Унтер-офицер
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Унтер-офицер (нем. Unteroffizier — кесе офицерҙар категорияһы) — түбәнге чиндар (вазифа — дәрәжә) һәм төрлө дәүләттәрҙең һәм илдәрҙең ҡораллы көстәрендәге кесе командирҙар һәм етәкселек составы категорияһы, шартлы рәүештә совет, ә һуңынан Рәсәй Ҡораллы көстәрендәге сержант-старшина составына тап килә.

Хәрби жаргонында — унтер. Славян атамаһы — подофицер. Рәсәй империяһында унтер-офицерҙар (артиллерияла — фейерверкерҙар, казак ғәскәрҙәрендә — урядник һәм артабан ҡорал төрө буйынса) ике түбәнге чиндарҙың өҫтәгеһе булып тора (түбәнгеһе — рядовой) — хәрби чиндарҙың беренсе (түбәнге) дәрәжәһе[2]. «Унтер-офицер» атамаһы XVI—XVII быауаттарҙағы ландскнехттар армияһынан килеп сыҡҡан атама, ул ваҡытта һалдат һәм офицерҙар составы араһында ҡатлам буйынса айырылыу күҙәтелмәй. Шул уҡ ваҡытта һәр командир офицер тип атала, һәм унтер-офицерҙар обер-офицерҙарға (һүҙмә-һүҙ өлкән офицер) ҡаршы ҡуйыла, хәҙерге терминологияла з кесе офицерҙар составы тип атала.
Remove ads
Рус армияһы

Рус император армияһында унтер-офицерҙар 1917 йылдың октябренә тиклем һаҡланып килә, әммә Аҡтар хәрәкәте контроле аҫтындағы территорияларҙа, шулай ҡайһы бер сепаратистар армияларында һуңғараҡ та ғәмәлдә булалар.
«Преображенский лейб-гвардия полкы унтер-офицеры Шелганин армия капитаны дәрәжәһенә күсерелә һәм фельдегерҙар корпусында ҡалдырыла»— Император Павел I Указы, 10 декабрь 1796 йыл.
Ҡораллы көстәрҙәге лейб-гвардияла хеҙмәт иткән унтер офицерҙарҙы (гвардия унтер-офицеры) һәм армиялағы унтер-офицерҙарҙы (армия унтер-офицеры) айырыу мотлаҡ.
Унтер-офицерҙар категорияһына төрлө осорҙа түбәндәге чиндар ҡарай:
- зауряд-прапорщик
- подпрапорщик
- фельдфебель (кавалерияла — вахмистр)
- өлкән унтер-офицер (взводный), өлкән урядник (казактар), өлкән фейерверкер (артиллерия)
- кесе унтер-офицер, кесе урядник (казактар), кесе фейерверкер (артиллерия)
- капрал
- фурьер
- каптенармус
- 1798 йылдан 1765 йылға тиклем
- 1765 йылға тиклем сержант
1826 йылға тиклем иҫке гвардия тип исемләнгән гвардияла фельдфебелдәр һәм вахмистрҙар, ә 1798 йылға тиклем сержанттар ҙа Рангтар табеленә (XIV һәм XIII) ҡарағанын иҫәпкә алырға кәрәк, әммә улар обер-офицер тип һаналмаған һәм уларға тиңләнмәгән. Шул уҡ ваҡытта армияға улар подпоручик йәки прапорщик итеп күсерелә алған.
Remove ads
Чиндар, званиелар һәм билдә айырмалары
Remove ads
Немец армияһы
Унтерофицер (нем. Unteroffizier) — немец бундесверҙағы атама (НАТО эквивалент OR-5[8]), шулай уҡ йыйылма унтер-офицерҙар составының OR-5-тән OR-9-ға тиклем йыйылма билдәләмәһе. Кесе төркөм — портупеяһыҙ унтерофицер (OR-5, унтерофицер һәм штабсунтерофицер[de]) — өлкән төркөм портупеялы унтерофицер (OR-6-нанфельдфебель OR-9-ға тиклем оберштабсфельдфебель[de]).
Кесе звание: Обер-штабсефpейтор[de] |
![]() Унтер-офицер |
Өлкән звание: Штабс-унтерофицер[de] |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Рангтар табеле
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads