Гальперин Давид Самойлович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Гальперин Давид Самойлович
Remove ads

Гальперин Давид Самойлович (7 июль 1925 йыл, Умань — 1993 йыл, Өфө) — СССР журналисы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө:, Тыуған урыны: ...

Атаһы Самуил Ефимович (Шмил Хаимович) Гальперин бухгалтер була; әсәһе Песя (Поля) Давидовна Рабинович сығышы менән Украинаның Винница өлкәһендәге Теплик ҡасабаһынан. Әсәһенең ағаһы, 1 ранг хәрби инженер Яков Давидович Рабинович (1900—1937), Ленинград хәрби округының төҙөлөш-фатирҙар бүлеге начальнигы, 1937 йылда атыла.

Давид Гальперин Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.

Тыныс осорҙа Ырымбур хәрби округы гәзитендә эшләй, 1958 йылдан — Өфөлә. «Ленинец» гәзитендә яуаплы-секретарь-баш мөхәррир урынбаҫары, 1970-80-се йылдарҙа Башҡортостан Журналистар союзы идараһының яуаплы секретары була. Был вазифаны вафатына тиклем башҡара.

Улы — журналист Иосиф Давидович Гальперин (1950)[1].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads