Горбачёв Михаил Сергеевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Горбачёв Михаил Сергеевич
Remove ads

Михаил Сергеевич Горбачёв (2 март 1931 йыл - 30 август 2022 йыл) — совет дәүләт эшмәкәре һәм сәйәсәтсе, СССР-ҙың берҙән-бер Президенты, Советтар Союзы Коммунистар партияһының һуңғы Генераль секретары, СССР-ҙа «үҙгәртеп ҡороу» (русса «перестройка») сәйәсәтен башлаусы, Тыныслыҡ буйынса Нобель премияһы лауреаты.

Ҡыҫҡа факттар Флаг СССР Президенты, Алдан килеүсе: ...
Remove ads

Биографияһы

  • Мәскәү дәүләт университетын (1955), Ставрополь ауыл хужалығы институтын (1967) тамамлаған. 1955 йылдан комсомол, 1963 йылдан — партия эшендә.
  • 1966 йылда КПСС-тың Ставрополь ҡала комитетының беренсе секретары итеп һайлана. 1968 йылдан Ставрополь край комитетының икенсе, аҙаҡтан беренсе секретары.
  • 1975 йылда КПСС Үҙәк Комитеты секретары (ауыл хужалығы буйынса). 1985 йылдың апрелендә — КПСС-тың Генераль секретары итеп һайлана. 1988 йылдан бер үк ваҡытта СССР Юғары Советы Президиумы рәйесе, 1989—1990 йылдарҙа — СССР Юғары Советы рәйесе.
  • 1990 йылдың 15 мартында СССР халыҡ депутаттарының сираттан тыш 3-сө съезында Михаил Горбачёв СССР Президенты итеп һайлана.
  • 1992 йылдың ғинуарынан Халыҡ-ара ижтимағи-иҡтисади һәм политологик тикшеренеүҙәр фонды («Горбачёв-Фонд») менән етәкселек итә.
Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads