацияһы 1-2 % тәшкил итә.
Ятҡылыҡтары
Вольфрамдың иң ҙур запасына Ҡаҙағстан, Ҡытай, Канада һәм АҠШ эйә; шулай уҡ Боливия, Португалия, Рәсәй, Үзбәкстан һәм Көньяҡ Кореяла ятҡылыҡтары билдәле. Донъяла вольфрам етештереү йылына 49-50 мең тонна тәшкил итә, шул иҫәптән Ҡытайҙа — 41 , Рәсәйҙә — 3,5; Ҡаҙағстанда — 0,7 , Австрияла — 0,5.
Вольфрамды төп экспортлаусылар: Ҡытай, Көньяҡ Корея, Австрия. Иң эре импортёрҙар: АҠШ, Япония, Германия, Бөйөк Британия. Шулай уҡ Әрмәнстанда һәм башҡа илдәрҙән вольфрамдың ятҡылыҡтары бар.

Remove ads
Физик үҙенсәлектәре
Вольфрам — көлһыу-һоро төҫлө металл, иреү температураһы бик юғары — 3695 K (3422 °C), ҡайнау темпуратураһы — 5828 K (5555 °C). Таҙа вольфрамдың тығыҙлығы 19,25 г/см3. Парамагнит үҙенсәлектәре бар (магнитҡа һиҙгерлеге 0,32·10−9). Бринелль буйынса ҡатылығы 488 кг/мм2, удел электр ҡаршылығы 20 °C — 55·10−9 .
Вольфрам-иң ауыр, ҡаты һәм иң ауыр иреүсән металл. Саф хәлендә платинаға оҡшаш көмөшһыу-аҡ төҫтәге металл, 1600 °C температура булғанда сүкеүгә яҡшы бирелә һәм нәҙек епкә һуҙыла ала. Металл вакуумда юғары тотороҡлоҡҡа эйә[10]
Химик үҙенсәлектәре
Вольфрам коррозияға бирешмәй: бүлмә температураһында сифаты үҙгәрмәй; ҡыҙарғансы ҡыҙҙырғанда вольфрам оксиды (VI) бик яй барлыҡҡа килә. Вольфрам тоҙ, шыйығайтылған көкөрт һәм плавик кислоталарында иремәй тиерлек. Водород перекисендә ирей.
Биологик әһәмиәте
Вольфрам әллә ни биологик роль уйнамай. Ҡайһы бер архебактерияларҙың һәм бактерияларҙың ферменттарының актив үҙәгендә вольфрам бар.
Ферменттар составында вольфрамдың булыуы иртә архейҙың физиологик реликты булараҡ ҡарала ала — вольфрам тормош барлыҡҡа килеүҙең тәүге этаптарында роль уйнаған тигән фараздар бар[11].
Вольфрам туҙаны, башҡа төр металл туҙаны кеүек үк, һулыш алыу органдарына насар тәьҫир итә.
Remove ads
Иҫкәрмә
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads