Донъя океаны

Ерҙең үҙ-ара тоташҡан бөтә һыу системаһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Донъя океаны
Remove ads

Донъя океаны — гидросфераның төп өлөшө, ләкин Ерҙе тоташ ҡапламай, материктарҙы һәм утрауҙарҙы аймап алған һәм тоҙ составы бер иш һыу ҡатламы. Донъя океаны ер өҫтөнөң 70,8 % ҡаплаған тиерлек.

Ҡыҫҡа факттар Солёность, Кем ҡушҡан ...

Thumb
Донъя картаһы, океандар күк төҫ менән күрһәтелгән

Континенттар һәм ҙур дәүмәлле архипелагтар донъя океанын дүрт ҙур өлөшкә (океанға) бүлгән: Атлантик океан, Һинд океаны, Тымыҡ океан, Төньяҡ Боҙло океан. 2000 йылда Халыҡ-ара гидрографик ойошма уларҙан Көньяҡ океанды айырыуҙы тәҡдим итә[3].

Океандарҙың ҙур өлкәләре диңгеҙҙәр, ҡултыҡтар, боғаҙҙар һәм башҡалар булараҡ билдәле. Ерҙәге океандар тураһындағы фән Океанология тип атала.

Remove ads

Донъя океанының килеп сығышы

Thumb
Панталасса суперокеаны менән уратып алынған Пангея

Донъя океанының килеп сығышы йөҙәр йыл дауамында барған бәхәстәрҙең предметы булып тора.

Архейҙа океан эҫе булған тип иҫәпләнә. Был һыуҙа күп һанлы төрлө металдар, бигерәк тә FeCl2 хлориды рәүешендәге тимер эрегән. Фотосинтезлаусы бактерияларҙың эшмәкәрлеге атмосферала кислород барлыҡҡа килтерә. Ул океан тарафынан йотола һәм һыуҙа тарҡалған тимерҙе окислауға тотонола.

Палеозойҙың силур осоронан башлап мезозойға тиклем Пангея суперконтиненты Ер шарының яртыһын тиерлек ҡаплаған боронғо Панталасс океанын уратып алған тигән гипотеза бар.

Remove ads

Океанды тикшереү тарихы

Океанды тәүге тикшереүселәр — диңгеҙ сәйәхәтселәре. Географик асыштар ваҡытында континенттарҙың, океандарҙың һәм утрауҙарҙың һыҙаттары өйрәнелә. Фернан Магеллан (1519—1522) һәм артабанғы Джеймс Куктың (1768—1780) экспедициялары европалыларға планетабыҙ континенттарын уратып алған киң һыу киңлектәре һәм ҡитғаларҙың дөйөм һыҙаттарын күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирә. Донъяның тәүге карталары төҙөлә. XVII һәм XVIII быуаттарҙа яр буйы һыҙаттары ентекле тасуирлана, донъя картаһы заманса төҫ ала. Әммә океандың тәрәнлеге бик насар өйрәнелгән. XVII быуат уртаһында Голландия географы Бернхард Варен «Донъя океаны» терминын Ерҙең һыу киңлектәренә ҡарата ҡулланырға тәҡдим итә.

XIX быуатҡа тиклем хатта бөйөк океан сәйәхәтселәре лә үҙҙәре йөҙөп урындарҙа океандың тәрәнлеген белмәй[4]. Джеймс Росс 1830—1840 йылдарҙағы Антарктикаға британия экспедицияһы ваҡытында океан тәрәнлеген үлсәү ысулын беренсе булып уйлап таба. 1854 йылда Бруктың йөгө айырыла торған лоты барлыҡҡа килә. Шул уҡ ун йыллыҡта Берриман һәм Дейман океан тәрәнлегенең тәүге системалы үлсәүҙәрен яһайҙар. Был М. Ф. Мориға төньяҡ Атлантиканың тәүге батиметрик картаһын төҙөргә мөмкинлек бирә[5].

1872 йылдың 22 декабрендә махсус йыһазландырылған елкәнле-пар корветы «Челленджер» беренсе океанографик экспедицияла ҡатнашыу өсөн инглиз порты Портсмуттан сыға[6].

Донъя океанының хәҙерге концепцияһы XX быуат башында рәсәй һәм совет географы, океанографы һәм картографы Шокальский Юлий Михайлович (1856—1940) тарафынан эшләнә.

Ул 1917 йылда тәүге тапҡыр «Донъя океаны» төшөнсәһен фәнгә индерә[7], бөтә океандарҙы — Һинд, Атлантик, Арктика, Тымыҡ океанды — Донъя океанының бер өлөшө тип һанай.

XX быуаттың икенсе яртыһында океан тәрәнлеген интенсив тикшереү башлана. Эхолокация ысулы менән океан тәрәнлегенең ентекле карталары төҙөлә, океан төбө рельефының төп формалары асыла. 1960 йылдар аҙағында был мәғлүмәттәр, геофизик һәм геологик тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре менән берләштерелеп, плиталар тектоникаһы теорияһын — литосфера хәрәкәте тураһында хәҙерге геологик теория ойоштороуға килтерә. Океан ҡабығының төҙөлөшөн өйрәнеү өсөн океан төбөн быраулау буйынса халыҡ-ара программа ойошторолған. Теорияны раҫлау — программаның төп һөҙөмтәләренең береһе.

Тикшереү методтары

Thumb
Триест батискафы
  • XX быуатта Донъя океанын тикшеренеүҙәр ғилми-тикшеренеү судноларында алып барыла. Улар океандарҙың билдәле бер райондарына даими рейстар яһай. «Витязь», «Академик Курчатов», «Академик Мстислав Келдыш» кеүек ватан караптары тикшеренеүгә ҙур өлөш индерә. Океанда халыҡ-ара фәнни тәжрибәләр— Полигон-70, МОДЕ-I, ПОЛИМОДЕ — үткәрелә.
  • Тикшеренеүҙәр барышында «Пайсис», «Мир», «Триест» кеүек тәрән һыулы аппараттары файҙаланылған. 1960 йылда «Триест» тикшеренеү батискафы, Мариан улағына төшөп, рекорд ҡуя. Тәрәнлеккә төшөүҙең иң мөһим фәнни һөҙөмтәләренең береһе — бындай тәрәнлектә юғары ойошҡан тормош асыҡлана.
  • 1970-се йылдарҙа тәүге махсуслаштырылған океанографик юлдаштар ебәрелә (АҠШ-та SEASAT, СССР-ҙа Космос-1076).
  • 2007 йылдың 12 апрелендә океандың төҫөн һәм температураһын өйрәнеү өсөн Ҡытай юлдашы Хайян-1В ебәрелә[8].
  • 2006 йылда НАСА-ның Jason-2 юлдашы океан әйләнешен һәм диңгеҙ кимәле тирбәлеүен өйрәнеү өсөн Ocean Surface Topograpy Mission (OSTM) халыҡ-ара океанографик проектында ҡатнаша башлай[9].
  • 2009 йылдың июленә Канадала Донъя океанын өйрәнеү буйынса иң ҙур фәнни комплекстарҙың береһе төҙөлә[10].

Ғилми ойошмалар

Музейҙар һәм океанариумдар

  • Донъя океаны музейы
  • Монаконың Океанография музейы
  • Мәскәүҙәге Океанариум
  • Дубайҙағы Океанариум
Remove ads

Донъя океанын бүлеү

Ентеклерәк мәғлүмәт Океандар, Һыуөҫтөмайҙаны, млн км² ...

Бөгөнгө көндә Донъя океанын бүлеүгә гидрофизик һәм климат үҙенсәлектәрен, һыу характеристикаларын, биологик һәм башҡа факторҙарҙы иҫәпкә алған бер нисә ҡараш бар. XVIII—XIX быуаттарҙа уҡ шундай бер нисә версия була. Мальте-Брён, Конрад Мальте-Брён һәм Флерье, Шарль де Флерье ике океанды билдәләй. Өс өлөшкә бүлеүҙе, атап әйткәндә, Филипп Буаче һәм Генрих Стенффенс тәҡдим итә. Итальян географы Адриано Бальби (1782—1848) Донъя океанында дүрт төбәкте айырып күрһәтә: Атлантик океан, Төньяҡ һәм Көньяҡ Боҙло диңгеҙҙәр һәм Бөйөк океан (бындай бүленеш ошо төбәктәрҙең зоогеографик шарттары оҡшашлығы арҡаһында Һинд һәм Тымыҡ океан араһында аныҡ сикте билдәләүҙең мөмкин булмау һәм был төбәктәрҙең зоогеографик шарттарының оҡшашлығы эҙемтәһе була). Бөгөн йыш ҡына Һиндостан-Тымыҡ океан төбәге тураһында әйтәләр. Ул зоогеография зонаһының тропик өлкәһендә урынлашҡан, уның составына Һинд һәм Тымыҡ океандарҙың тропик өлөштәре, шулай уҡ Ҡыҙыл диңгеҙ инә. Төбәктең сиге Африка ярҙары буйлап Игольный моронона тиклем, һуңыраҡ — Һары диңгеҙҙән Яңы Зеландияның төньяҡ ярҙарына һәм Көньяҡ Калифорниянан Көньяҡ тропикҡа тиклем үтә.

Океандар географияһы

Thumb
Донъя океаны өҫтөнөң уртаса йыллыҡ температураһы

Дөйөм физик-географик мәғлүмәттәр[12]:

  • Уртаса температура: 5 °C;
  • Уртаса баҫым: 20 МПа;
  • Уртаса тығыҙлығы: 1.024 г/см³;
  • Уртаса тәрәнлеге: 3711 м
  • Дөйөм ауырлығы: 1,4⋅1021 кг;
  • Дөйөм күләме: 1370 млн км³[13];
  • рН: 8,1±0,2.

Океандың иң тәрән нөктәһе — Тымыҡ океандың Төньяҡ Мариан утрауҙары эргәһендә урынлашҡан Мариан улағы. Уның максималь тәрәнлеге — 11 022 м. Уны 1951 йылда Британияның «Челленджер II» һыу аҫты кәмәһе өйрәнә, һәм уның хөрмәтенә уйпатлыҡтың иң тәрән өлөшө «Челленджер упҡыны» тип атала.

Донъя океаны һыуҙары

Бөтә донъя океаны һыуҙары Ер гидросфераһының төп өлөшөн — океаносфераны тәшкил итә. Йылға ағымы һәм яуым-төшөм менән океанға ингән сөсө һыу күләме 0,5 млн кубометрҙан артмай, был яҡынса 1,25 м ҡалынлыҡтағы океан өҫтөндәге һыу ҡатламына тап килә. Шуға ла океан һыуҙарының тоҙ составы даими һәм тығыҙлығы үҙгәрмәй тиерлек. Океандың горизонталь һәм вертикаль йүнәлештә өҙлөкһөҙ хәрәкәт итеүе һыу массаһы булараҡ берҙәмлеген тәьмин итә. Океанда, атмосфералағы кеүек үк, киҫкен тәбиғәт сиктәре юҡ. Бында энергия туплана һәм матдәләр алмашыныуының глобаль механизмы бара, уға ер өҫтө һыуҙарын һәм атмосфераны ҡояш нурланышының тигеҙ йылытыуы ярҙам итә.

Thumb
Ентеклерәк мәғлүмәт Донъя океанының һыу йыйыу бассейндары картаһы ...

Төбөнөң рельефы

Диңгеҙ ағымдары

Диңгеҙ ағымдары — океан һыуының ҙур массаларының хәрәкәте — донъяның күп төбәктәренең климатына етди йоғонто яһай.

Remove ads

Геологияһы

Климаты

Океан Ер климатын формалаштырыуҙа ҙур роль уйнай. Уның өҫтөнә сыҡҡан ҡояш нурланышының байтаҡ өлөшөн йотоп һәм үҙгәртеп, йылылыҡ көйләүсе ролен үтәй. Океан өҫтө менән атмосфера араһында даими һыу һәм энергия алмашыу бара.

Ҡояш радиацияһы тәьҫирендә һыу парға әйләнә һәм унда төрлө яуым-төшөм рәүешендә яуа. Диңгеҙ ағымдары йылынған йәки һыуытылған һыуҙы башҡа киңлектәргә күсерә һәм планета тирәләй йылылыҡ таралыуы өсөн яуаплы. Улар тропиктарҙа алынған артыҡ йылылыҡты яңынан бүлә. Был күсереү поляр төбәктәрҙә көслөрәк[14].

Һыуҙың йылы һыйышлығы ҙур, шуға күрә океан температураһы һауа йәки ҡоро ер температураһына ҡарағанда күпкә әкренерәк үҙгәрә.

Әгәр ағымдарҙы тыуҙырыусы факторҙар даими булһа, даими ағым барлыҡҡа килә, әгәр ҙә улар эпизодик характерҙа булһа, ҡыҫҡа ваҡытлы, осраҡлы ағым формалаша. Өҫтөнлөклө йүнәлеш буйынса ағымдар һыуҙарын төньяҡҡа күсереүсе меридиональ, йәки киңлек буйынса таралған зональ ағымдарға бүленә. Һыу температураһы буйынса йылы, һыуыҡ, нейтраль ағымдар була.

Океандарҙағы ағымдарҙың йүнәлешенә тайпылыу көсө йоғонто яһай. Ул Ерҙең әйләнеүе арҡаһында барлыҡҡа килә һәм Кориолис көсө тип атала. Төньяҡ ярымшарҙа ағымдарҙы уңға, ә Көньяҡ ярымшарҙа һулға бора. Ағымдарҙың тиҙлеге секундына уртаса 10 метрҙан артмай, 300 метр тәрәнлеккә тарала.

Remove ads

Экология

Океанда төрлө йән эйәләре йәшәй, шуларҙан:

Антарктик һыуҙар өҫтөндәге стратосферала озон концентрацияһы кәмеү океандың углекислый газды әҙерәк йотоуына килтерә[15], был кальцийлы ҡабырсаҡтарға,һөлдәле моллюскыларға, ҡыҫала кеүектәргә янай.

Иҡтисади әһәмиәте

Донъя океаны атласы

Thumb
уртаса йыллыҡ диңгеҙ өҫтө температураһы (2009)
Thumb
уртаса йыллыҡ диңгеҙ тоҙлолоғо (2009)
Thumb
диңгеҙ өҫтөндә уртаса йыллыҡ ирегән кислород миҡдары (2009)
Thumb
диңгеҙ өҫтөндә уртаса йыллыҡ фосфат миҡдары (2009)
Thumb
диңгеҙ өҫтөндә уртаса йыллыҡ кремний кислотаһы миҡдары (2009)
Thumb
диңгеҙ өҫтөндә уртаса йыллыҡ селитра миҡдары (2009)
Thumb
уртаса йыллыҡ кислород бүленеп сығыу миҡдары, 1000 м тәрәнлектә (2009)

Шулай уҡ ҡара

  • Океан
  • Биология океана
  • Всемирный день океанов
  • Морская вода
  • Древние океаны
  • Континент
  • Атлантида
  • Гондвана
  • Уровень моря
  • Повышение уровня моря

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads