Вәлиев Юнер Сәлим улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Вәлиев Юнер Сәлим улы (рус. Валеев Юнер Салимович; 8 июль 1953 йыл) — муниципаль хеҙмәткәр, йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2002).
Remove ads
Биографияһы
Юнер Сәлим улы Вәлиев 1953 йылдың 8 июлендә Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районындағы Һабыр ауылында тыуған.
Юғары белемле — Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. Һөнәре — ветеринария табибы.
Хеҙмәт юлын 1970 — Йылайыр районы «Башкирский» игенселек совхозының Һабыр бүлексәһендә ауыл хужалығы эшсеһе булып башлай.
1970—1971 йылдарҙа — Юлдыбайҙағы 4-се ауыл һөнәри-техник училищеһының водителдәр курсында уҡый.
1971—1973 йылдарҙа — Совет Армияһында хеҙмәт итә.
1973—1974 — Йылайыр районының «Башкирский» игенселек совхозы бүлексәһенең ауыл хужалығы эшсеһе.
1974 йылда — Йылайыр районының «Башкирский» игенселек совхозы водителе.
1975—1980 йылдарҙа — Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультеты студенты.
1980—1982 — «Башкирский» игенселек совхозының өлкән ветеринария табибы.
1982—1984 — Йылайыр районының «Юлдыбай» совхозында баш зоотехник.
1984—1993 — Йылайыр районының «Һабыр» совхозы директоры.
1993—2005 — Йылайыр район Советы башҡарма комитеты рәйесе — район хакимиәте башлығы
2006 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы муниципаль район хакимиәте башлығы[2].
Remove ads
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
1995 йылда 47-се Йылайыр һайлау округынан Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған, 1999 йылда 46-сы Йылайыр һайлау округынан икенсе тапҡыр республиканың закондар сығарыу юғары органына — икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутат итеп һайлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе
- Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы
- Салауат Юлаев ордены
- Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы
- Эске эштәр министрлығының Почет грамотаһы
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads