Зауряд-прапорщик
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Зауряд-прапорщик — Батша армияһындағы 1891 йылдан алып 1912 йылға тиклем унтер-офицерҙар өсөн юғары хәрби званиеһы.
Remove ads
Тарихы
Зауряд-прапорщик званиеһы 1891 йылдың майында «Зауряд-прапорщиктар һәм зауряд-хәрби чиновниктар тураһында Положение»ға ярашлы булдырыла[1][2] . Зауряд-прапорщиктар мобилизацияланған хәрби частарҙа кесе офицерҙар етешмәгән осраҡтарҙа субалтерн-офицер вазифаһына ваҡытлыса алмаштырыу өсөн тәғәйенләнә. Зауряд-прапорщик званиеһына юғары йәки урта белемгә эйә булған унтер-офицерҙарҙы, шулай уҡ фельдфебелдәрҙе (вахмистрҙарҙы) һәм күрһәтелгән белем цензына эйә булмаған, башлыса сроктан тыш хәрби хеҙмәт итеүсе өлкән унтер-офицерҙары тәғәенләргә рөхсәт ителә. Зауряд-прапощик званиеһына күсереү офицер вазифаһында раҫлау менән бер үк ваҡытта үткәрелә.
Зауряд-прапорщиктар бары тик пехота частарында һәм һуғыш шарттарында ҡайһы бер административ вазифаларында ҡарала (интендант транспортында, ылауҙарҙа, госпиталдәрҙә һәм башҡалар)[2]. 1894 йылда зауряд-прапорщик званиеһы казак ғәскәрҙәренә индерелә[3]. Рус-япон һуғышы осоронда, 1905 йылда, ваҡытлыса положение буйынса флот зауряд-прапорщигы званиеһы индерелә[4], шулай уҡ артиллерияла[5]. Шул уҡ йылда зауряд-прапорщик званиеһы Амур аръяғы округы сик буйы һағы айырым корусының йәйәүле частарында раҫлана[6].
Хоҡуҡи хәле буйынса зауряд-прапорщиктар кесе офицерҙарға (прапорщиктарға) тиңләштерелә. Зауряд-прапорщик званиеһынан мәхрүм итеү бары тик суд буйынса йәки тәртип буйынса йәки административ тәртиптә корпус командирының ҡарарына ярашлы мөмкин[2].
Зауряд-прапорщиктарға прапорщиктарға тейешле офицер формаһы бирелә, әммә эполетһыҙ. Шул уҡ ваҡытта обер-офицерҙар өлгөһөндәге бер йондоҙло погондарҙа галундан йәки таҫманан тейешле билдә ҡуйыла[2]. 1904 йылда зауряд- прапорщик тарға погондарында хеҙмәт иткән частың шифровкаһы булыуы талап ителә[7].
Армиянан демобилизацияланған осраҡтарҙа бөтә зауряд-прапорщиктарға, шул иҫәптән мотлаҡ хеҙмәт сроктары тултырамағандарға ла — запасҡа сығыубер йондоҙло, йәки тейешле белем цензына эйә булғандарға һәм 28 йәштән өлкән булмағандарға — офицерға тәғәйенләүгә хоҡуҡтар алыу өсөн — юнкер училищеларына инеү[8], йәки кәрәкле белем гә эйә булмағандарға — ғәскәрҙәрҙә фельдфебель вазифаларын ҡабул итеү мөмкинлеге бирелә[2][9]. Һуңғы осраҡта улар сроктан тыш хеҙмәт иткән фельдфебелдәргә бирелгән өҫтөнлөктәргә хоҡуҡтар алалар, шулай уҡ ҡайһы бер үҙгәрештәр менән формаһына[10]. Шул уҡ ваҡытта әлеге бойороҡҡа тиклем званиены алыусыларға һәм хеҙмәттә фельдфебель вазифаһына күсеү шарты менән ҡалыусыларға юғары әмер буйынса бөтә хеҙмәт срогында офицер өлгөһөндәге погондарҙы йөрөтөү һаҡлана.
1912 йылда зауряд-прапорщик званиеһын биреү бөтөрөлә. Шул ваҡытта булған бөтә зауряд-прапорщиктарға (хеҙмәт иткән һәм запасҡа сыҡҡандар) барыһына ла элек бирелгән хоҡуҡтар һәм өҫтөнлөктәр һаҡлана[11]. Ошо ваҡыттан алып вакант субалтерн-офицер вазифалары подпрапорщиктар менән алыштырыу планлаштырыла. Беренсе донъя һуғышы башланыу менән запаста торған зауряд-прапорщиктар мобилизациялана һәм шулай уҡ элекке тәртип буйынса офицер бурыстарын үтәүгә йәлеп ителәләр.
кесе звание: Подпрапорщик (Подхорунжий) |
![]() Зауряд-прапорщик |
өлкән чин: Прапорщик (Хорунжий) |
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads