Вьетнам теле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Вьетна́м теле (вьетн. tiếng Việt, тьенг вьет), һирәгерәк (вьетн. Việt ngữ, тьы-ном 越語, вьет нгы) — вьеттарҙың теле. Вьетнамдың рәсми теле, милләт-ара аралашыу һәм мәғариф теле булып тора. Шулай уҡ Камбоджала, Лаоста, Таиландта, Малайзияла, Австралияла, Францияла, Германияла, АҠШ-та, Канадала һәм башҡа илдәрҙә таралған. Дөйөм һөйләшеүселәр һаны 75 млн ашыу кеше (2005, баһа), шул иҫәптән Вьетнамда — яҡынса 72 млн кеше (2005, баһа), Камбоджала — 680 мең кеше (2003, баһа), Австралияла — яҡынса 175 мең кеше (2001, йәниҫәп), Францияла — 300 меңдән ашыу (2003, баһа), АҠШ-та — 1,1 млн ашыу кеше (2000, йәниҫәп), Канадала — 122 мең кеше (2000, йәниҫәп), Германияла яҡынса 80 мең кеше аралаша.
Remove ads
Классификация
Вьетнам теле австралия-азия ғаиләһе вьет телдәре төркөмөнөң төньяҡ (вьет-мыонг) төркөмсәһенә ҡарай. Генетик яҡтан мыонг теленә яҡын, глоттохронология мәғлүмәттәре буйынса, был телдән яҡынса беҙҙең эраның башында айырылған[1].
Элгәре сино-тибет, йәғни тай телдәренә индерелгән, әммә мыонг, кыой һәм тьыт телдәрен тикшереү уларҙы вьетнам теленә яҡын булыуын һәм ҡытайлаштырыуға аҙыраҡ кимәлдә дусар ителгәнен күрһәтә[2].
Рук теле буйынса материалдар вьетнам телен теүәл классификацияларға мөмкинлек бирә[3]:
Remove ads
Тарих
Вьетнам теле мыонг теле менән уртаҡ булған боронғо тонһыҙ телдән үҫешкән. Бер аҙ ваҡыт үткәс, вьетнам телендә тондар барлыҡҡа килгән. Ҡытай теленән һүҙҙәр әүҙем үҙләштерелә башлағас, вьетнам телендә яңы фонемалар — /ʂ/ һәм /ʈ/ барлыҡҡа килә.
Диалекттар
Вьетнам теле өс төп диалектик өлкәләргә бүленә, улар, үҙ сиратында, күп һанлы диалекттарға һәм һөйләштәргә айырыла:
Үҙәк диалекттарҙа архаик һыҙаттар нығыраҡ һаҡланған. Диалектик айырмалыҡтар башлыса фонетика һәм лексика өлкәләрендә күҙәтелә.
Фонология
алғы | урта | артҡы | |
үрге | i | ɨ | u |
урта үрге | e | ə əː | o |
урта түбәнге | ɛ | ɔ | |
түбәнге | a aː |
Вьетнам телендә ижектәр һаны ҡәтғи рәүештә теркәлә һәм яҡынса 2500 (тонһыҙ; был һан диалекттар буйынса айырыла) тәшкил итә. Фонемаларҙың дөйөм һаны шулай уҡ диалектҡа һәм фонемаларҙы айырыу ысулына (мәҫәлән, ханой диалектында — 32 алып 35 тиклем) бәйләнгән[5][6].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads