Прапорщик
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Прапорщик (церк.-слав. пра́поръ «знамя») — Ҡораллы көстәрҙә һәм ҡайһы бер дәүләттәрҙең «көс» структураларында хәрби званиеһы.
Прапорщиктар — СССР һәм Рәсәй Федерацияһының закондары менән СССР һәм Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендё, башҡа ғәскәрҙәрҙә, формированиеларҙа һәм органдарҙағы хәрби хеҙмәткәрҙәр составы.

Remove ads
Рәсәй империяһы
![]() ![]() |
Кесе звание: Фельдфебель, Вахмистр |
Подпрапорщик шулай уҡ Портупей-прапорщик Эстандарт-юнкер (кавалерияла) Подхорунжий (казак ғәскәрҙәрендә) |
Зауряд-прапорщик (чин мобилизация ваҡытында ғына бирелә) |
Прапорщик | Өлкән чин: Подпоручик (пехотала) Корнет (кавалерияла), Хорунжий (казак ғәскәрҙәрендә) |
Империя осоро
Урыҫ армияһында батша Алексей Михайловичтың указы буйынса 1649 йылда тәүге тапҡыр прапорщиктар тип байраҡслар атала, улар иң батыр, физик яҡтан көслө һәм алыштарҙа һыналған яугирҙарҙар араһынан тәғәйенләгәндәр.
Регуляр армияны булдырған саҡта Пётр I 1712 йылда пехотала һәм кавалерияла обер-офицер составындағы беренсе (кесе) чины булараҡ прапорщик хәрби чинын индерә[2].
Урыҫ армияһында 1712 йылдан алып 1796 йылға тиклем «Прапорщик» хәрби чинына артиллериялағы штык-юнкер чины тап килә[3].
1884 йылда хәрби училищеларҙы тамамлаусылар өсөн подпоручик (кавалерияла корнет) беренсе офицер подпоручик чины бирелә, әммә тәүге офицер чины кавказ милицияларында һәм хәрби ваҡыт осоронда һаҡланып ҡала;[4] шулай уҡ запастағы прапорщиктар өсөн[5]. Бынан тыш, прапорщик чины хәрби ҡаһарманлыҡтары өсөн офицер дәрәжәһе бирелгән түбәнге чиндарға бирелә.
1874 йылғы Хәрби Уставҡа ярашлы өҫтөнлөктәре булған түбәнге чиндар прапорщик чинына ирекле экзамен биреү мөмкинлеге була. ң Артабан 4886 йылғы Ваҡытлы положение башҡа ҡорал төрҙәренә лә тарала. Прапорщик чинына экзамен тапшырғандар 12 йыл дауамында замаста торалар һәм алты айлыҡ хәрби сборҙар үтергә тейеш булалар, улар 1893 йылдан йыл һайын үткәрелә. Хәрби ведомство буйынса 1895 йылғы 171-се һанлы бойороҡҡа ярашлы әлеге имтихан бөтә 1-се разрядлы хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн мотлаҡ булып һанала.
1905 йылда запастағы түбәнге чиндар тәүге тапҡыр ике айлыҡ хәрби сборҙарға саҡырыла[6].
Император Николай II 1912 йылдың 8 октябрендә паж Ғәли йәнәптәре корпусы тамамлаусыларының тиҙләтелгән курстары тураһында Положениеға ҡул ҡуя, уға ярашлы хәрби осорҙа офицерҙарҙы әҙерләү сроктары 8 айға тиклем ҡыҫҡартыла, бындай кунрстарҙы тамамлаусылар прапорщик чинын алалар.
1914 йылдағы мобилизацияға тиклем армияла һәм флотта йәки запаста йәки отставкала булған офицерҙарҙан башҡа, запастағы прапорщиктар ҙа була[7]. Беренсе донъя һуғышы башланғанда һуң төрлө сәбәптәр арҡаһында хәрби училищеларҙан, һуңынан прапорщиктар мәктәптәренәндә ашығыс сығарылыштар талап ителә[8].
1917 йылға тиклем прапорщик офицер чины хәрби училищеларҙың йәки прапорщиктар мәктәбен билдәле бер программа буйынса имтихандар тапшырған һәм тиҙләтелгән хәрби курстарҙы тамамлаусыларға бирелә. Һуғыш ваҡытында шулай уҡ хәрби ҡаһарманлыҡтар өсөн (имтиханһыҙ) юғары һәм урта белемгә эйә булған унтер-офицерҙарға бирелә. Ғәҙәттә, прапорщиктар взвод командирҙары һәм уға тейешле вазифаларға тәғәйенләнә.
1917 йылғы Октябрь социалистик революцияһынан һуң ҡайһы бер аҡ армияларҙа «прапорщик» чины бөтөрөлә, әммә армиялағы прапорщиктары подпоручик званиеһы бирелгәнгә тиклем бер ни тиклем ваҡыт праорщик званиеһында ҡалалар.
Ҡайһы бер аҡ армияларҙа, киреһенсә. прапорщик чины ҡалдырыла (Комуч һәм Себер армияһы), әммә уны индереү өсөн бөтөнләй башҡа айырма ең билдәләре индерелә.
Remove ads
СССР
1917—1946 йылда Ҡыҙыл, һуңынан 1972 йылға Совет армияһында прапорщик званиеһы йәки уға оҡшаш звание булмай.
СССР Ҡораллы көстәре прапорщик званиеһы 1972 йылдың 1 ғинуарынан индерелә (мичман званиеһы менән бергә, 1971 йылдың 18 ноябренәндәге СССР Юғары Советы Президиумы Указы).
1981 йылдың 12 ғинуарында Совет армияһында, ВМФ авиацияһынаһәм яр частарында, СССР Ҡораллы көстәренең сик буйы һәм эске ғәскәрҙәрендә өлкән прапорщик званиеһы индерелә (өлкән мичман званиеһы менән бергә).
СССР һәм Рәсәй Федерацияһының прапорщик погондары (1971 − 1994)
- Еңгә беркетелә торған билдәләр

Remove ads
Рәсәй Федерацияһы
Тарихы
Хәҙерге Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә революцияға тиклемге прапорщик чинына Кесе лейтенант званиеһы тап килә.
Хәҙерге Рәсәй прапорщиктары (һәм мичмандар) айырым хәрби хеҙмәткәрҙре категорияһын тәшкил итәләр. Үҙенең хеҙмәт хәле, бурыстары һәм хоҡуҡтары буйынса улар кесе офицерҙарға яҡын урын биләйҙәр, һалдаттарҙың (матростар) һәм сержанттарҙың (старшиналар) иң яҡын ярҙамсылары һәм начальниктары булып торалар.
2009 йыл башынан Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендә прапорщиктар һәм мичмандар институты яйлап бөтөрөлә башлана. Прапорщиктарҙы профессиональ сержант-контрктсылар алмаштырырға тейеш була, уларҙы әҙерләү буйынса федераль маҡсатлы программа раҫланған инде[9].
«Армияла прапорщиктар институты бөтөрөлдө, уларҙың һаны 142 мең кеше тәшкил итә», — тип Рәсәй Ҡораллы Көстәре Генштабы начальнигы армия генералы Николай Макаров белдерә[10][11]
2013 йылдың 27 февралендә Рәсәй оборона министрлығының киңәйтелгән коллегияһында Рәсәй оборона министры С. Шойгутарафынан Рәсәй Ҡораллы көстәренә прапорщиктар һәм мичмандар институты кире ҡайтарыла, тип белдерҙе[12]
1 июлдән Оборона министрлығы ғәмәлгә яңы штат расписаниеһын индерә, унда һуңғы биш йыл эсендә прапорщиктар һәм мичмандар өсөн тәүге тапҡыр махсус вазифалар булдыра. Дөйөм алғанда, был вазифалар командирҙар (хеҙмәтләндереү взводы командиры, бер төркөм хәрби командирҙар, хәрби төркөм, хәрби машина, хәрби пост командиры) һәм техник (рота технигы, радиостанция начальнигы, электрик, фельдшер, ремонт оҫтаханаһы начальнигы, техник узелы етәксеһе һәм башҡалар) вазифаларына бүленә. 2008 йылдың 1 декабренән әлеге вазифалар сержант вазифалары тип һанала. Оборона минстрлығы статс-секретары Николай Панков, прапорщиктар вазифалары махсус белем талап итәләр, әммә офицер вазифаларынан түбәнерәк[13]
Погондар
1994 йылдан Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең погондары:
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads