Данте Алигьери

From Wikipedia, the free encyclopedia

Данте Алигьери
Remove ads

Данте Алигьери (итал. Dante Alighieri), тулы исеме Дуранте дельи Алигьери (1265 йыл, майҙың икенсе яртыһы — 14 сентябрг 1321 йыл) — бөйөк итальян әҙәбиәте шиғриәте шағиры, аҡыл эйәһе, дин белгесе, итальян әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, итальян композиторы, сәйәси эшмәкәр. Ул "Комедия"ла (һуңыраҡ «Божественная комедия» тип Боккаччо атаған әҫәрендә) Урта быуаттарҙың һуңғы дәүере мәҙәниәтенең синтезын күрһәткән[1][2].

Ҡыҫҡа факттар Тыуған урыны:, Вафат булған көнө: ...
Remove ads

Биографияһы

Флоренцияла

Ғаилә риүәйәттәре һүрәтләүенсә, Дантеларҙың ата-бабалары римлеләрҙең Флоренция ҡалаһына нигеҙ һалыусы Элизейҙар ырыуынан сыҡҡан булған. Данте ҡартатаһының ҡартатаһы Каччагвида Конрад III (1147—1149) Тәре походында ҡатнашҡан һәм рыцарлыҡҡа ҡабул ителгән булған. Ул мосолмандарға ҡаршы һуғышта һәләк булған. Каччагвида ломбардсы Альдигьери да Фонтан ғаиләһенән сыҡҡан ҡыҙға өйләнгән. «Алигьери» исеме «Альдигьери» тигән һүҙҙән ябайлаштырыу арҡаһында килеп сыҡҡан. Уның бер улы шул исемде йөрөткән. Алигьериҙың улы, Беллинчоне, Дантеның ҡартатаһы, гвельфтар һәм гибеллиндар алышы ваҡытында Флоренциянан ҡыуылған. Сицилиялы Манфредтың Беневинто янында тармар ителеүе арҡаһында ул тыуған ҡалаһы Флоренцияға 1266 йылда әйләнеп ҡайта. Дантеның атаһы, сәйәси алыштарҙа ҡатнашмайынса, Флоренцияла ҡалған.

Thumb
Данте Кардуччо Андреа дель Катстаньо виллаһы фрескаһында (1450, Уффици Галереяһы)

Дантеның дөрөҫ кенә яҙылған тыуған көнө билдәһеҙ. Бокаччо әйтеүе буйынса, Данте 1265 йылдың май айында тыуған. Данте үҙен Игеҙәктәр йондоҙлоғонда тыуған тип иҫәпләй (Комедия, Рай, 22). Хәҙерге заман сығанаҡтарында уның тыуған ваҡыты итеп 1265 йылдың май урталары күрһәтелгән. Шулай уҡ билдәле булыуынса, Данте 1265 йылдың 26 майында (үҙе тыуғандан һуң беренсе, страстная шәмбеһендә) Дуранте тигән исем аҫтында суҡындырылған.

Дантеның беренсе остазы ул ваҡытта билдәле шағир һәм ғалим Брунетто Латини була. Дантеның ҡайҙа уҡыуы билдәле түгел, шулай ҙа ул үҙ заманында боронғо һәм урта быуаттар әҙәбиәтен, тәбиғи фәндәрҙе бик шәп белгән, хатта ул замандың еретик тәғлимәттәре менән дә таныш булған.

1286—1287 йылдарҙа Данте бер нисә ай Болоньела, хәҙерге ваҡытҡа тиклем һаҡланып ҡалған Гаризенд һәм Азинелли башнялары янында, йәшәгән. Бының сәбәптәре булып, ҡайһы бер ғалимдар әйтеүенсә, Дантеның ул ваҡытта билдәле булған университетта уҡыуы торған[3].

Дантеның иң яҡын дуҫы шағир Гвидо Кавалькада булған. Данте уға бик күп шиғырҙар һәм «Яңы тормош» поэмаһын бағышлаған.

Беренсе тапҡыр Данте Алигьериҙы йәмәғәт эшмәкәре 1296 −1297 йылдарҙа ҡарай башлағандар, ә 1300 йәки 1301 йылда ул приор булған. 1302 йылда ул үҙенең аҡ гвельфтар партияһы менән[4] Флоренциянан ҡыуылған һәм бер ҡасан да кире әйләнеп ҡайтмайынса, һөргөнлөктә үлгән.

Һөргөнлөк йылдары

Thumb
Дантеға 1865 йылда Флоренцияла ҡуйылған һәйкәл. Һынсы Э. Пиацци эше.

Данте һөргөнлөктә булған сағында күскенсе булып күп йөрөгән. Ул Тоскананың «яны стиль» менән яҙыусы Пистойанан Чино, Гвидо Кавальканти һәм башҡа шағирҙар араһында лирик шағир булып танылған. Уның «La Vita Nuova» (Яңы тормош) шул саҡта яҙыла. Һөргөнлөктә йәшәү уны бик етди, талапсан булырға өйрәтә. «Пир»(«Convivio») тигән әҫәрендә ун дүрт канцонға аллегорик-схоластик комментарий яҙа башлай. Әммә «Convivio» тамамланмай ҡалған, тик өс канцонға ғына баш һүҙ һәм аңлатма яҙылған. Икенсе китабының 14-се бүлегендә латин теле тураһындағы трактаты ла («De vulgari eloquentia») яҙылып бөтөлмәгән.

Шул һөргөн йылдарында «Илаһи комедияның» өс кантиғы ла бик оҙаҡ ваҡыт яҙылған. «Рай» Равеннала яҙылған. Данте Алигьери үлгәс, уның улдары аталарының һуңғы ун өс йырын таба алмаған. Легендаларға ярашлы, Данте Алигьери, Якопо исемле улының төшөнә инеп, йырҙарының ҡайҙа ятҡанын үҙе әйтеп биргән.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads