Испания
Европалағы дәүләт From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Испа́ния (исп. España), рәсми исеме — Испа́ния Короллеге (исп. һәм галис. Reino de España, кат. Regne d'Espanya, баск. Espainiako Erresuma, окс. Reialme d'Espanha, Asturian: Reinu d'España) — Европаның көньяҡ-көнбайышындағы дәүләт, баш ҡалаһы Мадрид. Испания Пиреней ярымутрауының ҙур өлөшөн биләй.
Ҡайһы бер юрауҙар буйынса, «Испания» һүҙе финикия телендәге «и-шпаним» һүҙенән алынған һәм «ҡуянлы яр» тигән мәғәнәне бирә.
Майҙаны 504 645 км, ҙурлығы буйынса Европала, Рәсәй, Украина, Франциянан һуң дүртенсе урында. Испанияның диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге 650 м. Европалағы иң таулы илдәрҙең береһе.
Сиктәш илдәр:
- Пиреней ярымутрауының көнбайышынан Португалия;
- Пиреней ярымутрауының көньяғына Британия биләмәһе Гибралтар;
- Төньяҡ Африкалағы Марокко (ярыманклавы Сеута һәм Мелилья);
- Франция һәм Андорра төньяҡтан.
Испанияның административ бүленеше буйынса — илдең составына 17 автономиялы берләшмә һәм 2 автономиялы ҡала инә.
Remove ads
Тарих
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads