Олимпия уйындары

ҙур халыҡ-ара комлекслы спорт ярыштары From Wikipedia, the free encyclopedia

Олимпия уйындары
Remove ads

Олимпия уйындары — ҙур халыҡ-ара комлекслы спорт ярыштары, дүрт йылға бер үткәрелә.

Thumb
Олимпия уйындары эмблемаһы

Олимпиада уйынданын үткәреү йолаһы Боронғо Грецияла барлыҡҡа килгән, дини култтың бер өлөшө булып торған. Уйындар 776 йылдан алып 394 йылға тиклем беҙҙең эраға тиклем 293 тапҡыр Олимпияла үткәрелгән, гректарҙа ул изге урын һаналған. Олимпия исеменән Уйындың исеме барлыҡҡа килгән.

Хәҙерге Олимпия уйындары XIX быуат аҙағында, француз йәмәғәт эшмәкәре Пьер де Кубертен менән тергеҙелгән. 1896 йылдан башлап дүрт йылға бер тапҡыр йәйге Олимпия уйындары үткәрелә башлай, донъя һуғыштары ваҡытында ғына үткәрелмәй. 1924 йылда ҡышҡы Олимпия уйындары үткәрелә башлай, тәүҙә улар йәйге Олимпия уйындары менән бер үк йылда үткәреләләр. Әммә 1994 йылдан башлап ҡышҡы Олимпия уйындарын үткәреү ваҡытын йәйҙекенән ике йылға күсерәләр.

Олимпия уйындары үтеп ике аҙна үткәс, шул уҡ урында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн Паралимпия уйындары үткәрелә.

Ентеклерәк мәғлүмәт Añu, Eventu ...
Remove ads

Боронғо Олимпия уйындары

Олимп

Олимп — Төньяҡ Грецияла портлы ҡала Солоникиҙан көньяҡ-көнбайышта мөһәбәт тау. Бейеклеге 2917 м. Грек риүәйәттәренә ҡарағанда Олимп — юғары Илаһ Зеве менән бик күп илаһтар йәшәгән урын. Борон ошо тау итәгендә йыл һайын уларга ҡорбан килтерелгән һәм байрам үткәрелгән.

Олимптан сама менән 400 километр төньяҡ-көнсығышта ятҡан Пелопоннес ярымутрауында, йөҙөм һәм зәйтүн туғайҙары, емеш-еләк баҡсалары менән дан тотҡан үҙәндә Олимп ҡалаһы ла булған. Яҡынса бынан утыҙ быуат элек беҙҙен эранан 788 йыл алда, ошо ҡалала тәүҙә йыл һайын унан дүрт йылға бер тапҡыр егеттәрзең спорт ярыштары үткәрелгән (уға ҡатын-ҡызҙарҙы хатта тамашасы сифатында ла индермәгәндәр). Шул бәйге халыҡта Олимпия уйындары тигән исем алған. Бәйге биш көн барган, ул осорза илдә һуғыштар туҡтатылған. Уйындар грек патриоттарын физик һәм рухи тәрбиәләү мәктәбе булып хеҙмәт иткән.

Олимпиада — йыл берәмлеге

Боронғо Грецияла был уйындарҙың ни тиклем юғары баһаланыуын шул факт та раҫлай: ул замандарза йыл хисабы тәүге Олимпиаданан, йәғни беҙҙең эраға тиклемге 776 йылдан башлап алып кителгән. Уйындарҙың йышлығына килгәндә инде алмаш-тилмәш сиратлап 49 һәм 50 айҙан һуң, ғәҙәттә август айында үткәрелгэн.

Олимпия уйындарын тыйып тороу

Беҙҙең эрага тиклем 431—404 йылдарҙа Афина менән Спарта араһында булган Пелопоннес һуғышынан һәм 338—164 йылдарҙағы Македония һуғышынан һуң Филипп II, ә унан уның улы Искәндәр Зөлҡәрнәй(Александр Македонский) еңеүгә өлгәшкәс һәм, аҙаҡ килеп. безҙең эраға тиклем 146-сы йылда римдар гректарҙы тамам буйһондорғас, Греция тулыһынса иктисади һэм сәйәси бөлгөнлөккә дусар ителә. Римдар Олимпия уйындарына мәғәнәһеҙ күңел асыу тип ҡарай. Һәм беҙҙең эраға тиклем 393 йылда ул замандың һуңгы Олимпия уйындары үткәрелә. Рим императоры Федосийзың әмере менән «гректарҙың йыйылышып бушҡа ваҡыт үткәреүҙәре» тыйыла. Уны мәжүсиҙәр уйыны тип иғлан итәләр. Олимпта илаһтарға ҡуйылган статуялар алып ташлана, гибәҙәтханалар емертелә. Ҡыҫҡаһы, ҡала бөтөнләйгә ҡыйратыла. Олимпия уйындары менән бергә бөтә яҡлап һәләтле, физик сыныҡҡан үҫмерҙәр тәрбиәләү бер нисә быуатҡа туҡтатыла. Тәүге Олимпия уйындарынан башлап иҫәпләнә килгән йыл хисабы ла ғәмалдән сыгарыла.

Remove ads

Олимпия уйындарын тергеҙеү

Thumb
Барон Пьер де Кубертен

Олимпия идеяһы боронғо ярыштарҙы тыйғас, юғалып ҡалмай. Мәҫәлән, XVII быуатта Англияла «олимпия» ярыштары үткәрелә. Һуңыраҡ шуға оҡшашыраҡ уйындар Францияла һәм Грецияла ойошторола. Улар ҙур булмаған сара булалар, иң күбендә төбәк характерында ғына. 18591888 йылдарҙа даими үткәрелгән уйындарҙы хәҙерге Олимпия уйындарының башлап ебәреүсеһе булалар, «Олимпия» тип аталғандар. Олимпия уйындарын тергеҙеү, яҙыусы Панайотис Суцостың уйы була, йәмәғәт эшмәкәре Евангелис Заппас уны тормошҡа ашыра.

Ентеклерәк мәғлүмәт Añu, Eventu ...
Remove ads

Хәҙерге заман Олимпия уйындары

Ошо тыйыуҙарҙан һуң 1500 йыл үткәс 1894 йылда француз педагогы һәм гуманисы Пьер Кубертон инициативаһы менэн Сорбоннала (Париж) Халыҡ-ара Олимпиада комитеты (МОК) ойошторола һәм 1896 йылда Афинала тәү тапҡыр хәҙерге заман Олимпия уйындары үткәрелә.

Йәйге олимпия уйындарының дөйөм команда зачеты

ОУ номерыҮткәрелеү йылы1-се урын2-се урын3-сө урын
I1896АҠШГрецияГермания
II1900ФранцияАҠШБөйөк Британия
III1904АҠШГерманияКуба
IV1908Бөйөк БританияАҠШШвеция
V1912АҠШШвецияБөйөк Британия
VI1916Беренсе донъя һуғышы арҡаһында булмай
VII1920АҠШШвецияБөйөк Британия
VIII1924АҠШФинляндияФранция
IX1928АҠШГерманияФинляндия
X1932АҠШИталияФранция
XI1936ГерманияАҠШВенгрия
XII1940Икенсе бөтә донъя һуғышы арҡаһында булмай
XIII1944Икенсе бөтә донъя һуғышы арҡаһында булмай
XIV1948АҠШШвецияФранция
XV1952АҠШСоветтар СоюзыВенгрия
XVI1956Советтар СоюзыАҠШАвстралия
XVII1960Советтар СоюзыАҠШИталия
XVIII1964АҠШСоветтар СоюзыЯпония
XIX1968АҠШСоветтар СоюзыЯпония
XX1972Советтар СоюзыАҠШГДР
XXI1976Советтар СоюзыГДРАҠШ
XXII1980Советтар СоюзыГДРБолгария
XXIII1984АҠШРумынияФРГ
XXIV1988Советтар СоюзыГДРАҠШ
XXV1992Берләшкән команда Олимпия уйындарындаАҠШГермания
XXVI1996АҠШРәсәйГермания
XXVII2000АҠШРәсәйҠытай
XXVIII2004АҠШҠытайРәсәй
XXIX2008ҠытайАҠШРәсәй
XXX2012АҠШҠытайБөйөк Британия

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads