Днепр (ҡала)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Днепр (ҡала)map
Remove ads

Днепр (укр. Дніпро; 2016 йылға тиклем — Днепропетровск) — Украиналағы ҡала. Днепропетровск өлкәһенең административ үҙәге.[1]. Халыҡ һаны буйынса Киев, Харьков һәм Одессанан ҡала илдә дүртенсе. Советтар Союзында Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан һуң өсөнсө баш ҡала итеп төҙөлә[2]. Совет Украинаһының эре сәнәғәт үҙәге, СССР-ҙың ядро, оборона, космос программаларының үҙәге[3] . Хәрби промышленность өҫтөнлөгө булғанға 1990 йылдарға тиклем Днепропетровск ябыҡ ҡала була. Ҡара металлургия, металл эшкәртеү, машиналар төҙөү үҫешкән.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Координаталар ...
Remove ads

Атамаһы

Ҡала үҙенең Екатеринослав тигән тәүге исемен ике осорҙа: 1776 йылдан 1796 йылға тиклем һәм 1802 йылдан 1926 йылға тиклем йөрөтә. Беренсе фараз буйынса ҡалаға исем императрица Екатерина II хөрмәтенә, икенсе фараз буйынса изге Екатерина Александрийская исеме хөрмәтенә бирелгән[4].

1796—1802 йылдарҙа ҡалаға Новороссийск исеме бирелә. Ҡаланың исемен алыштырыу Павел I-нең әсәһе императрица Екатерины II тураһында хәтерҙе юйырға теләүе менән аңлатыла. Павл I үлгәндән, ҡала халҡы һорауы буйынса, император Александр I 1802 йылда ҡалаға тәүге исемен ҡайтара.

1926 йылда ҡала исеме Днепропетровск тип үҙгәртелә. Днепр һүҙенән, һәм ҡалала хеҙмәт эшмәкәрлеген башлаған совет партия һәм дәүләт эшлеклеһе Г. И. Петровский исемен ҡушыуҙан барлыҡҡа килгән.

2016 йылдың 19 майында Украина Юғары Радаһы декоммунизации сиктәрендә Днепропетровск ҡалаһының атмаһын рәсми рәүештә Днепр тип үҙгәртте[5][6].

Remove ads

Билдәле шәхестәре

Remove ads

Эске бүленеше

Ҡала һигеҙ районға бүленгән:

  • Яңы Кодак районы
  • Үҙәк районы
  • Чечеливка районы
  • Соборы районы
  • Шевченко районы
  • Амур-Түбенге Днепр районы
  • Индустриаль районы
  • Һамар районы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads