Горыня, Дубыня һәм Усыня (рус фольклоры)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Горыня, Дубыня һәм Усыня (рус фольклоры)
Remove ads

Горыня, Дубыня һәм Усыня — рус халыҡ әкиәттәренең өс баһадиры, батыры[1].

Thumb
Баһадир Усыня Горыныч.

Сығышы

Славян мифологияһында баһадирҙарҙың прототибы булып хтоник йән эйәләре тора. Улар һыуҙың, ерҙең, уттың емергес көстәрен кәүҙәләндерә[1]. Был стихиялы көстәр әкиәттәрҙә, ҡағиҙә булараҡ, төп геройға ҡамасаулай, ҡайһы берҙә ярҙам да итә.

Һуңғараҡ өс эпик батыр образы барлыҡҡа килә — Ильи Муромец, Добрыни Никитич, Алеша Попович.[1] Мифтарҙа ла, әкиәттәрҙә лә улар һәр ваҡыт өсәүләп эш итәләр.

Исемдәре һәм шөғөлдәре

Горыня (башҡа варианттарҙа — Горыныч, Вертогор, Вернигора, Горник, Ровнигор — баһадир, Горокáт; поляктарҙа — Waligóra, словактарҙа — Kolovlad)[2][3][4]. Үҙенең көсө арҡаһында «сәтәкәй бармағы менән тауҙы һелкетә, тауҙарҙы аҡтара».

Дубыня (башҡа варианттарҙа — Дубынеч, Вертодуб, Вернидуб, Великодуб, Валидуб, Дубник, Дубник, Дубиня, Дугиня; словактарҙа Valibuk һәм чехтарҙа Lomidrevo; поляктарҙа — Wyrwidąb[5]) — ерҙе һәм ер аҫты («пекель») батшалығын кәүҙәләндергән урман гиганты.

Усыня (башҡа варианттарҙа — Усынеч, Усынка, Крутоус, Улыныч, Крутиус[6]; украиндарҙа — Крутивус, Вернивода) һыу көсөн кәүҙәләндерә. Ҡеүәтле яурындары менән йылғаны быуа ала, ә мыйыҡтары кисеү булып хеҙмәт итә: «бер мыйыҡ менән йылғаны быуа, һәм мыйыҡ буйлап, күперҙәге һымаҡ, йәйәүлеләр йөрөй, атлылар сабыша, ылауҙар йөрөй».

Әкиәттәрҙә улар үҫемлек (баһадир Ҡарағай , Покатигорошек (Покатигорошек)) йәки хайуандар (Баһадир Айыу (Медведко-богатырь)) донъяһы һыҙаттарына эйә булған төп герой менән бергә сығыш яһай.[1]

Remove ads

Йәнһүрәттәрҙә

  • «Валидуб» — 1952 йылда «Союзмультфильм» төшөрөлгән совет анимацион фильмы.
  • «Катигорошек» — «Киевнаучфильм» киностудияһы 1970 йылда төшөргән совет анимацион фильмы.
  • «Волшебный горох» — украин анимацион фильмы, 2008 йылда «Укранимафильм» студияһы сығарған.
  • «Приключения Котигорошка и его друзей[ук]» — 2014 йылда Укранимафильм сығарған украин минисериалы.
  • «Три богатыря. Ход конём» (2015), режиссёры Константин Феоктистов, Усыняны Михаил Сергеев уҡый. Йәнһүрәттәге пираттың исеме — Усыня.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads