Йылгилде

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Йылгилде, Әнйәк (рус. Ельгильдино) — Башҡортостандың Салауат районындағы ауыл, Торналы ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 24 кеше[2]. Почта индексы — 452486, ОКАТО коды — 80247865003.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 20 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Торналы): 6 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мөрсәлим): 48 км

Йылгилде ауылы Әй йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көнсығышҡа 20 километр һәм тимер юл станцияһы Мөрсәлимдән көньяҡҡа 48 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Йылгилде ауылына («Зигильдеево — Теплого тож», «Зегыдеево») Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған.

1795 йылда Йылгилде ауылындағы 13 йортта 106 кеше һәм 21 йортта 149 кеше урыҫ дәүләт (ҡаҙна) крәҫтиәндәре йәшәгән.

1816 йылда 22 йортта 102 кеше, 18 йылдан һуң, 1834 йылда — 31 йортта 150 башҡорт иҫәпкә алынған.

1842 йылда 150 кешегә 6 сирек ужым һәм 72 сирк яҙғы ашлыҡ сәселгән. Йылгилде халҡының хужалығында 109 ат, 88 һыйыр, 30 һарыҡ, 6 кәзә аҫыралған[4][5].

Remove ads

Биләмә берәмектәренә инеүе

Ентеклерәк мәғлүмәт Теркәү йылы, Улус, ауыл советы ...

Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше

1859 йылда Йылгилделә — 30 йортта 150 кеше донъя көткән.

Өйәҙ земство материалы ауылды түбәндәгесә ҡылыҡһырлай. «Йылгилде ауылы - Әй йылғаһының тигеҙ, һул ярында, өйәҙ ҡалаһынан көнсығыш өлөшөндә, өйәҙ ҡалаһынан 110 саҡрым, ауыл хужалығы продукттарын төп һатыу урыны — Үрге Ҡыйғы ауылынан 17 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы - аҫаба башҡорттар. Тау итәктәре буйлап төньяҡта һөрөнтө ерҙәр: өҫтөндә ике ҙур булмаған йырыны бар; был ерҙәр 50 йылға яҡын һөрөлә. Сәсеү әйләнеше өс баҫыулы; арыш, һоло, арпа, бойҙай сәселә; һабандар менән һөрөлә. Йәшелсә баҡсалары бар. Малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Мал бер өйөрҙә көтә. Көтөүлектәр ауыл янында, Әй йылғаһының һул яры буйлап урынлашҡан»[6][7].

Remove ads

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше

XIX быуат башында уҡ, Ҡолсобай, Һатлы («Азнабаево, Азналы тож»), икенсе Ахун ауылдары, халҡы күсеп китеү сәбәпле, Тырнаҡлы улусы картаһынан юйыла.

1920 йылда Йылгилде ауылындағы 57 йортта 248 кеше йәшәгән булһа, 5 йылдан 25 хужалыҡ ҡына ҡалған. Урыҫ крәҫтиәндәре был ауылдан башҡа урынға күсеп киткән[8].

Халыҡ һаны

Йылгилде ауылында күпселеге башҡорттар йәшәй (86 %).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь2416866,733,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Билдәле кешеләре

Урамдары

  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)[9]

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

Ҡушаматтар

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 153—154 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads