Докучаева Алла Анатольевна
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Докучаева Алла Анатольевна (7 ғинуар 1935 йыл) — яҙыусы, журналист. 1959 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984). (1959), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1997). Башҡортостан Министрҙар Кабинеты премияһы лауреаты (1997). С. Злобин исемендәге премия лауреаты (2010).
Remove ads
Биографияһы
Докучаева Алла Анатольевна 1935 йылдың 7 ғинуарында Түбәнге Новгород ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Тыуған ҡалаһында урта мәктәпте, 1957 йылда Горький университетының филология факультетын тамамлай. Университетты тамамлағас, Горький ҡалаһындағы гәзит һәм журналдарҙа эшләй, 1970 йылдан — Өфөлә «Вечерняя Уфа» гәзитенең бүлек мөдире, 1982 йылдан — секретары, 1993—2001 йылдарҙа — баш мөхәррир урынбаҫары.
Алла Анатольевна детектив жанрында проза әҫәре, балалар өсөн шиғырҙар, әҙәбиәт һәм сәнғәт темаһына мәҡәләләр яҙа.
Remove ads
Әҫәрҙәре
Докучаев Алла Анатольевна — 20-нән ашыу документаль һәм нәфис китап авторы, танылған детектив оҫтаһы.
Китаптары: «Уроки на всю жизнь» (1986 йыл), «И лишь однажды осветило…» (1990), «Реликт сауҡалыҡтағы үлтереш» («Убийство в реликтовой роще», 1991), «Иҫке йорт серҙәре» («Тайны старого дома», 1993), « „Маскарад“ ағыуы» («Яд „Маскарада“», 2005), фәнни-фантастик роман «Алла хөкөмө» («Суд Божий», 2005).
Очерктар китаптары: «Балалар беҙгә оҡшаған» («Дети похожи на нас», 1991), «Лица. Знакомые и не очень» (2000).
Remove ads
Һылтанмалар
- Докучаева Алла Анатольевна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://i-gazeta.com/news/column/31337.html 2016 йыл 7 март архивланған.
- http://pusk.by/bbe/21885 2016 йыл 4 март архивланған.
- http://www.bp01.ru/public.php?public=542 2014 йыл 16 апрель архивланған.
- http://www.bashinform.ru/news/508404/
- http://www.bashinform.ru/news/689318/
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads