Воронов Николай Николаевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Николай Николаевич Воронов (23 апрель (5 май) 1899 йыл — 28 февраль, 1968 йыл, Мәскәү, СССР) — совет хәрби етәксеһе, артиллерияның баш маршалы (1944 йыл 21 февраль[3]), Советтар Союзы Геройы (1965 йыл 7 май). СССР Юғары Советы депутаты (1946—1950).
Рәсәйҙә һәм Испанияла Граждандар һуғышында ҡатнаша, Совет-поляк, «Ҡышҡы» һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнаша; РККА-ның Польша походында һәм Бессарабия менән Төньяҡ Буковинаның ҡушылыуында ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа РККА Артиллерияһын етәкләй.
Remove ads
Иртә биографияһы
Николай Николаевич Воронов1899 йылдың 23 апрелендә (яңы стиль буйынса 5 май) Санкт-Петербургта контора хеҙмәткәре Николай Терентьевич менән Валентина Андреевна Вороновтар ғаиләһендә тыуа. 1908 йылдың ноябрендә Валентина Андреевна үҙенә ҡул һала, балалар атай тәрбиәһендә ҡала.
Воронов шәхси реаль училищела уҡый, әммә финанс проблемалары арҡаһында 1914 йылда уҡыуын ташлай, ә 1915 йылда техник секретарь булып эшләй башлай. 1916 йылдың көҙөндә атаһы Николай Терентьевич Воронов рус армияһына мобилизациялана, һәм Н. Н. Воронов иңенә ғаиләне хәстәрләү бурысы ята.
1917 йылда Николай Воронов өлгөргәнлек аттестатына имтихандарҙы экстерн тапшыра.
Remove ads
Хәрби хеҙмәте
Граждандар һәм Совет-поляк һуғышында ҡатнашыуы
1918 йылдың майында Воронов 2-се Петроград команда артиллерия курстарына ҡабул ителә, уны тамамлағас Петроградтың запастағы мортир артиллерия дивизионының 2-се батареяһына взвод командиры итеп тәғәйенләнә. Был взыод 15-се армия ғәскәрҙәре составында Псков районында Николай Юденич ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша[4]. Юденич менән алышта Воронов бер нисә тапҡыр шәхси батырлыҡ күрһәтә[5].
1919 йылда РКП(б)-ға инә[4]; уны партияға тәҡдим итеүселәр араһында Матвей Захаров та була[5].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads
